Өфөнөң борам менән сығыу урындары
Өфөнөң борам менән сығыу урындары — Өфө ҡалаһында Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғалары аша йөк, пассажирҙар ташыу һәм транспорт сараларын сығарыу өсөн тәғәйенләнгән борам менән сығыу урындары. «Өфө ҡалаһының һыу аша сығарыу хеҙмәте» МБУ-һы хеҙмәтләндергән борамдар һаман ҡаланың бик кәрәкле транспорт төрө булып ҡала. Учреждениеның барлыҡҡа килеү датаһы тип 1946 йылдың 12 июне һанала[1].
Борамдар (һауа шарттарына, һыу кимәленә, пассажирҙар ағымына ҡарап) апрель аҙағынан октябрь уртаһына тиклем эшләй.
Урынлашыуы
үҙгәртергәӨфөлә паром кисеү бөтәһе алты борам паром кисеүе эшләй[2].
Ағиҙел йылғаһында
үҙгәртергә- Козарез (Вавилов кисеүе)
Өфө ҡалаһының Ағиҙел йылғаһындағы Көньяҡ портынан 2202,1 — 2202,7 километрында урынлашҡан Рига урамына сыға. Территорияһы буйынса — Өфө ҡалаһының Ленин районы, Нижегородка биҫтәһе микрорайоны.
- Чесноковка ҡасабаһы
Ҡариҙел (Өфө) йылғаһы тамағынан өҫкәрәк Үрге Ағиҙелдең 12,75 — 13,15 километрында урынлашҡан, Өфө -Аэропорт автомобиь юлы менән «ЯЛ» кафеһына сыға. Территорияһы буйынса — Өфө ҡалаһының Киров районы.
Ҡариҙел (Өфө) йылғаһында
үҙгәртергә- Ағас эшкәртеү комбинаты
Ҡариҙел (Өфө) йылғаһы тамағынан 22,8 — 23,1 километрҙа урынлашҡан, Транспорт урамына сыға (Инорс). Территорияһы буйынса — Өфө ҡалаһы Калинин районы.
- «Трамплин»
Ҡариҙел (Өфө) йылғаһы тамағынан 12,1 километрға өҫтәрәк урынлашҡан, «Башҡортостан» сауҙа үҙәге районынан Менделеев урамына сыға. Территорияһы буйынса — Өфө ҡалаһы Киров районының һул яры, Өфө ҡалаһы Октябрь районының уң яры.
- Дудкин ауылы (Дудкин кисеүе)
Ҡариҙел (Өфө) йылғаһы тамағынан 10,3 — 10,4 километр алыҫлыҡта урынлашҡан, Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе районында Менделеев урамына сыға. Территория буйынса — Өфө ҡалаһы Киров районының һул яры, Өфө ҡалаһы Совет районының уң яры.
- Сипайлов биҫтәһе
Ҡариҙел (Өфө) йылғаһы тамағынан 16,8 км алыҫлыҡта урынлашҡан, Яр буйы һәм Рыльский урамдары киҫешкән урынға сыға. Территория буйынса — Өфө ҡалаһы Октябрь районы
Ҡәҙимге көндәрҙә уларҙа алты судно хеҙмәтләндерә. Ял көндәрендә, пассажирҙарҙар ағымының юғары булғанын иҫәпкә алып һәм бөтә теләүселәрҙе лә ташып өлгөртөү маҡсатында, Ағас эшкәртеү комбинаты эргәһенән өҫтәмә борам ебәрәләр.
Тарихы
үҙгәртергәКөнсығыштан, көньяҡтан һәм көнбайыштан тулы һыулы йылғалар менән уратып алынған ҡалала, ҡаршы яҡта ятҡан биләмәгә ышаныслы сығыу мөмкинлеге һәр ваҡыт ҙур әһәмиәткә эйә булды.
Шуның өсөн яҙ һәм йәй көндәре тышҡы донъя менән бәйләнеш берҙән-бер бәйләнеш сараһы — ғәҙәти йөҙмә ҡулайламалар: борам паром һәм кәмә булған. Көньяҡ райондарға өфөлөләр Ырымбур кисеүе аша йөрөгән, көнбайышта — Вавилов кисеүе аша, көньяҡ - көнбайышта — Стрешнев кисеүе аша, төньяҡта — Сафронов кисеүе аша (барыһы ла Ағиҙел йылғаһы аша). Көнсығышҡа юл, Дудкин һәм Таш Каменная кисеүҙәренән Ҡариҙел (Өфө) йылғаһы аша сыҡҡас, башланған.
- Ырымбур кисеүе хәҙерге Ағиҙел йылғаһы аша күпер урынында урынлашҡан булған. Ырымбур тракты исеме менән аталған.
- Вавилов кисеүе. Бер фараз буйынса, кисеү урындағы бер кеше исемен йөрөтә, икенсе фараз буйынса, кисеү ҡасандыр Ағиҙел йылғаһының һул яғындағы ҙур булмаған ауылға хужа булған алпауыт Вавилов исемен[3] йөрөтә.
- Сафронов кисеүе. Бында үҙенең лабаздарын һәм йөк суднолары-баркалар туҡтау урынын причалын тотҡан (Сафронов пристаны) бәләбәй сауҙагәре Ф. С. Софронов исеме менән аталған. Әлеге ваҡытта бында Затон күпере урынлашҡан[4].
- Дудкин кисеүе Рәсәйгә ҡушылғандан һуң беҙҙең ерҙәргә килеп урынлашҡан хәрби стрелец Антоша Дудка хөрмәтенә аталған. Антошка Дудка батша Алексей Михайловичҡа һыу аша сыға торған урын төҙөүгә рөхсәт һорап үтенес ҡағыҙы яҙа. 1676 йылдан алып 1679 йылға саҡлы ул бында перевоз һәм корчма тотҡан[5].
- Таш кисеү. Ҡариҙелдең Ағиҙел йылғаһына ҡушылған урынынан йыраҡ түгел Таш кисеү урынлашҡан булған. Йылғаның уң яҡ ярының ташлы текә булыуына ҡарата ул шулай аталған. 2008 йылда был урында Ҡариҙел (Өфө) йылғаһы аша яңы күпер сафҡа индеа[6].
Йөрөү хаҡы
үҙгәртергәКисеү аша борамда сығыу хаҡы өлкәндәр, шулай уҡ ун йәштән өлкәнерәк балалар өсөн 15 һум, льготаға эйә кешеләр өсөн — 7 һум, Башҡортостан Республикаһының социаль картаһы буйынса — бушлай. Транспорт сараһын сығарыу (тик ДОК-та ғына мөмкин), автомобиль сараһының массаһынан сығып, 70 һумдан алып 170 һумға саҡлы тора[7].
Ҡыҙыҡлы факттар
үҙгәртергә- 2011 йылда Өфө борамдары 670 мең кеше сығарған, 2010 йылда - 820 мең[8].
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ Уфимские ведомости (05.05.2011)С ветерком да на паромчике 2014 йыл 28 ноябрь архивланған.
- ↑ В выходные в Уфе откроют шесть паромных переправ
- ↑ Переправы городские
- ↑ Сафроновская (Софроновская) пристань
- ↑ Мосты в Уфе(недоступная ссылка)
- ↑ Каменная переправа стала бетонной магистралью
- ↑ В Уфе откроются переправы.
- ↑ Уфимские ведомости (26.04.2012):Паромы поданы! 2012 йыл 8 май архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Переправы городские
- Паромные переправы 2017 йыл 1 май архивланған.
- 3D панорама паромной переправы Уфа(недоступная ссылка)