Әрмәнстан мәҙәниәте
Әҙәбиәт
Архитектура
Музыка
Театр
Бейеү
Кейем
Балаҫ һуғыу
Миниатюра
Һынлы
сәнғәт
Мифология
Китап баҫыу
Мәғариф
Кино
Календарь
Иҫәп системаһы
Хоҡуҡ
Кулинария

Әрмән әҙәбиәте — әрмән телендә яҙылған нәфис әҙәбиәт йыйылмаһы; донъя әҙәбиәтенең иң боронғоларының береһе[1][2][Комм 1]. Әрмән әҙәбиәте, 406 йылдар тирәһендә әрмән алфавиты булдырылғас, V быуат урталарында барлыҡҡа килгән. V быуат әрмән әҙәбиәте тарихында «алтын быуат» тип һанала. Шулай уҡ X—XIV быуаттар ҙа әрмән әҙәбиәтенең яңырыу дәүере тип атала. XI быуаттан башлап, әҙәбиәт, классик әрмән телендә яҙылыу менән бер рәттән, урта әрмән әҙәби телендә лә үҫешә. Урта быуат әрмән әҙәбиәте тарихи, дини, шиғриәткә, прозаға һәм юридик әҙәбиәткә бүленгән.

  • Мәҡәләлә V—XVIII быуаттарҙағы әрмән яҙмаһының нәфис һәм тарихнамә (ҡайһылары фәлсәфәле һәм дини) йөкмәткеле оригиналь әҫәрҙәре сағылыш тапҡан.
  • Мәҡәләлә әҫәрҙәре һаҡланмаған авторҙарҙың исемдәре сағылдырылмаған (ҡайһы бер урта быуат авторҙары).
  • Мәҡәләлә шулай уҡ V-IX быуаттарҙа ижад ителгән, эстәлеге тулыһынса сиркәү-дини әһәмиәтле яҙма һәйкәл өлгөләре тураһында яҙылмаған[3].

Антик осор

үҙгәртергә
 
Ара Бик Матур (Прекрасный) һәм Шамирам, Вардкес Суренянц картинаһы (1899йыл)

Б. э. т III—I быуаттарҙа уҡ боронғо әрмәндәрҙең храм китаптары һәм йылъяҙмалар яҙыр өсөн ҡулланылған махсус «жрец яҙмалары» булған тигән фекер йәшәй[4]. Боронғо тарихсылар күрһәтеүенсә һәм шулай уҡ археологик мәғлүмәттәрҙән билдәле булыуынса, б. э. т. II быуатта уҡ фарсы һәм грек яҙмаһы нигеҙендә әрмән яҙмаһы ла булған[5]. Урта быуаттарҙа уҡ христиан диненә тиклемге әрмән яҙмаһы тураһындағы самалауҙар әйтелгән булған. Бөйөк Вардан XIII быуатта «Борондан ҡалған әрмән яҙмаларының барлығы Левон батша заманында уҡ, Киликияла әрмән хәрефтәре менән мәжүси батша Хайкиданың исеме яҙылған аҡса табылған дәүерҙән бирле, иҫбатланған» тип яҙған [6]. Хоренаци хәбәр итеүенсә, I—II быуаттарҙа тарихсы, жрец Олюмп йәшәгән. Олюмп «Храм тарихтары»ның авторы[7], әммә хеҙмәт ниндәй телдә яҙылыуы билдәһеҙ. III быуатта сүриә ғалимы Вардесан уны сүриә һәм грек телдәренә тәржемә иткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең көндәргә тиклем ул яҙма менән яҙылған бер һәйкәл дә һаҡланмаған. Шул уҡ ваҡытта башҡа телдәрҙә Әрмәнстан әҙәбиәтен булдырыу тураһында мәғлүмәт бар. Плутарх белдереүенсә, б. э. т. I быуатта Бөйөк Әрмәнстан батшаһы Артавазд II грек телендә драмалар яҙған хатта. Бөгөнгә тиклем һаҡланмаған «Әрмәнстан тарихы»н II—III быуаттағы сүриә авторы Вардесан яҙған, имеш, тиҙәр [5]. IV быуат дауамында, христиан динен дәүләт дине итеп ҡабул иткәндән һуң, күрәһең, грек һәм арамей хәрефтәре менән әрмәнсә яҙыу ынтылышы булған [8].

Фольклор

үҙгәртергә

Әрмән яҙмаһы формалашҡанға тиклем әрмән мифологяһы менән тығыҙ бәйләнгән бай йөкмәткеле ауыҙ-тел әҙәбиәте[9]  үҫешкән булған. Боронғо әрмән легендалары һәм эпик йырҙары тәүге тапҡыр V йөҙйыллыҡта йәшәгән әрмән авторҙары әҫәрҙәрендә урын алған. Шуларҙың иң боронғолары - әрмәндәрҙең легендар тәүбабаһы Хайк, Бик Матур Ара һәм Ваагна тураһындағы мифик хикәйәттәр. Арташес һәм Сатеник, Тигран һәм Аждаак һ. б. тураһындағы эпик өҙөктәр һаҡланған. Төрлө осорҙарҙа ижад ителгән боронғо Әрмәнстан батшалары Трдан III һәм Аршак II (IV быуат), полководецтар Мушег һәм Вардан Мамиконян (IV һәм V быуаттар)</ref>[10] тураһындағы легендалар, эпик йырҙар һәм риүәйәттәр ҙур художество һәм тарихи-донъяны танып белеү әһәмиәткә эйә.

Хайк тураһындағы эпик йырҙың нигеҙендә тиранлыҡты кәүҙәләндергән ассирия-вавилон аллаһы Бэлға ҡаршы көрәш идеяһы ята. V—VI быуаттарҙағы әрмән манускрипты.

 
V—VI быуаттарҙағы әрмән манускрипы

Бай йөкмәткеле ауыҙ-тел әҙәбиәте булған. Уның ҡайһы бер өлгөләре V йөҙйыллыҡтың авторҙары тарафынан яҙылып алынған һәм шуның өсөн һаҡланған. Хоренаци беҙгә антик әрмән ауыҙ-тел әҙәбиәтенең баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле өлгөләрен еткергән, шуларҙың береһенә, «Арташес батша тураһында» тигәненә, б. э. т. II быуатта дан йырланған:

 

Данлыҡлы батша Арташес, һиңә өндәшәм,
Һиңә, ҡыйыу аландар ҡәбиләһен еңеүсе.
Әйткән һүҙҙәремә ышан минең,
Аландарҙың ҡара күҙле ҡыҙына
Һәм кире ҡайтар миңә ағай-энемде.
Ҡаһармандарға, үс ҡандырыр өсөн,
Үҙенә тиң батырҙарҙың
Сабый вариҫ улдарының
Килешмәй бит йәнен ҡыйырға
Йәиһә ҡол итергә һәм
Ҡолдар тиңендә тоторға.
Шул арҡала ирекле, сая ике халыҡты
Мәңге дошман итеп тоторға.[11]

 
«Бөтөн донъя тарихы»[12]:
:«…Әрмәнстан фарсы яҙмаһынан айырмалы ғына түгел, ирандыҡына ҡарағанда күп тапҡырға халыҡҡа аңлайышлыраҡ яҙма системаһына эйә булған; сөнки һуңғылары, үҙенең ҡатмарлылығы буйынса, тик профессионал ҡулъяҙмасылар ғына аңларлыҡ булған. Әрмән әҙәбиәтенең урта фарсы әҙәбиәтенә ҡарағанда күпкә бай булыуын шуның менән аңлатырға була ла инде. Әрмән яҙмаһы нигеҙендә әрмән әҙәбиәтенең классик теле — „грабар“ барлыҡҡа килгән …»


V быуатҡа тиклем Бөйөк Әрмәнстанда рәсми яҙма сифатында грек, сүриә һәм боронғо фарсы алфавиты ҡулланылған.

Б. э. т. V быуаттан да алда әрмән телендә әҙәбиәт һәм яҙыу булғанлығын иҫбат итерҙәй айырым тарихи сығанаҡтар мәғлүмәттәренә нигеҙләнеп, тарихсылар һәм телселәр төрлө теориялар тәҡдим итеп ҡаранылар[2]. Әммә V быуат башына ҡарай тип иҫәпләрлек әрмән телендә яҙылған яҙма текстар һаҡланмаған.

Христиан динен ҡабул иткәндән һуң яҡынса бер йөҙйыллыҡ дауамында әрмәндәр Тәүраттың (Библияның) һәм башҡа дини китаптарҙың грек һәм сүриә тексын файҙаланғандар[9]. 404 йылда[13] тәү тапҡыр Месроп Маштоц инициативаһы менән Тәүратты һәм башҡа ғибәҙәт китаптарын тәржемә итеү маҡсатында төньяҡ Месопотамиянан Әрмәнстанға «даниил яҙмалары» тип йөрөтөлгән яҙыу өлгөләре килтерелгән. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, был алфавиттың әрмән теленең барса әйтелеш өндәрен тейешле хәреф менән нығытырлыҡ тулылыҡҡа эйә булмауы асыҡлана[14]. 406 йылда[15], төньяҡ Месопотамияға бер йыллыҡ [5] экспедициянан һуң Месроп Маштоц хәҙерге заманға тиклем килеп еткән әрмән алфавитын төҙөгән һәм әрмән милли әҙәбиәтенә һәм яҙмаһына нигеҙ һалған[16]. V—XI быуаттарҙағы әҙәби тел «грабар», йәғни яҙма тел, XII—XVI быуаттағыһы урта әрмән әҙәби теле тип аталған, XVII быуаттан яңы әрмән әҙәби теле «ахшарабар» формалашҡан. Маштоц алфавитын әрмән халҡы 1600 йылдан[12] ашыу ҡуллана.

Иртә урта быуат

үҙгәртергә

Боронғо әрмән әҙәбиәтенең «Алтын быуаты». V быуат Әрмән әҙәбиәтенең йәше ике мең йылға яҡын [17]. Боронғо әрмән әҙәбиәте, ғалим һәм христиан динен таратыусы Месроп Маштоц б. э. 406 йылда хәҙерге әрмән алфавитын төҙөгәс, үҫешкән. V быуатта барлыҡҡа килеп, әрмән әҙәбиәте тиҙ арала оригиналь һәм күп жанрлыға әйләнә [18], әһәмиәтле әҙәби һәйкәлдәр ижад ителгән [19]. Уның иртә урта быуат эпохаһына донъяуи әҫәрҙәр характерлы булған кеүек, сиркәү-дини (трактаттар, телмәрҙәр) йөкмәткеле хеҙмәттәр ҙә хас. V быуат әҙәбиәт үҫеше тарихында алтын быуат тип һанала [20][21][1]..

V быуат әҙәбиәтендә үҙенең әһәмиәте менән тарихнамәләр йәки тарихи проза жанры өҫтөнлөк алған [22]. Жанрҙың төп үҙенсәлектәре уның башланғыс периодында уҡ күҙәтелгән һәм төрлө сағылышта һуңғы урта быуатҡа тиклем һаҡланып килгән. Тарихи прозала масштаблыҡ һәм тарихи реалияларҙы киң яҡтыртыу һыҙаты көслө, Әрмәнстан тарихын башҡа халыҡтар һәм дәүләттәр тарихы менән параллель ҡарау был хеҙмәттәрҙең баһаһын арттыра һәм милли масштаб сиктәренән ашып сыға.

Хронологик яҡтан беренсе [22][19] тарихи проза һәйкәле тип Корюндың 440 йылда яҙылған [23][22] "Маштоц житиеһы", был әҫәр әрмән әҙәбиәтенең беренсе оригиналь һәйкәле тип иҫәпләнә [22] и считающиеся первым оригинальным памятником армянской литературы[23][22] Агатангелос тарихы IV быуат башы ваҡиғаларын бәйән итә, Әрмәнстандың христиан динен дәүләт дине булараҡ ҡабул итеү тарихына бағышланған һәм артабанғы быуаттарҙың тарихи, нәфис әҙәбиәтенә бик ҙур йоғонто яһаған [22]. V йөҙйыллыҡтың икенсе яртыһына Егишенең 449-451 йылдарҙағы фарсыларға ҡаршы әрмәндәрҙең баш күтәреүенә бағышланған «Вардан һәм әрмән һуғышы тураһында» тигән хеҙмәте ҡарай. Ысын тарихи сығанаҡ булыу менән бер рәттән, ошо хеҙмәт тарихи проза жанрының нығыныуында һәм әрмән художество аңын үҫтереүҙә айырата әһәмиәтле роль уйнаған [22]. 470-се йылдарҙа Фавстос Бузандтың «Әрмәнстан тарихы» ижад ителә. Фавстостың хеҙмәтендә, әрмән әҙәбиәтендә тәү тапҡыр, кире персонаждарҙы сатирик ҡараштан һүрәтләү билдәләнгән, шулай уҡ ул эпик ҡиммәткә лә эйә [22]. Мовсес Хоренациҙың «Әрмәнстан тарихы» әрмән әҙәбиәтенең иң юғары ҡаҙанышы тип һанала. Ул әрмән авторҙарынан беренсе булып иң боронғо замандарҙан алып үҙе йәшәгән дәүергәсә Әрмәнстан тарихын тулы масштаблы һүрәтләй алған. Хеҙмәт 480 йылдарҙа яҙылған, тәрән милли аң тойғоһо менән һуғарылған [22]. V быуаттағы әрмән тарихи прозаһының классик периодын Лазер Парпециҙың «Әрмәнстан тарихы» тамамлап ҡуйған. Уның «Ваан Мамиконянға мөрәжәғәтнамә»һе иртә урта быуат эпохаһы әрмән риторик сәнғәтенең сағыу өлгөһө тип иҫәпләнә [22]. Был хеҙмәттәр Әрмәнстан тарихы өсөн дә, күрше дәүләттәр һәм халыҡтар — Рим, Византия, Персия, грузиндар һ. б. өсөн дә мөһим тарихи сығанаҡ булып тора [22].

Боронғо әрмән әҙәбиәте сиркәү һәм дини тәғлимәт сәнғәте менән тығыҙ бәйләнгән. V йөҙйыллыҡ әҙәбиәтенең был йүнәлештәге мөһим һәйкәлдәренең береһе булып, 441—449 йылдар арауығында яҙылған Езник Кохбациҙың «Ялған тәғлимәтте кире ҡағыу» хеҙмәте — боронғо әрмән әҙәбиәте шедеврҙарының береһе [9] тора. Шул йылдарҙа, фаразлау буйынса, авторы Маштоц [21] булған «Күп хәбәр илтеүсе телмәр» тигән патристик әҫәр барлыҡҡа килгән. Быуат аҙағында Иоанн Мандакуни ул замандың йәмғиәт-мәҙәни күҙаллауҙары буйынса ҡиммәтле мәғлүмәт туплаған «Телмәрҙәр»ен яҙған. Мамбре Верцанох 3 гомилийҙың[21] авторы тип иҫәпләнә. Дини тәғлимәт хеҙмәттәре Анания Сюнециға ҡайтарып ҡалдырыла.

V быуатта шулай уҡ житие әҙәбиәтенең һәйкәлдәре, айырым алғанда, «Изге Григорий Мәғрифәтсе житиеһы», «Мученичество Рипсимян ҡыҙ балаларының яфа сигеүе» һәм «Изге Шушаниктың интегеүе»[24] донъя күргән (тәүге икеһе Агатангелостың «Әрмәнстан тарихы» хеҙмәтенең ҡушма өлөшө булып тора).

Әрмән әҙәбиәте үҫешенең тәү дәүерендә ул ваҡытта бөтөн христиан мәҙәниәттәренә хас булған сиркәү-дини тәбиғәтле (рухи гимндар) шиғри сәнғәт сәскә атҡан. Шаракандар — әрмән гимнографияһы ижадының иң күренекле вәкилдәре булып Месроп Маштоц, Иоанн Мандакуни, Степанос Сюнеци һәм башҡалар торған, уларҙың ижады артабанғы быуаттарҙағы әрмән шиғриәтенең нигеҙендә ята. Шул уҡ дәүерҙә Давид Кертог «Тигран и Аждаак» тигән эпик хикәйәттең шиғри эшкәртеүен ижад иткән.

 

Законһыҙлыҡ өйөрмәм минең
Ярһыу тулҡыны менән тетрәтә,
Тынлыҡ һаҡсыһы батша, ярҙам ит миңә!
Йөрөтә тулҡын гонаһ диңгеҙе упҡынынан, -
Рәхимле ишкәксе, ҡотҡар мине!
Маштоц[25]

 

V быуаттан боронғо әрмән тәржемә әҙәбиәте үҙенең башын ала. Ошо тәржемәләр аша ғына донъя фәне оригиналдары, юғалыу сәбәпле, хәҙерге көнгә килеп етмәгән бик күп антик әҙәбиәт һәйкәлдәре менән таныша.

VI—IX быуаттар

үҙгәртергә
 
Давид Анахт

VI быуатта тарихи проза үҫешендәге күпмелер түбәнәйеү күренеше күҙәтелә. VI быуатта иғтибар итерлек тарихи хеҙмәт булып Атанас Таронациҙың «Хронография»һы тора. Петрос Сюнеци сиркәү поэзияһы традицияларын үҫтерә. Был осорҙа әҫәрҙәре юғары риторик сәнғәте өлгөһө булған танылған иртә урта быуат әрмән фәлсәфәсе-платонигы Давид Анахт йәшәгән[26]. VI быуаттан «Мөрәжәғәттәр китабы» тигән атама менән билдәле йыйынтыҡ һаҡланып ҡалған. Унда боронғо әрмән авторҙары Ованнес Габелеанциҙың, Мовсес Елвардециҙың, Григор Кертог һәм башҡаларҙың әҫәрҙәре йыйылған[21]. Абраам Мамиконеиц хеҙмәттәре әрмән яҙмаһының тарихы өсөн иғтибарға лайыҡ әйбер.

Шулай уҡ асылда нәфис әҙәбиәт тә үҫешкән. VII быуат аҙағында бик борондан һаҡланып ҡалған донъяуи шиғриәт әҫәре - Давтак Кертог үҙенең данлыҡлы «Бөйөк кенәз Дживанширҙың вафатына күҙ йәше» (илау) элегияһын ижад итә[27]. Был әрмән алфавитындағы хәреф һанына тап килтереп төҙөлгән 36 строфанан торған акростих[28]. Шулай ҙа, әйтергә кәрәк, донъяуи шиғриәт һәйкәлдәре араһынан тағы ла иртәрәк яҙылған бер шиғри өҙөк һаҡланған[29].

VII быуат әрмән тарихнамәһе (тарихи прозаһы) үҫешендә яңы күтәрелеш осоро булған[28]. Себеостың «Император Иракл тарихы» тигән капиталь тарихи хеҙмәте яҙылған. Себеостың ижадында иғтибарға лайыҡ бер фактты урап үтеп булмай - ул тәүләп Хосров һәм Ширин тураһындағы сюжетҡа мөрәжәғәт иткән[28]. Оло тарихи әһәмиәтенән башҡа, был хеҙмәттә урын алған фольклорға барып тоташҡан эпик хикәйәттәр художество яғынан ҡиммәтле[28]. Иоанн Мамикоян шул дәүерҙә «Тарон тарихы»н яҙған.

 

Күктең йөҙөмсөһө һеҙҙең һутты йыйыр, —
( С. Шервинский тәржемәһе)

 

Рухани шиғриәтте яңы үрҙәргә Саак Дзорапореци, Иоанн Одзнеци һәм башҡалар үҫтергән. VIII быуат шағирҙары араһында шағирәләр ҙә осрай — Саакдухт, Хосровидухт. Хосровидухт - кенәз Ваан Гохтнециға бағышланған шиғырҙың авторы. Степанос Сюнеци, рухани гимндарҙан башҡа, антихалкидонит (грек-православие сиркәүенә яҡын әрмәндәргә ҡаршы) йөкмәткеле полемик һәм башҡа әҫәрҙәр яҙған[21].

VII—IX йөҙйыллыҡтарҙа айырыуса полемик проза һәм сиркәү поэзияһы үҫешә[10]. Догматик әҙәбиәттә 620 йылдарҙа Иоанн Майраванецитарафынан ижад ителгән[30] «иман тамыры» йыйынтығы мөһим урын биләй. Уға антихалкидонит йүнәлешле әҫәрҙәр һәм йырҙар ингән[31]. Теодорос Кртенавор уның оппоненты булып сығыш яһаған. VI—VII быуаттар рубежында Вртанес Кертог «Иконоборчество тураһында» (дини тәғлимәттәр буйынса бер фекергә килә алмаған төрлө дини ағымдар көрәше, тип аңлар кәрәк) тигән трактат яҙған[21]. VII быуатта фән һәм фәлсәфәүи өлкәләрҙе яҡтыртҡан әҫәрҙәр авторы Анания Ширакаци йәшәгән[21]. VI—IX йөҙйыллыҡтарҙа үҙенең классик формаһындағы житие жанры үҫешә. Йездибузиданың, Давид Двинециҙың, Амазасп һәм Саактың "Яфа сигеүҙәр"ендә (Мученичества) абстракт һәм риторик хикәйәләү стиле тенденциялары һиҙемләнә[24].

VIII быуаттың иң әһәмиәтле хеҙмәте, Гевондтың «Хәлифтәр тарихы", 790 йылдар тирәһендә тамамлана. Был эпоханың тарихнамәләре (тарихи проза өлгөләре) Әрмәнстандың да, уға күрше булған илдәр һәм региондарҙың да тарихын өйрәнеү эшендә мөһим сығанаҡ булып хеҙмәт итә[18][32]. Житие әҙәбиәте үҫешкән, был жанрҙың иң һәйбәт һәйкәле [24] булып 737 йылда яҙылған «Ваан Гохтнеци житиеһы» һанала. Житие әҙәбиәтенең тотош йыйынтыҡтары барлыҡҡа килгән[24]. Иоанн Одзнециҙың, Григорис Аршаруниҙың һ.б. дини тәғлимәткә бағышланған әҫәрҙәре, башлыса, трактаттары һәм телмәрҙәре донъя күргән. VII—VIII быуаттарҙа әрмән рухани поэзияһы үҙенең үҫешенең яңы этабына аяҡ баҫҡан. Ул йөкмәткеһе һәм поэтик ҡарашты әйтеп биреү ысулы байый барыуы менән һыҙатланған. Был дәүерҙең иң яҡшы әҫәре Комитас Ахцециҙың[33]«Андзинк Нвиреалк» («Тоғро шәхестәр»)әҫәре:

 

Һеҙгә — карапты йөрөтөргә, рухығыҙ тәжрибәле,
Уйығыҙ ашҡыныулы, тәнегеҙ ваҡытҡа буйһонмай...
Һеҙ — Христос йөҙөмөнөң сыбығы (ботағы).
(С. Шервинский тәрж.)

 

Был эпоханың әһәмиәтле шағир-гимнографтары Амам Аревелци һәм Вардан Анеци булған. Саак Мрут дини тәғлимәт буйынса әҫәрҙәр яҙған.

Бөйөк һәм һуңғы урта быуаттар

үҙгәртергә

X—XII быуаттар

үҙгәртергә
 
Григор Нарекаци (1173 йылғы ҡулъяҙма)

X быуаттан башлап әрмән әҙәбиәте, Әрмәнстанда барған сәйәси, иҡтисади һәм йәмғиәттәге үҙгәрештәргә бәйле, беренсе сиратта, Әрмәнстан батшалығының тергеҙелеүе айҡанлы, яңы күтәрелеш осоро кисерә. Багратид әрмән батшалары яҙма мәҙәниәт үҫешен дә ҡанат аҫтарына алған[34][35]. Был осорҙа, уны V быуаттан бирле үҫеше менән сағыштырып ҡараһаң, әрмән әҙәбиәте, шулай уҡ башҡа мәҙәниәт өлкәләре лә, ирекле сәскә атҡан[9]. Иртә урта быуаттарҙың төп жанры булып иҫәпләнгән тарихи проза менән бергә яңы шиғри һүҙ ҙә үҙенең билдәле урынын биләй барған. Боронғо әҙәби жанрҙар форма һәм йөкмәтке яғынан һиҙелерлек яңырған, әҙәбиәттә яңы йүнәлештәр, гуманистик идеялар һәм мотивтар барлыҡҡа килгән[11]. Ошо X быуаттан алып XIV быуатҡа тиклемге осорҙо тарихсылар һәм мәҙәниәтте өйрәнеүселәр йыш ҡына Әрмән Яңырыу дәүере (Ренессансы) тип атайҙар[36].

Шиғриәт үҫеше тәү сиратта урта быуат әрмән әҙәбиәтенең тәүге эре шағирҙарының береһе Григор Нарекациҙың ижадында күренә[9]. Уның ижады әрмән лирикаһында мөхәббәт һәм тәбиғәт тематикаһын башлап ебәргән. Ул поэзияны, кире әйләнмәҫлек ҡәтғи рәүештә, сиркәү ғибәҙәтенән айырған. 1002 йылда Нарекаци үҙенең күренекле «Хәсрәтле йыр йырлау китабы»н тамамлаған. Был әҫәр урта быуат әрмән әҙәбиәтенең шедевры тип һанала. Уның тәьҫирендә Вардан Анециҙың шиғриәте үҫеш алған. Шул уҡ осорҙа Григор Магистрос әрмән әҙәбиәтендә эпистоляр жанрын башлаған[37]. С его именем связано усовершенствование метрики[38]. Шиғыр метрикаһын камиллаштырыу ҙа уның исеме менән бәйле[9].

X быуатта тарихи проза яңыра, әһәмиәтле тарихи хеҙмәттәр барлыҡҡа килә, атап әйткәндә, Ованес Драсханакертци 924 йыл тирәһендә «Әрмәнстан тарихы»н, 987 йылда[39] Ухтанес «Тарих»ын тамамлаған. Әрмәнстандың региональ тарихи һәйкәлдәре[35][40], шулар араһында, Мовсес Каганкавтациҙың «Алуанк иле тарихы» яҙылған. X—XI быуат сиктәрендә, Багратидтар әрмән батшалығы көсәйгән дәүерҙә, әрмән тарихи прозаһында, Хоренациҙан һуң тәүләп, Әрмәнстандың һәм күрше региондарҙың дөйөм яңы тарихын яҙыу тенденцияһы билдәләнә. 1004 йылда[39] Степанос Таронаци, ысынбарлыҡҡа тап килгән һәм һәйбәт яҙылған, тип иҫәпләнгән, «Ғөмүми тарих»ын тамамлаған[9]. XI быуаттың тағы ла бер әһәмиәтле тарихи хеҙмәте - Аристакес Ластиверциҙың 1072—1079 йылдарҙа яҙылған «Хикәйәләүҙәр»е[39]. Ластиверци хеҙмәтендә XI йөҙйыллыҡта Әрмәнстанда барған трагик ваҡиғалар — византиялыларҙың баҫып алыуҙары, төрөк-сельджук күскенселәренең вәхши сапҡындары күрһәтелгән.

XI—XII быуаттар әрмән житие әҙәбиәтенең сәскә атыуы менән билдәләнгән[24]. Месроп Вайоцдзореци 967 йылда бик шәп «Изге Нерсес Партев, әрмән патриарх тарихы»н яҙған. Дини-сиркәү характерҙағы трактаттар яҙылған: Ананиа Нарекациҙың, Хосров Андзевациҙың, Самуэл Камрджадзорециҙың, Анания Мокациҙың һ.б.[21].

Файл:NersesShnorhali.jpg
Нерсес Шнорали

XII быуаттан грабар — боронғо әрмән әҙәби теленә алмашҡа урта әрмән әҙәби теле килгән[10].

XI—XII быуаттар рубежында күренекле шағир Ованес Имастасер, «Сыйырсыҡҡа йүнәлтелгән...зирәклелек һүҙе…» фәлсәфәүи поэмаһының авторы ([38]), был поэманың темаһы — сәнғәттең килеп сығыуы һәм уның йөкмәткеһе тураһында[41]. Имастасер эпоханың әрмән әҙәбиәте үҫеш юлын билдәләүсе авторҙарҙың береһе булған[39]. Уның замандашы Вардан Айказн биографик поэма жанрына нигеҙ һалған.

XII быуаттың мөһим тарихи хеҙмәте Матеос Урхаециҙың «Хронографияһы»нда беренсе тәре походы тураһында ентекләп яҙылған[42]. Был китап асылда Әрмәнстан ғына түгел, Көнсығыштағы әрмән диаспораһы тураһында һөйләй[39]. XII йөҙйыллыҡ аҙағында Самуел Анеци «Йылъяҙма» тигән тарихи хеҙмәтен яҙған. Был тарихта XII быуат эпохаһындағы Әрмәнстан, Киликий батшалығы һәм күрше дәүләттәр тураһында ҡиммәтле мәғлүмәт бар. Шулай уҡ Акоп Санахнеци, Григор Ерец һ. б. хроникалары билдәле[39].

Заманы өсөн арҙаҡлы Нерсес Шнорали ижады дөйөм йөкмәтке яғынан да, поэтик форма яғынан да яңы һүҙ булған[10]. 1145 йылда Шнорали әрмән әҙәбиәтендәге беренсе сәйәси поэзия өлгөһө «Едессыны алыуға элегия» поэмаһын яҙған. Шнорали - әрмән эпик поэмаһы жанрын башлаусы, күп һанлы шиғырҙар авторы ла ул[10].

Комментариәҙар

үҙгәртергә
  1. Периодизация дается согласно Литература // Армянская советская энциклопедия. — Ер., 1987. — Т. 13.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Әрмәнстан әҙәбиәте // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Эстафета дружбы. — Вопросы литературы, № 12. — 1972.
  3. Әрмән халҡы тарихы, II т., 472 бит (әрм.)
  4. Бөтөн донъя тарихы. Энциклопедия. 2-се том, XIII гл.. Әрмәнстан б. э. т. III—I бб.
  5. Краткая литературная энциклопедия / Гл. ред. А. А. Сурков. — М., 1962. — Т. 1. — С. 318—319.
  6. Всеобщая история Вардана Великого. — М., 1861. — С. 63.
  7. Хоренаци, II китап, 48 гл.
  8. История Древнего мира / Под ред. И. М. Дьяконова, В. Д. Нероновой, И. С. Свенцицкой. — 2-е изд. — М., 1983. — Т. 3. Упадок древних обществ. — С. 201-220.
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 9,5 9,6 Armenian literatureБританника энциклопедияһында
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 Краткая литературная энциклопедия / Гл. ред. А. А. Сурков. — М., 1962. — Т. 1. — С. 306—318.
  11. Мовсес Хоренаци, «К тебе обращаюсь, прославленный царь Арташес...» (перевод А. Сендыка)
  12. 12,0 12,1 Армения в III — IV вв. // Всемирная история. — Т. 2, гл. XXV.
  13. Армянская советская энциклопедия. — Т. 7. — С. 472.
  14. Месроп Маштоц, Сборник статей, Ер., 1963, стр. 34-37
  15. [ Армянское письмо] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3 издание)
  16. История армянского народа, т., II, стр., 444  (әрм.); Армянская советская энциклопедия, т. 7, стр., 469  (әрм.)
  17. Месроп Маштоц, Сборник статей, Ер., 1963, стр., 285—324
  18. 18,0 18,1 А. П. Новосельцев, «Хазар дәүләте һәм Көнсығыш Европа һәм Ҡаф тауы тарихында уның роле», Глава I, 3-сө өлөшө
  19. 19,0 19,1 Армения // Энциклопедия Кольера. — Открытое общество, 2000.
  20. ArmeniaБританника энциклопедияһында

  21. 21,0 21,1 21,2 21,3 21,4 21,5 21,6 21,7 Армения // Православная энциклопедия. — М., 2001. — Т. 3. — С. 286—322.
  22. 22,00 22,01 22,02 22,03 22,04 22,05 22,06 22,07 22,08 22,09 22,10 История всемирной литературы. — М.: Наука, 1984. — Т. 2. — С. 288—296.
  23. 23,0 23,1 Adrian Walford. Encyclopedia of the Middle Ages. — Routledge, 2000. — С. 108.
  24. 24,0 24,1 24,2 24,3 24,4 Житийская литература // Православная энциклопедия. — М., 2008. — Т. 19. — С. 283-345.
  25. Шаракан. Переводы Сурена Золяна. Из армянской поэзии V-XV вв. (Сборник). — Ереван: Хорурдаин грох, 1990.
  26. Армянская литература — Кругосвет энциклопедияһынан
  27. The Oxford History of Historical Writing: 400-1400 / Под ред. Sarah Foot, Chase F. Robinson. — Oxford University Press, 2012. — Т. 2. — С. 189.

  28. 28,0 28,1 28,2 28,3 История всемирной литературы. — М.: Наука, 1984. — Т. 2. — С. 296—299.
  29. Армянская средневековая лирика. — 1972. — С. 17.
  30. .
  31. Боронғо әрмән әҙәбиәте
  32. .
  33. .
  34. Bagratids — Encyclopædia Iranica. C. Toumanoff
  35. 35,0 35,1 История человечества. VII—XVI века / Под ред. М.А. Аль-Бахит, Л. Базен, С.М. Сиссоко. — UNESCO, 2003. — Т. IV. — С. 260.

  36. Армянская советская энциклопедия. — Т. 11. — С. 390.
  37. История всемирной литературы. — М.: Наука, 1984. — Т. 2. — С. 299—308.
  38. 38,0 38,1 Литература // Армянская советская энциклопедия. — Ер., 1987. — Т. 13. — С. 489.
  39. 39,0 39,1 39,2 39,3 39,4 39,5 Литература // Армянская советская энциклопедия. — Ер., 1987. — Т. 13. — С. 488.
  40. С. В. Юшков. К вопросу о границах древней Албании. Исторические записки, № I, М. 1937, с. 137
  41. Краткая литературная энциклопедия / Гл. ред. А. А. Сурков. — М., 1968. — Т. 5. — С. 376.
  42. Мсерианц Л., Е. П. (Поливанов Е.) Армянская литература // Литературная энциклопедия, Т. 1., 1930. — Стб. 241—252.