Әхмәд Йүгнәки
Әхмәд Йүгнәки (XII-XIII бб.) — Әхмәд бине Мәхмүд әл-Йүгнәкиҙең тыуған ҡалаһы Сәмәрҡәндкә алыҫ түгел ерҙә урынлашҡан булған. Был мәғлүмәт әҙиптең «Һибәт әл-хаҡаиҡ» («Хәҡиҡәт бүләктәре») әҫәрендә сағыла.
«Һибәт әл-хаҡаиҡ» әҫәре төрки халыҡтарының уртаҡ әҙәби ҡомартҡыһы һанала. Әҫәр XII быуат аҙаҡтарында — XIII быуат баштарында ижад ителгән. Уның автор ҡулы менән яҙылған төп нөсхәһе беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалмаған. Бөгөнгә билдәле булған 8 күсермәһенең иң боронғоһо 1480 йылға ҡарай. Ул Истанбулда йәшәүсе Абдуразаҡ Бахши тарафынан төҙөлгән. Күсермәләрҙең уйғыр графикаһында ла, ғәрәп графикаһында ла яҙылғандары бар. Ғалимдар төп нөсхә уйғыр хәрефтәре менән яҙылған булырға тейеш, тип фараз итә.
Биш йөҙҙән артыҡ шиғри юлдан торған был әҫәр юғары синыф вәкилдәренә төбәп яҙылған. Автор байҙарҙы һәм батшаларҙы ғәҙеллеккә, инсафлыҡҡа һәм мәғрифәткә өндәй. Аҡыл һәм белем, Әхмәд Йүгнәки фекеренсә, кешенең яҙмышында хәл иткес роль уйнай. Белем эйәһе үлһә лә, исеме халыҡ хәтерендә мәңгелеккә ҡала. Былар барыһы ла Әхмәд Йүгнәкиҙең заманына күрә алдынғы ҡарашлы булғанлығын дәлилләй.
Әхмәд Йүгнәки поэтик үлсәмдәр менән ярайһы уҡ иркен эш итә. Ләкин боронғо төрки шиғриәте традицияларынан ситләшмәй.