1906 йылдан 1907 йылға васыят

Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафури шиғыры

1906 йылдан 1907 йылға васыятБашҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафури шиғыры. 9-сы кластың Башҡорт әҙәбиәте дәресе программаһына индерелгән. 1906 йылда яҙылған[1].

1906 йылдан 1907 йылға васыят
Атамаһы 1906 йылдан 1907 йылға васыят
Жанр шиғыр[d]
Автор Ғафуров Ғәбделмәжит Нурғәни улы
Нәшер ителеү ваҡыты 1906

Мәжит Ғафуриҙың Октябрь инҡилабына тиклемге ижады

үҙгәртергә

1906 йылдың көҙөндә, революцион хәрәкәт көсәйгән дәүерҙә, бер йыл Ҡазандағы «Мөхәммәҙиә» мәҙрәсәһендә уҡып йөрөгән Мәжит Ғафури «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡыуын дауам итеү маҡсатында Өфөгә ҡайта.

1905-1907 йылдарҙағы беренсе урыҫ инҡилабы тәьҫирендә Мәжит Ғафури ижады әүҙемләшә, хәл иткес эволюция этабын үтә. Был осор шиғриәтендә инҡилап ҙур үҙгәрештәр һәм иркенлек вәғәҙә итеүсе яңы заман булып кәүҙәләнә. Ғафури синыфтар көрәшен, инҡилап көстәренең нисбәтен шәйләп еткермәй, шулай ҙа халыҡҡа хас һиҙемләү аша етди бәрелештәр дәүере килгәнен аңлай һәм еңеү-еңелеү мәсьәләһе тиҙ көндә хәл ителергә тейешлегенә лә төшөнә. Ғафуриҙың мәғрифәтселек идеялары революцион-демократик ҡараштарға күсә килеүе менән ҡылыҡһырлана. Шағирҙың тормошҡа ҡарашындағы үҙгәрештәр «1906 йылдан 1907 йылға васыят» һәм «1907 йылдың яуабы» исемле билдәле шиғырҙарында айырыуса асыҡ сағыла. Батшалыҡты ул ауҙарылырға тейешле «ҙур ағас» менән сағыштыра, ә «ҙур кеше»гә батырырбыҙ тешебеҙҙе» тигән юлдар батшаны тәхеттән төшөрөү кәрәклегенә ишаралай. Шағир хеҙмәтсәндәрҙе донъяны үҙгәртеп ҡорорға саҡыра. 1911 йылда Өфө һәм Ҡазан ҡалалары жандарм идаралыҡтары «1906 йылдан 1907 йылға васыят» шиғырында әйтелгән «енәйәтсел» фекерҙәре өсөн Ғафуриҙы полиция күҙәтеүе аҫтына ала[2].

«1906 йылдан 1907 йылға васыят» шиғыры

үҙгәртергә

«1906 йылдан 1907 йылға васыят» шиғыры беренсе тапҡыр «Ҡазан мөхбире» гәзитенең 1907 йылғы 1 ғинуар һанында баҫыла. 1978 йылда Өфөлә нәшер ителгән 4 томлы әҫәрҙәр йыйынтығына урынлаштырыу өсөн «1906 йылдан 1907 йылға васыят» шиғыры М. Ғафуриҙың 1911 йылда баҫылған «Милләт мөхәббәте» шиғри йыйынтығынан алынды. Ундағы 31-32 юлдар һуңғараҡ:



Урынһыҙ: «Мин һеҙгә баш», — тигән кеше
Саф ҡояшҡа бысраҡ ҡулдан төшөрҙө кер, — тип үҙгәртелгән

«1906 йылдан 1907 йылға васыят» шиғыры шулай уҡ Мәжит Ғафури ижады буйынса сығарылған 1950 йылғы йыйынтығының 13-сө битендә һәм 1954 йылғы йыйынтығының 6-сы томында 62-се биттә баҫылған. Шағир иҫән саҡта донъя күргән шиғри йыйынтыҡтарында уның был әҫәре күренмәй.

1906 йылдан 1907 йылға васыят



Күп йылда бер генә рәт килеп кистем,
Әүүәлдә үтмәмештер минең миҫлем.
Әҙ ваҡытта күп күрһәткән ғәйрәтемә
Ғәжәп ҡалып, мөсәлләм булды һәр кем.
Бер-бер эште баштан-аяҡ уйлағанға,
Тәьҫир иттем донъялағы барса йәнгә.
Фәҡир, бай, хаким, ғәүам — барсаһыны
Тартыштырып, ғарыҡ ҡылдым ҡыҙыл ҡанға.
Ғалим берлә яһилдарҙы ҡушып бергә,
Өйрәттем һәр берһене берләшергә.
Был һүҙем хаҡлығыны тиҙ белерһеҙ,
Күҙ һалһағыҙ «Ун етенсе октябр»гә.
Япон илә Россияны килештереп,
Унда — солох, был урынға янъял кереп,
Бер мең дә туғыҙ йөҙ ҙә бишенсе йыл
Һәр бер эште бер башланы, бер бөтөрөп.
Ҡушылдылар бер урынға йәш кешеләр,
Йәштәрҙән итте хәүеф «баш кешеләр».
«Һәр кешенең хаҡы тигеҙ булһын!» — тиеп,
Ҡысҡырҙылар зыялый һәм ас кешеләр.
Һәр шәһәрҙә ҡаһармандар аяҡ баҫып,
Залимдарҙың йөҙҙәренән ҡаны ҡасып,
Баш шәһәрҙә «баш кешеләр» ҡото осҡас,
Халыҡтарҙы туҡтаттылар Дума асып.

  • миҫле — оҡшаш, төҫлө
  • мөсәлләм — риза, ҡәнәғәт
  • ғарыҡ ҡылдым — батырыу, тосоҡтороу

Килделәр ул шәһәргә белгән ирҙәр,
Бер ҡылды ҡырҡ итеп бүлгән ирҙәр.
Уларҙың тура, әсе һүҙҙәренән
Зар йығланы Петербурҙа көлгән ирҙәр.
Аптырағас, таратылды, булып мәжбүр, —
Замандың беҙгә ҡылған золомоно күр!
Вәғәҙәһенә күп урында ҡылды хилаф,
«Ун етенсе октябр»ҙә булды мәҙкүр.
Был йылда уйын булды бомба атмаҡ,
Ҙур сәғәҙәт ғәд ҡылынды үлеп ятмаҡ.
Йәштәрҙән мылтыҡ атмаҡ, тел оҙатмаҡ,
Уларҙың ғәҙәттәре булды аҫмаҡ.
Был көндә күп урында бөтөп цензур,
Асылды был донъяға яңы бер нур.
Әҙ булһа ла һәр тарафҡа юл асылды,
Булманы был йәһәттән беҙҙә ҡосур.
Был йылда ҡуҙғалдылар мосолмандар,
Үлергә ҡәрип булған ғәрип йәндәр.
Хөрриәт нуры илә нурландылар
Инҡиразға ҡәрип булған шул ирандар
Иҫкә алдыҡ ғажиз улмыш бик күп асты,
Кейемдән мәхрүм улмыш яланғасты.
Бер йылда ошо эштәр әҙ түгелдер, —
Еңел түгел тиҙ ауҙармаҡ ҙур ағасты.

  • ғәд ҡылыу — һанау
  • ҡосур — кәмселек, ғәйеп
  • ҡәрип — яҡын

Хәрәкәтте күп кешегә тиҙ белдереп,
Мазлумдан залимдарҙы еңелдереп,
Кешеләргә зарар иткән кешеләрҙе
Тыныс таптым, ҡара ергә күмелдереп.
Россияның кәмәһенән сығып ярыҡ,
Белмәйенсә, үҙен-үҙе ҡылды ғарыҡ.
Ҡан эсеүсе бүреләрҙе шәрҙәренән
Яҡын булды ҡотолоға ҡуй һәм һарыҡ.
Тырыштым, бер булһын тип, фәҡир һәм бай,
Хҙмәт хаҡын яҡшы алһын фәҡир малай.
Бер мең дә туғыҙ йөҙ ҙә етенсе йыл,
Ижтиһад ҡыл, бәнем кеүек, һин дә шулай.
Тамам улдым, инде китәм, дуҫ-иштәрем.
Тамам булмай, тороп ҡалды күп эштәрем.
Был эштәрҙе тамам итһен киләсәк йыл —
Бөтмәне дошманымда күп үстәрем.
Һәр төрлө һүҙ яҙҙы был көн әһле ҡәләм.
Күп һөйләнде уҡтар кеүек үткер ҡәлам.
Табырһығыҙ хаҡығыҙҙы, тырышығыҙ!
Етенсе йыл, инде беҙҙән һеҙгә сәләм...

  • шәр(р) — яуызлыҡ, яманлыҡ
  • әһле ҡәләм — һүҙ оҫтаһы, яҙыусы, ҡләм эйәһе
  • ҡәлам — һүҙ, һөйләм[3]

Төп фекере һәм художество алымдары

үҙгәртергә

Шағир поэзияһы реализм методын үҙләштерә барҙы. Был осорҙа Ғафури үҙ заманының ҡиҫкен ҡаршылыҡтарын, синфи тигеҙһеҙлекте ҡаты тәнҡитләгән «Баҙарға сыҡтым» (1907) шиғырын да ижад итте. 1905-1907 йылдарҙағы шиғриәтендә Ғафури замандың ижтимағи-сәйәси ваҡиғалары менән бәйле публицистик шиғыр тыуҙырыу оҫталығына иреште. Был шиғырҙар Мәжит Ғафуриҙың башланғыс ижадына хас булған мәғрифәтселек идеяларының яңы шарттарҙа дауамы булараҡ тыуҙы. Шул уҡ ваҡытта традицион алымдарға яңы заман билдәләрен — үткәнгә, иҙеүсе синыфҡа тәнҡит күҙлегенән ҡарауҙы, кинәйәле-аллегорик образдар, яңыса параллелдәр өҫтәлде. Шағир ижадында яңы ысынбарлыҡ сағылышы булған новаторлыҡ барлыҡҡа килде[4].

«Мәжит Ғафури шиғырҙарын уҡыйбыҙ» конкурсы

үҙгәртергә

2020 йылда, шағирҙың 140 йәшен билдәләгән көндәрҙә, Башҡортостан мәҙәниәт минстрлығы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы, Мәжит Ғафуриҙың халыҡ-ара йәмәғәт фонды «Мәжит Ғафури шиғырҙарын уҡыйбыҙ» конкурсын иғлан итте. Шиғри флешмобта күп кеше ҡатнашты һәм башҡорт халыҡ шағирына булған ихтирамын күрһәтте[5].

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Урыҫ мәктәптәренең 9 синыфында уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте / Д. С. Тикеев, Б.Б. Ғафаров, Ф.Ә. Хөснөтдинова.- Өфө: Китап, 2006.
  • Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. I том, 496 б. (125, 441 бб.) / Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978
  • Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 1-се том / Ғ. Хөсәйенов, Р. Байымов, Р. Бикбаев, Ә. Мирзаһитов, С. Сафуанов, З. Ураҡсин, Р. Шәкүр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990.
  • История башкирской литературы. Т. 1. Уфа: Китап, 2014.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Урыҫ мәктәптәренең 9 синыфында уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте / Д. С. Тикеев, Б.Б. Ғафаров, Ф.Ә. Хөснөтдинова.- Өфө: Китап, 2006.
  2. Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. I том, 496 б. (125, 441 бб.) / Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978
  3. Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. I том, 496 б. (125, 441 бб.) / Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978
  4. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 1-се том / Ғ. Хөсәйенов, Р. Байымов, Р. Бикбаев, Ә. Мирзаһитов, С. Сафуанов, З. Ураҡсин, Р. Шәкүр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990.
  5. Флешмоб "Поэты читают поэта" к 140-летию Мажита Гафури