Әсмә, йәки ғәмәл вә яза

Әсмә, йәки ғәмәл вә яза — повесть, башҡорт мәғрифәтсеһе Ризаитдин Фәхретдиновтың 1903 йылда Ырымбур ҡалаһында айырым китап булып сыҡҡан әҫәре. 9-сы кластың Башҡорт әҙәбиәте дәресе программаһына индерелгән. 1915 йылда яҙылған.[1].


Әҫәрҙең жанры

үҙгәртергә

Өс тиҫтәгә яҡын бүлектән тора. Уларҙың һәр бүлеге айырым хикәйә кеүек ҡабул ителә. Һәр ҡайһыһының темаһы, проблемаһы, геройҙары бар. Ваҡиғалар барышы ла бик ҡатмарлы. Мажаралар, фажиғәләрҙән торған сюжеттар өҫтөнлөк итә. Әммә автор уларҙы бик оҫта ҡуланған. Был әҫәрҙе уҡымлы итә. Һөҙөмтәлә, яҙыусы үҙе атаған хикәйә жанры рамкаһынан күпкә артып киткән, ҡатмарлы композициялы, эпик рәүештәге, образдар системаһы яғынан хатта роман жанрына яҡын. Әммә әҫәрҙә Әсмәнең яҙмышына бәйле йәки мөнәсәбәтле булып, төйөнләнеү сиселеү процессы буйынса повесть жанры сиктәренән ары китмәүсе әҫәр.

Повестағы образдар системаһы

үҙгәртергә

Алдынғы ҡарашлы Ғәббәс мулла, уның итәғәттле ҡатыны Ғәйшә абыстай, ҡыҙҙары Әсмә, Ғәли хәлфә — әҫәрҙәге иң төп образдар. Сәлих бай — милләттең таянырҙай шәхесе Йософ һәм Сәлим байҙар — халыҡтың аҡһаҡалдары итеп бирелә. Кире образдарға — Хикмәт хажи, Бикбулат мулла, Муса мөрит, әшәке һәм әрмтамаҡ Хәмиҙә ҡарсыҡ, аҙғын, яуыз Зәйнүш абыстай.


Повестың төп идеяһы

үҙгәртергә

Төп идеяны яҙыусы әҫәрҙең исеменең икенсе яртыһында биргән. «Ғәмәл вә яза». Халыҡ мәҡәлендә әйтелгәнсә — ғәмәленә күрә әмәле, гонаһына — язаһы. Тормошта гел генә изге ғәмәлдәр булып тормай, яҡшылыҡ менән яманлыҡ йәнәш йөрөй. Әҫәрҙә Хикмәт хажи менән Муса Ғәббәс муллаға яла яғып, уның матур ғаиләһен емерәләр. Берҙән бер ҡыҙҙарын, Әсмәне йәтим итәләр. Бәхетһеҙ Әсмә әшәке Хәмиҙә ҡарсыҡтар кеүек кешеләр арҡаһында яфа сигә. Әҫәрҙә яуыз кешеләрҙең насар ғәмәлдәре өсөн яза алыуы асыҡ һүрәтләнгән. Яуыз кешеләр яман ғәмәлдәре өсөн язаһын ала.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башҡорт мәктәптәренең 9 синыфында уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт әҙәбиәте / Ғ.С. Ҡунафин, Ғ.Б. Хөсәйенов. Өфө: Китап, 2017

Һылтанмалар

үҙгәртергә