Ҡараташ (һырт)

(Өфө (Уфа) тауы битенән йүнәлтелде)

Ҡараташ — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Ул Нәре һәм Егәлге һырты менән берлек тәшкил иткән оло бер тау өлөшө. Белорет районы буйлап Ҡатаҫҡын, Айғыр (Кесе Инйәр йылғаһы ҡушылдыҡтары) һәм Минйәк (Инйәр йылғаһы ҡушылдығы) йылғалары араһында субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Көньяғында Кесе Ямантау менән сикләнә. Көньяҡтан ул Кесе Инйәр йылғаһына етеп тамамлана.

Ҡараташ
Характеристики
Оҙонлоғо17 км
Киңлеге6 км
Бейек нөктәләре
Абсолют бейеклеге900 м
Урынлашыуы
52°32′30″ с. ш. 57°52′33″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
Тау системаһыУрал тауҙары 
Рәсәй
Красная точка
Ҡараташ
Башҡортостан Республикаһы
Красная точка
Ҡараташ
 Ҡараташ Викимилектә

Һырттың атамаһы Ҡараташ булһа ла, Өфөнән килгән туристар Мәскәүгә Өфө (Уфа) тауы тип атама биреүҙе һорап яҙғандар тигән мәғлүмәт бар. Тау түбәһенә Өфө ҡалаһының гербы төшөрөлгән таҡтасыҡ ҡуйылған [1].

Оҙонлоғо 17 км, төньяҡ өлөшөнөң киңлеге 6 км, көньяҡ өлөшөнөң — 4 км яҡын, абсолют бейеклеге 919 м. Һыртта 600—900 м бейеклектәге 6 түбә айырылып тора. Көньяҡ өлөшөндә яҫы түбәле 2 армыт (оҙонлоҡтары яҡынса 2 км, киңлектәре 0,5—2 км) бар. Көнсығыш һәм көнбайыш битләүҙәре һөҙәк, көнсығыш өлөшө уйпатлыҡ һәм йырындар менән ҡатмарланған; төньяҡ һәм көньяҡ битләүҙәре текә. Егәҙе‑Комаров свитаһының кварцлы, ялан шпатлы алевролиттарынан, балсыҡлы һәүерташтарынан тора. Һырт итәгендә Ҡатаҫҡын, Айғыр, Минйәк йылғалары ҡушылдыҡтары башлана.

Ландшафт

үҙгәртергә

Һырт аҡһыл һоро һәм кәҫле көлһыу тау тупраҡтарында үҫкән ҡарағай ҡатыш ҡайын урмандары менән ҡапланған.

Топонимика

үҙгәртергә

Түбәлә ҡара таштар бик күп булғанға атамаһы шулай аталған. Хәҙерге ваҡытта йыш ҡына "Гора Уфа" тип атайҙар, хатта рәсми атамаһы тип тә яҙалар [2] .

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. http://www.geocaching.su/?pn=101&cid=19045
  2. https://nashural.ru/mesta/bashkortostan/karatash-gora-ufa/