Һөргөндә  ― урыҫ яҙыусыһы А. П. Чехов хикәйәһе, 1892 йылда яҙылған.

Һөргөндә
Нигеҙләү датаһы 1892
Атамаһы В ссылке
Сәнғәт формаһы хикәйә
Автор Чехов Антон Павлович
Ил  Рәсәй империяһы
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 9 (21) май 1892
Баҫылған Всемирная иллюстрация[d]
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]

«Һөргөндә» хикәйәһе тәүге тапҡыр 1892 йылдың 9 майында «Всемирная иллюстрация» журналында (№ 20) баҫылып сыға. Үҙгәртеп эшләнелгән версияһы Чеховтың «Повести и рассказы» йыйынтығында 1894 йылда баҫыла. Һуңғараҡ «Һөргөндә» хикәйәһе А. Ф. Маркс нәшер иткән яҙыусының әҫәрҙәр йыйынтығының һигеҙенсе томында 1899―1901 йылдарҙа баҫыла[1].

Яҙыуҙың тарихы

үҙгәртергә

Хикәйәнең сюжетына Чеховтың Себергә сәйәхәте һәм Сахалинда булыу тәьҫораттары ингән. Айырым әйткәндә,  яҙыусының 1890 йылдың 4-се йәки 5-се майында Ишим йылғаһын паромда сығыуы тураһында , ә артабан 7 майҙа көндөң насар торошо арҡаһында Иртыш йылғаһын аша сыға алмай, паромсы өйөндә төн үткәреүе хаҡында һүҙ бара. Был турала Чехов 16 майҙа үҙ туғандарына һәм яҡын дуҫы, балалар яҙыусыһы Мария Владимировна Киселёваға хат яҙа. Был турала ул «По Сибири» тигән хикәйәләр йыйынтығында ла телгә ала.

Сахалинда булған саҡта Чехов «Матур» ҡушаматлы кәмәсене осрата. Үҙен бәхетле кеше тип һанаған «Матур» яҙыусыны үҙенең толстойҙыҡыса фәлсәфәһе менән ғәжәпкә ҡалдыра. Моғайын, ошо кеше хикәйә геройы Семён Толковыйҙың прототибы булғандыр[2].

Төнгө ут янында элекке тотҡонлоҡта булған ике кеше менән һөйләүсе ултыра. Исеме лә билдәһеҙ йәш татар үҙенең ҡатынын иҫенә төшөрә, ул рәхимһеҙлеге өсөн был донъяны күрә алмай. «Мәғәнәле» ҡушаматлы Семен ҡарт уның был һүҙҙәренә ерәнеп ҡарай, сөнки ул үҙен шул тиклем ныҡ сыныҡтырған, ул хатта «яланғас көйө ерҙә ятып йоҡлай һәм үлән менән дә туҡлана ала».

Мәғәнәле дворян Василий Сергеевичтың эмиграцияла булғанда юғары күтәрелеүҙәрҙән һәм түбәнгә йығылыуҙарҙан торған тарихын һөйләй. Уның янында Мәғәнәле үҙен юғары зат итеп тоя, сөнки ул үҙенең бар теләктәрен дә юҡ иткән һәм ул бар нимәнән дә азат һәм шуға күрә бәхетле. Йәш татар бик ҡыйыу уға ҡаршы төшә һәм: «Һинең бер теләгең дә булмағас, һин үлек», - ти.

Тәнҡитселәрҙең баһаламаһы

үҙгәртергә

Иероним Ясинский үҙ мемуарҙарында Всемирная иллюстрация журналының баш мөхәррире Петр Быков хикәйәгә бик ныҡ һоҡлана, тип билдәләй. Тәнҡитсе Евгений Ляцкий 1904 йылда яҙған мәҡәләһендә Чеховтың был хикәйәһен яҙыусы әҫәрҙәре араһындағы иң яҡшы әҫәр тип таба[3].

Шул уҡ ваҡытта «Һөргөндә» хикәйәһе яҙыусының замандаш тәнҡитселәре тарафынан бөтөнләй иғтибарға алынмай ҡала, бары тик байтаҡ йылдар үткәс кенә, урыҫ һәм сит ил әҙәбиәтселәре хикәйәгә юғары баһа ҡуя. {0}[13]{/0}} (1936) «Чехов ысынлап та иҫ киткес яҙыусы. Уның «Һөргөндә» и «Ҡасаҡ» хикәйәләренең әҙәбиәттә бер ниндәй ҙә аналогтары юҡ», ― тип Яңы Зеландия яҙыусыһы Кэтрин Мэнсфилд 1920 йылдың декабрендә яҙа[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Муратова, К.Д. Комментарии к рассказу «В ссылке». Собрание сочинений АП. Чехова в 12 томах. Художественная литература. Мәскәү Т. 7, с. {0}[13]{/0}} (1936)
  2. ФЭБ: Долотова и др. Примечания: Чехов. ПСС. Т. 8. — 1977 (текст). feb-web.ru. Дата обращения: 15 июнь 2017.
  3. Евг. Ляцкий. А. П. Чехов и его рассказы. Этюд. — «Вестник Европы», 1904, № 1, стр. 159—160.
  4. Литературное наследство, Т. 68. Москва, 1960, с. {0}[13]{/0}} (1936)