Өлкән баҡсасы хикәйәһе

Өлкән баҡсасы хикәйәһе  — Антон Павлович Чехов хикәйәһе. 1894 йылда яҙылған, шул уҡ йылдың 25 декабрендә «Русские ведомости» ижтимағи-сәйәсәт гәзитенең 356-сы һанында Антон Чехов ҡултамғаһы менән баҫылып сыға.

Рассказ старшего садовника
Автор

Антон Павлович Чехов

Төп нөхсә теле

русский

Ижат ителгән ваҡыты

1894

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1894

Баҫмалар

үҙгәртергә

Рассказ А. П. Чеховтың «Өлкән баҡсасы хикәйәһе» 1894 йылда яҙылған, шул уҡ йылдың 25 декабрендә «Русские ведомости» ижтимағи-сәйәсәт гәзитенең 356-сы һанында Антон Чехов ҡултамғаһы менән баҫылып сыға, хикәйә А. Ф. Маркс баҫмаһына индерелә.

Чехов тере саҡта хикәйә болгар теленә тәржемә ителә

«Өлкән баҡсасы хикәйәһендә» үлем язаһы проблемаһы ҡуҙғатыла. 1888 йылда А. П. Чехов «Бәхәс (Пари)» хикәйәһендә үлем язаһының тәбиғи хоҡуҡ күҙлегенән сығып ҡарағанда «эхлаҡһыҙлығы» тураһында яҙа. Был ҡарашты Ч. Беккариа үҙенең «О преступлениях в наказаниях» (итал. Dei delitti e delle pene) трактатында яҙған була. Оҙаҡ йылдар буйына был трактат Рәсәйҙә барған ҙур бәхәстәрҙең предметы булып тора. Чеховта был китаптың урыҫ теленә тәржемәһе була.

Сахалинға сәйәхәт ҡылғанда был мәсьәлә Чехов өсөн ситләтелгән абстракт этика сфераһынан конкрет өлкәгә әйләнә. Чехов А. С. Суворинға, Сахалинда «үлем язаһынан башҡа барыһын да күрҙем» тип яҙа. «Остров Сахалин» китабының — «Нравственность ссыльного населения. — Преступность. — Следствие и суд. — Наказание. — Розги и плети. — Смертная казнь» бүлектәре үҙ күҙҙәре менән күреүселәрҙең һөйләүҙәре буйынса яҙылған.

«Өлкән баҡсасы хикәйәһенең» төп өлөшөндә «Хоҙай һыны һәм оҡшашлығы менән» яһалған кешегә ышаныс белдергән легенда ята.

Тәнҡитсе Н. С. Худеков үҙ ваҡытында был хикәйәгә иғтибар бүлә. 1895 йылда яҙыусының оло ағаһы, Ал. П. Чехов, ҡустыһы А. П. Чеховҡа: «Худеков-fils, мине күргәс, бармағы менән «Русские ведомости» гәзитенә төрттө лә: — Ә бына Һеҙҙең ҡустығыҙ «Русские ведомости» гәзитенә раштыуа хикәйәһе яҙырға ла өлгөргән! Ә хикәйәһен баҫтырырға беҙгә бирмәгән. Бик яҡшы, бик яҡшы хикәйә!- тип әйтте»[1]-тигән. {0}[13]{/0}} (1936)

Персонаждар

үҙгәртергә
  • Михаил Карлович, баҡсасы , бик оло йәштәге ҡарт.
  • Томсон йәки Вильсон, табип, оло йәштәге яңғыҙ әфәнде.
  • Алпауыт күрше.
  • Һөйләүсе.

Хикәйә беренсе заттан алып барыла. Йәйҙең бер көнөндә оранжереяла сәскәләрҙең хаҡын түбәнәйтеп һаталар. Оранжереяға һөйләүсе, уның алпауыт күршеһе һәм сауҙагәр килә. Сәскәләрҙе матур итеп төргәктәргә баҡсасы Михаил Карлович төрөп тора. Һатып алыусылар үҙҙәре янынан үтеп барған сиғанға оҡшаған хеҙмәтсе тураһында һүҙ ҡуҙғата. Алпауыт хеҙмәтсене ҡалала кеше талаған өсөн хөкөмгә тарттыралар, ләкин уның аҡылға зәғиф икәнен асыҡлағас, уны иреккә сығаралар, тип һөйләй. Алпауыт әйтеүе буйынса, хеҙмәтсе - һап-һау кеше. Уның уйынса, ауырыу йә булмаһа аффектлы хәлдә енәйәт яһаусы кешеләрҙе аҡлау башҡа кешеләрҙе рухи яҡтан тарҡата һәм дөрөҫлөк тойғоһон үтмәҫләндерә.

Михаил Карлович һүҙгә ҡушыла һәм үҙенең аҡлау хөкөмөн ҡалдырыу яғында тороуы тураһында әйтә, сөнки судтағы присяжный заседателдәр хаталанырға һәм ғәйепһеҙ кешене ғәйепләүҙәре мөмкин, ти. Ул былай тип иҫәпләй: «Әгәр присяжныйҙар төрлө енәйәт дәлиле, дәлилләүсе әйберҙәргә һәм телмәрҙәргә ҡарағанда ғәйепләнеүсе кешегә нығыраҡ ышанһалар, был ғәйепләнеүсегә күрһәтелгән ышаныс төрлө донъя мәшәҡәттәренән үҙе бейегерәк тора бит...һеҙ кешене инандырығыҙ!» Артабан ул үҙенең өләсәһенән ишеткән бер хәлде һөйләй.

Бәләкәй генә бер ҡалала яңғыҙ Томсон йәки Вильсон тигән әфәнде йәшәй һәм ул кешеләрҙе бушлай дауаларға ҡарар итә. Ул ваҡытта ғалимдар ғәҙәттәге кешеләргә оҡшамаған була - көнө-төнө улар ауырыуҙарҙы өйрәнә, китаптар уҡый һәм кешеләрҙе дауалай. Ҡала халҡы быны аңлай, ғалимға буш һүҙҙәр менән уға ҡамасаулаҫҡа һәм тиккә генә уға йөрөмәҫкә тырыша. Табип ҡала халҡын балаларҙы яратҡан кеүек ярата. Ул үҙе үпкә сире менән сирләгән була.

Ҡалаға табип бик ныҡ кәрәк була. Бер саҡ шулай табип ауырыу янынан ҡайтып килгәндә, урманда уға юлбаҫарҙар һөжүм итә, ләкин уның табип икәнлеген белгәс, улар табип алдында баш кейемдәрен һалып баш эйә, уның ашағыһы килеү-килмәүен һорай. Ул туҡмын тигәс, уға плащ кейҙереп, ҡалаға тиклем оҙатып ҡуя. Бер көндө табибтың мәйетен табып алалар. Судьялар тикшереү үткәрә һәм: «Бында беҙ үлтереүҙең бөтә билдәләрен дә таптыҡ, ләкин донъяла беҙҙең табибты үлтерергә йөрьәт итеүсенең булмауы арҡаһында, был үлемдең кеше ҡулынан булмағанлығы асыҡланды, ә үлтереүҙең билдәләре бары тик осраҡлы хәл генә булыуы күренеп тора» тигән фекергә килә. Моғайын, табип ҡараңғыла үҙе соҡорға төшкәндә бәрелгән һәм шунан вафат булған».

Был фекер менән барыһы ла ризалаша. Ләкин үлтереүсе табыла. Бер асыҡ ауыҙ, уны ғәйепләй башлағас. бик ныҡ уңайһыҙланып китә. Уның өйөн тентейҙәр, унда табибтың ҡанға батҡан еңле күлдәген һәм ланцетын табып алалар. Енәйәт әйбере тулыһынса күҙ алдында. Яуызды төрмәгә ултырталар. Уның ғәйебе күренеп торған кеүек булһа ла, ул үҙен ғәйепле тип һанамай. Суд был асыҡ ауыҙҙы ғәйепле тип һанарға тырыша, ләкин баш судья ғәйепләү ҡарарын уҡып сығырға өлгөрмәйсә ҡапыл ҡысҡырып ебәрә: «Ант итәм, ул ғәйепле түгел! Мин беҙҙең дуҫыбыҙ табибты үлтерергә бер кемдең дә ҡулы күтәрелеү мөмкинлеген башыма ла һыйҙырмайым! Кеше шул тиклем түбәнселеккә бара алмаҫ!» Судьялар уның һүҙҙәре менән ризалаша һәм ғәйепләнеүсене иреккә сығарып ебәрә. Бер кем дә судьяларҙы дөрөҫ хөкөм итмәүҙә ғәйепләмәй.

Михаил Карлович үҙ телмәрен кешегә ошондай ышаныс менән ҡарағаны өсөн Хоҙай ҡалалағы бар кешенең дә гонаһын ғәфү итә тигән һүҙҙәр менән тамамлай. «Әйҙә аҡлау хөкөмө ҡала халҡына зыян килтерһә килтерһен, ләкин … кешегә булған шул тиклем ышаныс ниндәй файҙалы йоғонто яһай… улар беҙҙә миһырбанлыҡ тойғоһо тәрбиәләй һәм һәр кешене һәр саҡ яратырға һәм хөрмәт итергә уята».

Тыңлаусылар уның һүҙҙәренә нимә тип яуапларға ла белмәй һәм өнһөҙ ҡалып таралыша.

  • Чехов А. П. Рассказ старшего садовника // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
  • Le Récit d'un jardinier-chef, notes page 1016, traduit par Édouard Parayre, révision de Lily Dennis, éditions Gallimard, Bibliothèque de la Pléiade, 1971, ISBN 2 07 0106 28 4.
  • Le Récit du jardinier-chef, traduit par Édouard Parayre, éditions Gallimard, Bibliothèque de la Pléiade, 1971, ISBN 2 07 010628 4.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Антон Чехов - Том 24. Письма 1895-1897