Әй урамы
Әй урамы Өфө ҡалаһының Киров районы биләмәһендә урынлашҡан. Урамдың исеме – Әй йылғаһы исеменән килә.
Әй урамы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Өфө |
Оҙонлоҡ | 2100 ± 1 метр |
Почта индексы | 450001 |
Әй урамы Викимилектә |
Урам Салауат Юлаев проспектынан башлана һәм Октябрь проспекты менән тамамлана. 8 март Революция, Киров, Харьков, Чернышевский урамдарын киҫеп үтә.
Урамдың бер өлөшөн бер ҡатлы шәхси ағас йорттар биләй. 1950 йылдан алып урамда өс, биш, күп ҡатлы торлаҡ йорттар, магазиндар төҙөлә. Урамда "Солитон" Фәнни тикшеренеү институты предприятиеһы, Башҡортостан юл-транспорт проектының автомобиль юлдары һәм транспорт ҡоролошоноң республика проект-тикшеренеү институты бар. Эргәлә Рождество Богородицаның кафедраль соборы урынлашҡан.
Транспорт
үҙгәртергәУрам буйлап 3, 42, 51, 51а, 55, 200, 202, 218, 266, 256 һанлы ҡала автобустары йөрөй, туҡталыштары бар, 250 -се һанлы маршрут таксиһы йөрөй.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Синенко С. Неторопливые прогулки по Уфе. Городской путеводитель. — Уфа: Китап, 2010. — 376 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-295-05148-7.