1-се гимназия (Ишембай)
1-се гимназия (элек— 1-се мәктәп)—Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы Ишембай ҡалаһының юғары кимәлдәге урта дөйөм белем биреү мәктәбе. Рәсми исеме: Башҡортостан Республикаһы Ишембай ҡалаһы һәм районының муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы.
1-се гимназия | |
Нигеҙләнгән | |
---|---|
Директор |
Пинчук Н.П. |
Тип |
урта дөйөм белем биреү мәктәбе |
Адресы |
453210, Рәсәй, Башҡортостан, Ишембай ҡалаһы, Ленин проспекты, 19 |
Тарихы
үҙгәртергәМәктәпкә нигеҙ һалыу
үҙгәртергә1933 йылда Ишембайҙың нефтселәр ҡасабаһында ете йыллыҡ фабрика-завод мәктәбе барлыҡҡа килә. Ул барак тибындағы саман йортта урынлаша. Һөҙөмтәлә уның базаһында 1-се урта мәктәп эшләй башлай.
Бөйөк Ватан һуғышы[1]
үҙгәртергәФронтта мәктәптең 200-ҙән ашыу сығарылыш уҡыусыһы һәм уҡытыусыһы ҡатнаша[2], ҡырҡ кеше, улар араһында өс директор, Тыуған илен һаҡлап, яуҙа башын һала.
Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған уҡытыусылар:
- Свиридов Владимир Константинович, директор, 1945 йылда һәләк була.
- Артемьев Степан Иванович, директор, 1941 йылда һәләк була.
- Тихонов Григорий Захарович, тарих уҡытыусыһы, 1942 йылда һәләк була.
- Борзенко Борис Афанасьевич, ошо мәктәпте тамамлаусы һәм уҡытыусы, 1943 йылда һәләк була.
Ошо мәктәпте тамамлаған һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар:
- Жуков Василий Васильевич, 1942 йылда һәләк булған.
- Кожаев Федор Иванович, 1944 йылда һәләк булған.
- Королев Валентин Иванович, 1943 йылда һәләк булған.
- Бочкарев Леонид Николаевич, 1943 йылда һәләк булған.
- Майоров Григорий Кириллович, 1942 һәләк булған.
- Соков Иван Михайлович, 1941 йылда һәләк булған.
- Лапшин Петр Иванович, 1946 йылда һәләк булған.
- Нагорнов Андрей Георгиевич, 1942 йылда һәләк булған.
- Приходько Анатолий Степанович, 1945 йылда һәләк булған.
1998 йылда гимназия территорияһында «Ишембайнефть» нефть-газ табыу идаралығы начальнигы Владимир Петрович Давыдов ярҙамында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә стелла ҡуйыла. Уны «Ишембайнефть» нефть-газ табыу идаралығының ремонт-механик һәм төҙөлөш-монтаж цехы эшселәре таштан һәм металдан эшләй. Эскизды ҡала рәссамы Геннадий Петрович Немчинов[3]. Һуғыш ваҡытында мәктәп бинаһында1941—1943 йылдарҙа — 2606-сы, 1944—1946 йылдарҙа 5920-се эвакуация госпитале була. Әммә дәрестәр туҡтатылмай. Кластар мәктәптән юл ашаһындағы мәҙәниәт базаһына һәм 2-се урта мәктәпкә күсерелә.
Хәҙерге тарих[4]
үҙгәртергә1992 йылдан мәктәп инновацион уҡыу йорто булараҡ үҫеш ала. Уҡыу учреждениеһының статусын үҙгәртеү инициативаһын 1-се урта мәктәптең шул ваҡыттағы директоры Раиса Григорьевна Окользина күтәреп сыға. Уның вариҫы Сергей Петрович Дунин исеме менән, йәйге предмет мәктәптәре һәм Зәйнәп Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы, Өфө дәүләт нефть техник университеты кеүек Башҡортостан вуздары менән хеҙмәттәшлек булдырыу эштәре бәйле. Директор Наталья Петровна Пинчук ваҡытында Рәсәй вуздары (Юғары иҡтисад мәктәбе) менән эшләү мөмкинлеге тыуа. Гимназияла «Оҙон тәнәфес» гәзите сығарыла, ЮНЕСКО клубы, уҡыусылар һәм уҡытыусыларҙың фәнни ойошмаһы, спорт клубы эшләй, КВН хәрәкәте үҫешә. Спорт-һауыҡтырыу эшенә лә айырыуса ҙур иғтибар бүленә. 2011 йылда гимназия уҡыусылары тәү башлап туристик слетта ҡатнаша.
Гимназияның наградалары
үҙгәртергә- «Мәғариф» милли проектына ярашлы, инновацион белем биреүҙе ҡулланған дөйөм белем биреү учреждениеларының Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе була (206 йыл).
- Һаулыҡ һаҡлау технологияларын ҡулланған өсөн Башҡортостан Республикаһының Почёт Грамотаһы менән бүләкләнә (2007 йыл).
Эшмәкәрлеге гимназия менән бәйле педагогтар
үҙгәртергәБилдәле сығарылыш уҡыусылары
үҙгәртергә- Абакумов Алексей Алексеевич (олоһо)
- Гайнутдинов Олег Инсафович
- Мотовилов Юрий Георгиевич
- Урманцев Юнир Абдуллович
Башҡа төрлө эшмәкәрлек
үҙгәртергә2014 йылдың апрелендә 1-се гимназияла Ҡырымдың Рәсәй составына ҡушылыуға арналған «Беҙ бергә!» Бөтә Рәсәй акцияһына ярашлы, тантаналы саралар уҙа. Унда Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов почётлы ҡунаҡ була[6].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Об участии учителей и учеников школы № 1 в Великой Отечественной войне
- ↑ Учителя — участники ВОВ
- ↑ Центральная Библиотечная Система 2013 йыл 19 октябрь архивланған.
- ↑ Гимназии № 1 — 20 лет(недоступная ссылка)
- ↑ Башкирская энциклопедия: в 7 томах. Т.7: Ф-Я. Уфа, 2011. С. 191
- ↑ Иршат Фахритдинов: «Присоединение Крыма и Севастополя — необходимый шаг, укрепивший позиции Черноморского флота» // ВЛАСТЬ | новости башинформ.рф
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия (издательство), 2015. — С. 247—249. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
- Дятлова, Н. Человек, которым все мы гордимся: Н. П. Пинчук — директор гимназии № 1 / Н. Дятлова // Восход.- 2011.- 16 сент.- С.4.
- Телина, А. По горам, по долам прогуляться в радость нам…: туристический слет для учеников гимназии № 1 / А. Телина // Восход (газета).- 2011.- 22 сент.- С.3.
- Ванина Елена Сергеевна. Формирование ценностных ориентаций подростков в системе общего музыкального образования : Дис. … канд. пед. наук : 13.00.01 : Уфа, 2004 206 c. РГБ ОД, 61:05-13/203 (Базой исследования явились общеобразовательные учреждения г. Стерлитамака (гимназии № 1, 2, 4, 5, 6, школы № 1, 3, 17, 18, 20, 21, 22, 35, лицей № 1), гимназия № 1 г. Мелеуза, гимназия № 1 г. Ишимбая, система повышения квалификации в рамках городского методического объединения учителей музыки школ г. Стерлитамака.)
- Сныткина, М. Гимназия, гордимся мы тобой и верим, будешь нами ты гордиться…: Гимназии № 1 исполнилось 80 лет / М. Сныткина // Восход.- 2013.- 3 дек.- С.2.
Ишембайҙа мәғариф