Әстерхан телебашняһы
Әстерхан телебашняһы — телевизион башня. Ул Рәсәй Федерацияһының Әстерхан ҡалаһында урынлашҡан, торған адресы: Ляхов урамы 4-се һанлы ҡоролма. Телевизион башняның бейеклеге — 180 метр тәшкил итә. Телебашня рәшәткәле ҡоростан 3803 КМ проекты буйынса 1967 йылда төҙөлгән. Манара көслө елдәргә бирешмәй, тотороҡло баҫып тора. Телевизион башня — ҡала доминанттарының береһе. Телевизион манара 10 км алыҫлыҡҡа тиклем күренеп тора. 2010 йылда уға яҡтыртҡыстар ҡуялар, шул ваҡыттан алып телевизион башня ҡалалағы матур биҙәүескә әйләнеп, тирә-йүнгә йәм өҫтәп тора. Телевизион башня электр тогын бик экономлы ҡуллана. Энергия ҡулланыуҙың экономлылығы арҡаһында Әстерхан ҡалаһының телевизион башняһы Гиннестар рекорды китабына индереүгә кандидат булып тора.
Әстерхан телебашняһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1967 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Әстрәхән |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | ҡорос |
Бейеклеге/буйы | 180 метр |
Әстерхан телебашняһы Викимилектә |
Тарих
үҙгәртергәТөндә Әстерхан телебашняһы Волга буйының төрлө нөктәләренән ҡараһаң да күренеп тора. Ул үҙенең Ростов ҡалаһындағы аналогы кеүекүк Мәскәү металлургия заводында стандарт проект буйынса төҙөлгән. Телевизион башняны инженер сәнғәтенең шедевры тип һанарға мөмкин, сөнки 1967 йылда төҙөлгән был башняның эксплуатация ваҡыты 15 тип һаналһа ла, ул әлеге ваҡытта ла эшләй, сөнки уның конструкцияһы юғары сифатлы ҡоростан эшләнгән, был ҡоролмаға хәүефһеҙ эшләргә мөмкинлек бирә. Бынан тыш, 2014 йылда башняға lusaproyektsion системаһы ҡуйыла[1].
Техник деталдәре
үҙгәртергәМанара антенналары менән бергә 180 метр бейеклектә, барлыҡ элементтары ла ҡыҙыл төҫтә. Телебашняны яҡтыртыу системаһы хәҙерге заман архитектура яҡтыртыуын ҡулланып эшләнгән, шунлыҡтан ул 10 км алыҫлыҡтан бик һәйбәт күренеп тора. Яҡтыртыу өсөн төҫлө RGB приборы ҡулланылған, башня кабелдәре буйлап 26 000 яҡтыртҡыс диод лампалары һуҙылған. Заманса технологияларҙы ҡулланыу электр энергияһын ҡулланыуҙы ҡырҡа кәметә, шунлыҡтан Әстерхан телебашняһы Гиннесстың рекордтар китабына индерелгән[1].
Сығанаҡтар
үҙгәртергәБыл мәҡәләлә мәғлүмәт сығанаҡтарына һылтанмалар юҡ. |