Әлмәт дәүләт нефть институты

Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты

Әлмәт дәүләт нефть институты — Татарстан Республикаһының Әлмәт ҡалаһында нефть сәнәғәте өсөн кадрҙар әҙерләүсе юғары уҡыу йорто[2]

Әлмәт дәүләт нефть институты
Нигеҙләү датаһы 1992[1]
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Әлмәт
Рәсми сайт agni-rt.ru
Карта

Тарихы үҙгәртергә

1956 йылда Әлмәттә И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть һәм газ институтының ситтән тороп уҡыу бүлеге асыла. Артабан ул институттың филиалы булараҡ эшләй башлай.

1992 йылдың июлендә уҡыу йорто нигеҙендә үҙаллы институт булдырыла. Татарстан Республикаһы Министрҙар Кабинетының «Татарстандың И. М. Губкин исемендәге Дәүләт нефть һәм газ академияһының киске факультетын Татарстан Республикаһы дәүләт идаралығы органдары юрисдикцияһына күсереү тураһында» 1992 йылдың 28 июлендәге 415-се номерлы ҡарарына ярашлы Әлмәт нефть институты тип атала башлай, 2003 йылдан башлап уҡыу йорто Әлмәт дәүләт нефть институты булараҡ эшләй.

Әлеге ваҡытта институтта 6000-дән артыҡ студент, уҡыусы һәм аспирант белем ала. Уҡыу йортоноң уҡытыусы-профессорҙар составы 350 юғары квалификациялы фәнни хеҙмәткәрҙән ғибәрәт. Уларҙың күбеһе ғилми дәрәжәгә эйә фән кандидаттары һәм фән докторҙары.

Әлмәт дәүләт нефть институты ғалимдары һәм студенттары Рәсәй Федерацияһында ғына түгел, сит илдә үткәрелә торған конкурстарҙа һәм конференцияларҙа актив ҡатнашалар.

Факультет эшмәкәрлек осоронда 33 сығарылыш яһаған һәм 5 һөнәр буйынса нефть-газ сәнәғәте өсөн 3000-гә яҡын инженер-нефтсе әҙерләгән.

Хәҙерге ваҡытта 3 факультет һәм 14 кафедрала 167 уҡытыусы, шул иҫәптән 23 фән докторы, 89 фән кандидаты эшләй.

ӘНДИ-ҙә 2 100-ҙән артыҡ студент һәм аспирант белем ала.

Белем алыусыларҙың 5 % -тан ашыуы — БДБ-ның 8 иле студенттары.

1956 йылдан 2019 йылға тиклем институттан 19 меңдән артыҡ белгес уҡытып сығарылған.

Сығарылған белгестәрҙең 15-20 % — ы Рәсәй Федерацияһының 25 субъектында (Татарстан республикаһынан тыш) нефть-газ тармағы предприятиеларына эшкә урынлаша: был юғары уҡыу йортон тамамлаусылар башлыса Башҡортостан Республикаһы, Пермь крайы, Ханты-Манси автономиялы өлкәһе, Коми Республикаһы, Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе һәм башҡа предприятиеларҙа хеҙмәт итә.

Студенттар «Татнефть» комплекслы проекттарын эшләшеүҙә һәм тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша. Институтта 10 йылдан артыҡ студент фәнни-техник йәмғиәте эшләп килә, студенттар фәнни тикшеренеүҙәргә ылыҡтырыла.

Юғары уҡыу йорто студенттар, уҡытыусылар һәм институт хеҙмәткәрҙәре араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау өсөн маҡсатлы эш алып бара. Институтта «Һаулыҡ марафоны» тигән программа эшләй. «Буревестник» спорт клубында 11 спорт секцияһы булдырылған[2].

Билдәле тамамлаусылары үҙгәртергә

Институтты тамамлаусылар араһында иҡтисад фәндәре докторы, профессор В. И. Городний, РФ атҡаҙанған нефть һәм газ сәнғәте эшмәкәре профессор Йәләтов, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе, техник фәндәр кандидаты М. З. Тажиев, 1999—2013 йылдарҙа «Татнефть» ААЙ-ының генераль директоры, иҡтисад фәндәре докторы Ш. Ф.Тәһәүетдинов, «Татнефть» ААЙ-ының генераль директор урынбаҫары-баш геологы, геология-минералогия фәндәре докторы Р. С. Хисамов[3].

Ректорҙары үҙгәртергә

Тәүге ректоры В. Н. Матвеев (1992—1999) була. Уны А. А. Емекеев (1999—2016) алыштыра. 2016 йылдан институттың етәксеһе булып Р. З. Нурғәлиев эшләй [3]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә