Һөрөү
Һөрөү (ер һөрөү йәки ер эшкәртеү ысулы) — һабан ярҙамында ерҙе (тупраҡты ) эшкәртеү.
Ҡатламды ҡырҡыу, ваҡлау, йомшартыу һәм әйләндереүҙе тәьмин итә. Һөрөү киләһе төрҙәргә бүленә[1]:
- тупраҡ ҡатламы әйләнеше ( катлам 180 градусҡа әйләндерелә; иң боронғо ысул);
- пар күтәреү (ҡатлам 135 градусҡа әйләндерелә);
- мәҙәни һөрөү (алтөрән ҡулланыу).
20 сантиметр тәрәнлеккә һөрөү нормаль тип һанала, башҡаса - тәрән йәки һай. Һөрөү тәрәнлеген һәм йүнәлешен, үҫемлектең ихтыяжынан, тупраҡтың ҡыйланыу кимәленән, ҡоротҡостар һәм ауырыуҙар булыуынан, ҡар тотоу кәрәклегенән, ағым һыуҙар тупланыуҙан һәм ел эрозияһынан һаҡлауныуҙан сығып, агроном хәл итә. Сәсеү әйләнеше шарттарында тәрәнлекте сиратлаштырыу һәм тәрәнлек ҡоролмаһы менән һөрөү ҡатҡыланған ер ҡатламы булдырмаҫҡа мөмкинлек бирә. Ҡайһы бер осраҡта альтернатив рәүештә чизель-культиватор ярҙамында тупраҡты әйләндермәй һөрөү ысулы ҡулланыла[1].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Һөрөнтө
- Символик һөрөү
- Һөрөп алыу (йола)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- «Земледелие», под редакцией С. А. Воробьёва, Москва, 1968, с. 204 — 14.