Өфө Дворяндар йыйылышы бинаһы
Өфө Дворяндар йыйылышы бинаһы — элекке Өфө Дворяндар йыйылышы (1856) бинаһы. XIX быуат тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы. Өфөлә (Ленин урамы, 14) урынлашҡан.
Өфө Дворяндар йыйылышы бинаһы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы һәм Өфө |
Тарихы
үҙгәртергәXIX быуатта Уралдағы башҡа ҡалаларға ҡарағанда Өфөлә дворяндар күберәк була (йәшәүселәрҙең 19 проценты дворян булған). Ул саҡта Өфөлә батша йәберенә дусар булған дворяндар күп йәшәгән була. 1819 йылда Өфөлә Дворяндар йыйылышы эшләй башлай, тәүҙә уның үҙ бинаһы булмай.
Өфө ҡалаһының Дворян йыйылышы бинаһы проектын классик стилдә Томск ҡалаһы архитекторы Виктор Хабаров эшләй. Төҙөлөш 1844 −1856 йылдарҙа Урал казак ғәскәренең ғәскәри архитекторы һәм Өфө губерна архитекторы А. А. Гопиус (Генрих Гопиус) етәкселегендә алып барыла[1].
XIX быуат уртаһында Өфөлә таш биналар бик аҙ була, әммә «П» хәрефенә оҡшатып эшләнгән ике ҡатлы бина ҡала төҙөлөшө ансамбленә матурлыҡ өҫтәй. Бинаның цоколь өлөшө ҡатламлы таштар менән көпләнә. Беренсе ҡаттың фасады ябай һәм ҡәтғи декоратив-художестволы стилдә (тура мөйөшлө тәҙрәләр, рустика) биҙәлә. Икенсе ҡатында аркатура менән биҙәлгән аркалы тәҙрәләре бинаға күркәм төҫ бирә.
Портал-тамбур (ХХ быуат башында һүтелә, әммә беҙҙең көндәрҙә тергеҙелә), һәм өс селтәрле суйын баҫҡыс, вестибюль, нәфис көмбәҙле түшәм үҙенсәлекле художество ҡиммәтенә эйә. Түбә әүәләп яһалған биҙәктәрҙән тора, иҙәнгә рельефлы суйын плиталар түшәлгән .
1885 йылда йортто Йыр, музыка һәм драма сәнғәтен яратыусылар йәмғиәте ҡуртымға ала. йыр, һәм драма сәнғәтен.
6 май 1891 йылдың 6 майында сәхнәгә күптән түгел генә аяҡ баҫҡан йырсы Федор Иванович Шаляпин Рубинштейндың «Демон» операһындағы ҡарт хеҙмәтсе ролендә сығыш яһай. 1967 йылда йырсының ҡыҙы И. Ф. Шаляпина бинаның фасадында мемориаль таҡта астыра. Бөйөк йырсы хаҡында иҫтәлек итеп 2007 йылда институттың концерт залы алдына һәйкәл ҡуйыла (скульпторы Р..Хәсәнов).
1918 йылда ҡыҙылармеецтар тарафынан бина талана, Дворяндар йыйылышы архивы яндырыла.
Революциянан һуң элекке Дворяндар йыйылышы бинаһында аслыҡ менән бәйле Мәскәү һәм Петроградтан эвакуацияланған балалар өсөн интернат урынлаша. 1930—1940 йылдарҙа бында Республика китапханаһы, ә Бөйөк ватан һуғышы осоронда СССР-ҙың Үҙәк партия архивы урынлаша.
1945 йылда бина Өфө сәнғәт училищеһына бирелә. 1968 йылда яңы асылған Өфө дәүләт сәнғәт институтына тапшырыла.[2]
Архитектура һәйкәле ике тапҡыр — 1970—1990 йылдарҙа реконструкциялауға дусар ителә . 1960 йылда Дворяндар йыйылышы бинаһын реконструкциялау проекты раҫлана. Архитекторы В. А. Кондрашков. 1970 йылда бинаның Пушкин урамы буйлап уң яғына яңы корпус ҡушып төҙөлә, иҫке бина ла бер аҙ үҙгәртелә. 1990-сы йылдарҙа. Ленин урамы яғынан бинаның үҙәк инеү ишеге тергеҙелә. Балауыҙланған имән ишектәр буялған ҡарағай ишектәргә алмаштырыла. Суйын баҫҡыстарҙың береһе мәрмәр валсыҡтары ҡушылған бетон баҫҡысҡа алмаштырыла.
2001 йылда Совет майҙаны яғынан бинаға яңы ишек асыла. Бина вестибюле гранит һәм мәрмәр менән биҙәлә, коридор, ашхана һәм студенттар театры ла биҙәлә (арх. М. В. Павлова һәм О. В. Пронина).
Заһир исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты бинаһы — Дворяндар йыйылышы бинаһы — Өфө ҡалаһының тарихи үҙәгендә урынлашҡан (ер өҫтө транспорты өсөн «Каруанһарай» туҡталышы). Дворяндаш йыйылышы бинаһына ҡапма-ҡаршы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы урынлашҡан.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башкирская энциколопедия. Дворянского собрания здание(недоступная ссылка)
- ↑ Уфимский институт искусств
Һылтанмалар
үҙгәртергә- З.Исмәғилев исемендәге Өфө Сәнғәт институты бинаһы(недоступная ссылка)
- Дворяндар йыйылышы (Өфө) 2021 йыл 4 март архивланған.
- Өфө ҡалаһы 2021 йыл 6 май архивланған.