8 Март (Өфө)

(8 Марта (Уфа) битенән йүнәлтелде)

8 март — Өфө ҡалаһы Ленин районындағы ҡасаба (Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡала советының 2007 йылдың 15 ноябрендәге 29/14-се ҡарарының 1-се Ҡушымтаһы. Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы сиктәрендә ҡала төҙөү ҡиммәте минималь булған территориялар исемлеге)[1][2]. Кооператив биҫтәһенә инә.

8 Март
Дәүләт  Рәсәй
Почта индексы 450007
Карта

Почта индексы: 450007

Географияһы

үҙгәртергә

8 Март ҡасабаһы Өфөнөң көньяҡ автовокзалынан 5 километр алыҫлыҡта, ҡаланан көнбайыш йүнәлештә урынлашҡан. Уны көнсығыштан һәм көнбайыштан урмандар урап алған. Ҡаланан М7 трассаһынан (Өфө-Затон автоюлы буйлап) килергә мөмкин. Ҡайынлы күле эргәһендә урынлашҡан.

Транспорт

үҙгәртергә

8 март ҡасабаһы менән Өфө араһында транспорт бәйләнеше көйләнгән: баш ҡаланан 115д автобусы, 375, 287 һанлы маршрут таксиһы менән килергә була.

Урамдары

үҙгәртергә
  • Аграр урамы
  • Башҡорт урамы
  • Тоғролоҡ урамы
  • Вертолет урамы
  • Осоу урамы
  • Һауа урамы
  • Ватанды һаҡлаусылар урамы
  • Көҙгөлө урамы
  • Таллы урамы
  • Ай урамы
  • Оҫталар урамы
  • Йәштәр урамы
  • Өмөт урамы
  • Ялан урамы
  • Әкиәт урамы
  • Тағанай урамы
  • Тальк урамы
  • Томанлы урамы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. http://www.envd.net/files/ufa_terr_2009.rtf 2014 йыл 2 июнь архивланған.
  2. Перечень сельских населенных пунктов в границах городского округа город Уфа Республики Башкортостан (в ред. решения Совета городского округа г. Уфа РБ от 23.11.2006 № 18/8)