Өфө тимер юл институты

Өфө тимер юл институты – Һамар дәүләт тимер юл университеты филиалы.

Өфө тимер юл институты
Дәүләт  Рәсәй
Баш компания (ойошма, предприятие) Һамар дәүләт тимер юл университеты[1]
Рәсми сайт samgups.ru/about/struktu…

Тарих үҙгәртергә

 
Өфө тимер юл депоһы

1958 йылда Өфөлә имер юл системаһында эшләгән, производствонан айырылмай уҡыған студенттарға ярҙам итеү өсөн Куйбышев транспорт инженерҙары институтының уҡытыу һәм консультациялар биреү пункты ойошторола.

Өфө тимер юл институты бөгөн:

  • Өфө тимер юл техникумы (УТЖТ)
  • Юғары профессиональ белем биреү факультеты(ФВПО).

1959 йылғы РСФСР юл хужалығы министрлығы ҡарары нигеҙендә Өфөлә юлдарҙы контролдә тотоу һәм яңы тимер юлдар һалыу буйынса урта звено белгестәрен әҙерләү техникумы булдырыла.[2]

 
Өфө тимер юл вокзалы

1963 йылдан яңы уҡыу йүнәлештәре, ситтән тороп уҡыу бүеге асыла. Техникумды тамамлағандар илдең төрлө тимер юл юғары уҡыу йорттарында,башлыса Куйбышев тимер юл транспорты институтында уҡыуын дауам итә.

Өфө уҡытыу һәм консультациялар пункты (филиал) 1998 йылда М.Т.Елизаров исемендәге Һамар тимер юл транспорты инженерҙары институты ректоры бойороғо ( №172 03.06.1998 й.) нигеҙендә институт итеп үҙгәртелә.

Өфө тимер юл институты тимер юл һәм башҡа өлкәләр өсөн инженерҙар әҙерләй, тимер юл белгестәрен әҙерләү һәм ҡайтанан әҙерләү, уларҙың квалификацияһын үҫтереү кеүек эмәкәрлек алып бара .

В филиале осуществляется подготовка специалистов по программам высшего и среднего профессионального образования по очной и заочной формам обучения (на бюджетной и коммерческой основе) Институтта көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлегендә юғары һәм урта профессиональ белем биреү программалары буйынса белгесәтрә әҙерәләү ойошторолған (бюджет һәм коммерция нигеҙендә).

Институтта түбәндәге белгестәр әҙерләнә :

  • Тимер юл составтарын (транспортын) йөрөтөү.
  • Поездар хәрәкәтен булдырыу системаһы.
  • Тимер юл, күперҙәр һәм транспорт тоннелдәрен төҙөү .
  • Тимер юлды эксплуатаҡиялау.[3]

Өфө институты тулы юғары белем бирмәй– 2 йыл (көндөҙгө) һәм 3 йыл (ситтән тороп) уҡығандан һуң юғары курс студенттары Һамар тимер юл дәүләт университетына Һамарға уҡырға бара. Студенттар һаны – 2560 кеше.

Институтта уҡыу-уҡытыу процессын ойоштороуға кәрәкле бөтә уҡыу әсбаптары, лабораториялар һәм спорт базаһы, мультеимедиа саралар бар . Һамар ДТЮУ-ның уҡытыу-методик ресурстарын, алыҫтан тороп уҡыу порталын ҡулланып була. Программалар системалары,уҡытыу- методик материалдар китапханала электрон рәүештә һаҡлана .

Студенттар практиканы «Рәсәй тимер юлдары» ААЙ предприятиеларында үтә .

Директоры –Захаров Владимир Юрьевич.

Һамар ДТЮУ-ның Өфө институты адресы-Өфө, Ухтомский урамы,33.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  2. Уфимский железнодорожный техникум
  3. УфИПС.Специальности