Әбүталипова Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы
Викидатала элемент тултырылмаған |
Әбүталипова Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы (30 март 1954 йыл) — педагог, шағир. Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (19..), Фәндәр Академияһының Стәрлетамаҡ филиалы ағзаһы, педагогия фәндәре докторы (19..), Яҙыусылар союзы ағзаһы, балалар яҙыусыһы, шағир.
Биографияһы
үҙгәртергәРәмзәнә Әсхәт ҡыҙы Әбүталипова 1954 йылдың 30 мартында Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуа. Бала сағы ата-бабаларының төйәге - Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылында үтә. Мәктәптә уҡыған сағында уҡ шиғырҙары, мәктәп, ауыл тормошо тураһындағы мәҡәләләре республиканың гәзит-журналдарында баҫылып тора. Апаһы Гүзәл менән балалар араһында уҙғарылған әҙәби конкурстарҙа ҡатнашып, бер-нисә тапҡыр призлы урында яулай. 1969 йылда Башҡорт АСССР-ның 50 йыллыҡ юбилейына арналған "Республикам минең" шиғырҙар конкурсының лауреаты була.
1969 йылда уҡыуын Өфөләге 1-се һанлы мәктәп-интернатында (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты ) дауам итә. Урта белем алғандан һуң, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Был уҡыу йортондағы исемһеҙ йәш әҙәбиәтселәр түңәрәгенә уның тәҡдиме менән "Шоңҡар" исеме бирелә.
1976 йылда, БДУ-ның филология факультетын тамамлағас, Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылына эшкә ебәрелә. Артабан Белорет, Стәрлетамаҡ мәктәптәрендә эшләй.
1987 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына (хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы )эшкә саҡырыла.
1995 йылда Мәскәү ҡалаһында "Урыҫ телле уҡыусыларҙы башҡорт грамотаһына өйрәтеү" темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 2000 йылда доцент ғилми дәрәжәһе ала.
Республикала Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы бер нисә быуын уҡытыусылар әҙерләүсе уҡытыусы ғына түгел, ғалимә булараҡ та билдәле шәхес. Ул алтмышҡа яҡын фәнни, фәнни-методик хеҙмәт һәм мәҡәлә, дәреслек, уҡыу-уҡытыу ҡулланмалары авторы һәм авторҙашы. Улар араһыында "Бүләк"дәреслегенә методик ҡулланманы һәм "Тылсымлы бүләк" уҡыу әсбабын (авторҙаштары Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С.), башҡорт балалар баҡсаһы өсөн тәүге дәреслек - "Ләйсән"де (авторҙаштары Әмирханова Г.И., Юлмөхәмәтов М.Б.), "Русса-башҡортса методик терминдар һүҙлеге"н (авторҙашы Камалетдинова Ә.В.) , "Методик ҡумта" һәм "Йәш уҡытыусыға ярҙамға" методик ҡулланмаларын айырым билдәләп үтергә мөмкин.
Р.Ә.Әбүталипова республиканың, Стәрлетамаҡ ҡалаһының йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты. Стәрлетамаҡ ҡалаһы яҙыусылар ойошмаһының бюро, ҡала гәзите "Ашҡаҙар"ҙың редколлегия ағзаһы ла ул. Моңло т ауышы менән башҡорт халыҡ йырҙарын сәхнәлә башҡарыу - уның Хоҙай биргән тағы ла бер һәләте. Аҡылы камил, күңеле саф, кешеләргә ихлас, үтә лә егәрле, изгелекле Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында буласаҡ уҡытыусыларға белем бирә һәм күп яҡлы таланты менән уртаҡлаша.
Ижады
үҙгәртергәРәмзәнә Әбүталипова 2000 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Ул ижад көсөн башҡа жанрҙарҙа ла һынап ҡарай: хикәйә, әкиәт, һәм скетчтары республика матбуғатында баҫылып тора."Ағиҙел"журналында (2000 йыл, № 7) "Серем -йөрәк сирем" исемле драма әҫәре донъя күрә. Башҡортостан Республикаһы көньяҡ төбәге яҙыусыларының һайланма әҫәрҙәрен туплаған "Стәрлем минең" йыйынтығында ( 2004 йыл) "Ҡурҡҡанға - ҡуш ... бүрек" исемле юмористик хикәйәһе һәм "Шеш", "Бәке"исемле әкиәттәре урын алған.
Шиғри йыйынтыҡтары
үҙгәртергә- Әнисә, йәшең нисә?(1993)
- Асыуланма, сыбарҡай(1995)
- Яҙ һөйөнсөһө ("Шаңдау"йыйынтығында, 1997)
- Мин үҫәм(1999)
- Сиңерткә йәшенмәк уйнай(2002)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә1.Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы "Стәрлем минең"(Башҡортостан Республикаһы көньяҡ төбәге яҙыусыларының һайланма әҫәрҙәре).Стәрлетамаҡ ,2004.-307 бит.
2. Писатели земли башкирской. Справочник /Сост.: Р.Н.Баимов, Г.Н.Гареева, Р.Х.Тимергалина. - Уфа: Китап, 2006. - 496 с.
3.Зөбәржәт Йәнбирҙина “Мин бит әсә – шиғыр әсәһе”/ ”Ашҡаҙар” гәзите. - 27 март 2004 йыл.