Индурти башняһы

(ინდურთის კოშკი битенән йүнәлтелде)

Индурти башняһы Грузияла, Ахмета муниципалитетының төньяҡ-көнсығыш ҡаялы тауы битләүендә урынлашҡан бейек башня. Һуңғы урта быуатҡа ҡарай. Башня биш ҡатлы, сланецтан төҙөлгән. Ҡомартҡы ныҡ аламаланған: ҡыйығының түшәмдәре, иҙәне, бишенсе ҡаты диуарының ҙур өлөшө емерелгән. Беренсе ҡатында (7 х 7 м) инеү урыны көнбайыш яҡтан. Көньяҡ диуарында ике арка, икенсе ҡатының көнсығыш диуарында ишек урынлашҡан. Көньяҡ диуарҙа ике аркалы тәҙрә, өсөнсө ҡатының көньяҡ диуарында ла ике аркалы тәҙрә урынлашҡан. Дүртенсе ҡаттың көньяҡ диуарында бер аркалы тәҙрә бар. Бишенсе ҡатының ҙур булмаған диуары һаҡланған. 2006 йылда Грузия президентының указына ярашлы башняға Грузияның милли әһәмиәттәге мәҙәни мираҫы ҡомартҡылары исеме бирелә[1].

Индурти башняһы
Дәүләт  Грузия
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. საქართველოს პრეზიდენტის ბრძანებულება № 665, 2006 წლის 7 ნოემბერი, ქ. თბილისი, კულტურის ზოგიერთი უძრავი ძეგლისათვის ეროვნული მნიშვნელობის კატეგორიის მინიჭების შესახებ