8-се мәктәп (Таганрог)
Таганрогтың 8-се мәктәбе — Таганрогтағы урта дөйөм белем биреү мәктәбе.
8-се мәктәп | |
Нигеҙләнгән | |
---|---|
Директор |
Булычева Инна Юрьевна |
Тип |
МОБУ СОШ |
Адресы |
Рәсәй, Ростов өлкәһе, Таганрог, Некрасов тыҡрығы, 73 |
Сайт | |
Тарихы
үҙгәртергәТаганрогтағы беренсе 8-се һанлы мәктәп Ҡыҙыл майҙандағы, яҙыусы В. Г. Короленко исемен йөрөткән элекке Юғары башланғыс ҡатын-ҡыҙҙар училищеһы бинаһында урынлашҡан[1].
Таганрогты немец ғәскәрҙәре оккупациялаған осорҙа (1941—1943) 8-се мәктәптең эше тергеҙелә[2].
1956 йылда 8-се мәктәп 3-сө мәктәп өсөн төҙөлгән яңы бинаға күсерелә һәм бер бинала берләштерелгән мәктәптәр «урта мәктәп № 8» тип атала.
Бөгөнгө 8-се урта мәктәп, Таганрог ҡалаһы хеҙмәтсәндәр депутаттарының Ленин район советы Башҡарма комитетының, 1954 йылдың 18 авгусындағы 343-сө ҡарары менән булдырылған. Яңы мәктәп төҙөү өсөн этәргес булып, Маяковский майҙанында Таганрог радиотехника институтының яңы «Г» корпусын төҙөү, һәм ошо төҙөлөш менән бәйле 3-сө мәктәптең иҫке бинаһын һүтеү буйынса күләмле эштәр башланыуы торҙо[3].
Мәктәп бинаһы1956 йылдың 20 сентябрендә асыла. Мәктәптең беренсе сығарылышы 1958 йылда була.
1964 йылда 8-се мәктәптә беренсе математик класс асыла. 2012 йыл мәғлүмәттәре буйынса, мәктәптә 740 уҡыусы уҡый, шуларҙан 290 уҡыусы дөйөм башланғыс белем ала, 350 уҡыусылары төп урта белем, 100 уҡыусы урта (тулы) дөйөм белем ала.
1988 йылдың 8 декабрендә, Таганрог халыҡ депутаттары ҡала советы башҡарма комитетының 411-се һанлы ҡарары нигеҙендә, 8-се мәктәп базаһында Таганрог радиотехника институты яҡлауы аҫтында, «Таганрог радиотехника институты янында һәм 8-се мәктәптә информатиканы тәрәнәйтеп өйрәнеүсе махсус класс» асыла, аҙаҡ ул Таганрог лицейы булараҡ билдәле була.
Мәктәп исемдәре
үҙгәртергә- 1954 — 1965 йылдарҙа — 8-се урта мәктәп.
- 1965 — 1994 йылдарҙа — А. Г. Ломакин исемендәге производствоға өйрәтеү урта дөйөм белем биреү хеҙмәт политехник мәктәбе.
- 1994 — 2000 йылдарҙа — 8-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе.
- 2000 — 2002 йылдарҙа — муниципаль дөйөм белем биреү учреждениһы 8-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе .
- 2002 — 2011 йылдарҙа — А. Г. Ломакин исемендәге муниципаль дөйөм белем биреү учреждениһы 8-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе.
- 2002 — 2011 йылдарҙа — А. Г. Ломакин исемендәге муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениһы 8-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе .
Мәктәп директорҙары
үҙгәртергә- 2006 йылдан хәҙерге көнгәсә — И. Ю Булычев[4]
- 1985 — 2006 йылдар — Л. В. Мазнев[5]
- 1977 -1984 йылдар — Л. М. Осипенко
- 1968 — 1977 йылдар — Д. И. Сергеев
- 1956 — 1968 йылдар — К. М. Орлов
Мәктәптең билдәле уҡыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре
үҙгәртергә- Басов Михаил Михайлович (1977) — лицей уҡытыусыһы, рәсәй режиссёр-документалисы, медиарәссам[6].
- Фетисов Александр Юрьевич (1961—19??) — мәктәп уҡыусыһы, Рәсәйҙең истребитель-осоусыһы, Афғанстанда хәрби бурысын үтәгән ваҡытта һәләк булған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт Школы № 8 2015 йыл 18 май архивланған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Киричек М. С. По ладоням твоих площадей. — Таганрог: Лукоморье, 2007. — С. 43.
- ↑ Святченко А. Моя война. — Таганрог: Частн. типогр. на Мечниковском 2, 2013. — С. 11.
- ↑ Таганрогский государственный радиотехнический университет. Энциклопедия. Том первый. — Ростов-на-Дону: Ростиздат, 2002. — С. 31.
- ↑ Собств. корр. Таганрогская школа № 8 на день стала «Фестивалем народов» 2014 йыл 5 декабрь архивланған. // Русская планета. — 2014. — 27 ноября.
- ↑ Шмульян Г. Т. Заслуженные учителя России // Вехи Таганрога. — 2010. — № 45. — С. 27-31.
- ↑ Фестиваль современного искусства «2012». Каталог. — Ростов-на-Дону: Омега-принт, 2012. — С. 270.