Әбдрәшит Айытов

1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында полковник чинында ҡатнаша.

Ҡалып:Underlinked

Әбдрәшит Айытов
Зат ир-ат
Һөнәр төрө офицер
Хәрби звание полковник[d]
Һуғыш/алыш 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы

Айытов Әбдрәшит — 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында полковник чинында ҡатнаша.

Биографияһы

үҙгәртергә

Әбдрәшит Айытов Бөгөлмә ведоствоһының Абдулла ауылында яһаҡ татары ғаиләһендә тыуа..

Е. Пугачев восстаниеһына 1773 йылдың ноябрендә ҡушыла, Башҡортостанда баш күтәреүселәр хәрәкәте етәксеһе була. Әбдрәшит Айытов отряды Мәләкәҫ ҡасабаһы, Тиинск, Биләр-Күл һәм Ҡаҙан губернаһының башҡа тораҡ пункттары, Сиремшән ҡәлғәһе, Яңы Кама аръяғы линияһы һәм Бөгөлмә слободаһы янында һуғыш хәрәкәттәре алып бара. 

1774 йылда Быҙаулыҡ ҡәлғәһе янында П. Д. Мансуров командалыҡ иткән хөкүмәт ғәскәре менән һуғыш ваҡытында әсир итеп алына.

 Ырымбур тәфтиш комиссияһында тикшерелә, ҡамсы менән һуҡтырыла.

Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

  • Крестьянская война 1773—1775 гг. на территории Башкирии. Уфа, 1975.
  • Пугачевщина. М.; Л., 1929. Т. 2. С. 346.
  • Емельян Пугачев на следствии. М., 1997.
  • Гвоздикова И. М. Салават Юлаев. Исследование документальных источников. Уфа, 1992.
  • Материалы для истории Пугачевского бунта // Пермский сборник. М., 1860. Кн. 2.
  • Лимонов Ю. А., В. В. Мавродин, В. М. Панеях. Пугачев и пугачевцы. Л., 1974.

Һылтанмалар

үҙгәртергә