Әүернәле үрмәксе[1] (Araneus diadematus, Обыкновенный крестовик ) — бөтә Европала осрай, түңәрәк итер ау ҡора торған үрмәксе[2]; аранеидтар ғаиләһенән үрмәксе.

Әүернәле үрмәксе
Ата үрмәксе (өҫтә), инә үрмәксе (аҫта)
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Быуынтыҡ аяҡлылар
Класс: Үрмәксе һымаҡтар
Отряд: Үрмәкселәр
Подотряд: Аранеоморф үрмәкселәр
Ғаилә: Түңәрәк ау ҡороусы үрмәкселәр
Ырыу: Крестовики
Төр: Әүернәле үрмәксе
Латинса исеме
Araneus diadematus
(Clerck, 1757)
ITIS 851395
NCBI 45920

Инә заттарының оҙонлоғо 20-25 мм, ата заттарының — 10-11 мм. Төҫө тоноҡ көрәндән алып ҡара көрәнгә ҡәҙәр. Башкүкрәктең уртаһында һәм ҡырыйында ҡара һыҙыҡтары бар. Аяҡтары аҡһыл, ҡара төҫтәге божралы. ҡорһағы оҙон, өҫкө өлөшөндәге аҡ таптар әүернә һүрәте хасил итә (исеме шуан). Урман төрө. Лишайниклы һәм мүкле, еләкле ҡарағайлыҡтарҙа, шыршылыҡтарҙа йәшәй. Йыртҡыс. Ағас һәм ҡыуаҡ ботаҡтарына, ҡайһы ваҡыт бейек үлән һабаҡтары араһына тәгәрмәс һымаҡ вертикаль ау үрә, уға эләккән бөжәктәр (ғәҙәттә себендәр) әүернәле үрмәкескә аҙыҡ булып торалар. Аталану һәр ваҡыт инә зат йәтмәһендә «туй бейеүҙәре» менән уҙа. Инә әүернәле үрмәкес 5-6 ҡуҙы һала, уларҙың һәр береһендә 15 тән алып 1 меңгә ҡәҙәр йомортҡа була. Йышыраҡ йомортҡалар йәки ҡуҙылағы нимфалар, һирәгерәк — енси етлекмәгән үрмәксе ҡышлай. Яҙын йәш үрмәкселәр ҡуҙынан сыға, башта төркөмләр йәшәйҙәр, ә һуңынан, таралып, ау йәтмәләре үрә башлайҙар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Русско-башкирский словарь (под редакцией З. Г. Ураксина, 2005)
  2. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)