Aurolab — Мадурайҙа (Тамилнад, Һиндостан) Aravind Eye Hospitals эргәһендәге траст һәм яһалма күҙ яҫмыҡтары етештереү предприятиеһы, фәҡирҙәр ҡара ҡылауҙан операция яһата алһын тип асыла, артабан продукцияһын донъяның 120-нән ашыу иленә сығарыусы һәм донъя баҙарындағы был тармаҡтың 7-10 %%-ын тултырыусы предприятиеға әүерелә[1][2][3][4][5][6][7][8].

Ойошторолоуы

үҙгәртергә

Aurolab трасы һәм предприятиеһы 1992 йылда асыла, Мадурай ҡалаһында (Тамилнад, Һиндостан) урынлашҡан һәм Aravind Eye Hospitals эргәһендәге Aravind Eye Care System подразделениеһы булып тора[4].

Предприятиены Дэвид Грин ойоштора, уға финанс ярҙамын Seva Foundation менән Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы күрһәтә[9].

Предприятиеның идарасы директоры — П. Балакришнан (ингл. P. Balakrishnan), траст президенты — Р.Д Тюласирадж (ингл. R.D Thulasiraj)[1].

Тотош алғанда траст һәм предприятие Aravind'ты нигеҙләгән (1976) Говайндаппа Венкатасвами (ингл. Govindappa Venkataswamy, Dr. V)[1] контроле һәм уның ғаиләһе идараһы аҫтында тора.

Эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Aurolab яһалма күҙ яҫмыҡтарын үҙ технологияһы буйынса үҙ ҡеүәттәрендә етештерә, минималь хаҡ һәм ҡәнәғәтләнерлек сифат принцибын тормошҡа ашыра[1][2].

Төп продукциянан тыш Aurolab шулай уҡ офтальмология кәрәк-ярағы, хирургик тегеү материалы, фармацевтик продукция, атап әйткәндә, антисептиктар һәм дезинфекциялаусы иретмәләр, хирургия лезвиелары һәм ҡорамал етештерә[1].

Продукция иң беренсе булып әсәләр госпиталенә ебәрелә, тиҙҙән бөтөн Һиндостанда һәм донъяның күп илдәрендә һатыла башлай[1].

Производствонан тыш, Aurolab'ның лабораторияһы бар, ул күҙ ауырыуҙарын дауалау өлкәһендә хәҙерге заман технологияларын эшләй һәм патентын боҙоуға юл ҡуймайынса күсермәләр файҙалана[1][2].

1980-се йылдарға тиклем үҫеш илдәренең күбеһендә ҡара ҡылауҙы яҫмыҡты алып ташлау юлы менән дауалайҙар[4]. 1990-сы йылдар башында Һиндостандың түләүһеҙ һәм арзан күҙ операциялары яһаған һәм Seva Foundation ярҙамы менән үҫеш кисергән Aravind Eye Hospitals’ында ул осор өсөн заманса һаналған һәм киң таралыу алған интраокуляр линза имплантациялау ысулын индерергә булалар[2][4]. Тәүҙә траст төҙөп, йыйылған иғәнәгә баҙарҙа булған технологик сиелештәрҙе һатып алырға ҡарар итәләр[2][4].

Сева фонды программалары менән эшләгән Дэвид Грин икенсе юлды — үҙҙәренең заводын төҙөүҙе тәҡдим итә[9]. 1992 йылда ул яһалма күҙ яҫмыҡтары етештереүҙе юлға һала, һөҙөмтәлә яҫмыҡтың хаҡы йөҙ тапҡырҙан ашыуға кәмей[1][2][3][9]. Хаҡтың был тиклем ныҡ төшөүе Һиндостанда ҡара ҡылауға яһалған операциялар һанын ҡырҡа арттыра[4][9].

1997 йылда Aurolab'та фармакология подразделениеһы барлыҡҡа килә[1].

1998 йылда предприятиела хирургия тегеү материалы етештерелә башлай.

2000-се йылдар башында, конкуренттарҙың патенттарын боҙмайынса, замансараҡ күҙ яҫмыҡтары эшләп сығарыла[4].

2005 йылда Aurolab хирургия лезвиелары етештереүсегә әйләнә[1].

Эшмәкәрлек күрһәткестәре

үҙгәртергә

2006 йылда Aurolab 1 миллион линза һата[10].

2012 йылға Aurolab йылына 1,8 миллион линза һата, бер данаһының хаҡы 2 АҠШ долларынан башлана.

2013 йылда Aravind Eye Hospitals, Aurolab продукцияһын файҙаланып, ҡара ҡылауҙы дауалау буйынса йылына 7 миллион операция яһай[4].

Өҫтәмә мәғлүмәт

үҙгәртергә

Aurolab'ты ойоштороусылар Seva Foundation менән Дэвид Грин йоғонто яһаусы инвестициялар һәм социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендә танылыу яулай.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 V. KASTURI RANGAN. Aurolab: Bringing First-World Technology to the Third-World Blind (ингл.). Гарвардская школа бизнеса (24 март 2008). Дата обращения: 2 июнь 2015.(недоступная ссылка)
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Aditi Ramdorai, Cornelius Herstatt. Frugal Innovation in Healthcare: How Targeting Low-Income Markets Leads to Disruptive Innovation. — Springer, 2015. — С. 57-58. — 168 с. — ISBN 3319163361, 9783319163369.
  3. 3,0 3,1 Julian Friedland. Doing Well and Good: The Human Face of the New Capitalism. — IAP, 2009. — 240 б. — P. 192-193. — ISBN 1593117884, 9781593117887.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 4,7 N. Madhavan. Aurolab: Eyeing Success (ингл.). Business Today (India) (7 июль 2013). Дата обращения: 2 июнь 2015.
  5. David Green (ингл.). Фонд Макартуров (2004). Дата обращения: 2 июнь 2015.
  6. Tina Tam. Compassionate Capitalism: Serving the Poor Profitably with David Green (ингл.). Perspective (30 октябрь 2009). Дата обращения: 2 июнь 2015. (копия 2015 йыл 29 октябрь архивланған..
  7. David Green (ингл.). Швабтың социаль эшҡыуарлыҡ фонды. Дата обращения: 2 июнь 2015. 2017 йыл 30 ноябрь архивланған.
  8. John Ydstie. One Man's Quest To Make Medical Technology Affordable To All (ингл.). npr.org (3 июль 2013). Дата обращения: 2 июнь 2015.
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 Olivier Kayser, Maria Valeria Budinich. Scaling Up Business Solutions to Social Problems: A Practical Guide for Social and Corporate Entrepreneurs. — Palgrave Macmillan, 2015. — С. 116. — 250 с. — ISBN 1137466545, 9781137466549.
  10. Rs.30-cr. Aurolab unit set up (ингл.). The Hindu (30 сентябрь 2007). Дата обращения: 2 июнь 2015.

Һылтанмалар

үҙгәртергә