Һөйәк һыныуы

һөйәк бөтөнлөгөнөң тулыһынса йәки өлөшләтә боҙолоуы
(Һөйәк һыныу битенән йүнәлтелде)

Һөйәк һыныуы — йәрәхәтләнеүсе һөлдә участкаһының ныҡлығынан артыҡ йөк арҡаһында һөйәк бөтөнлөгөнөң тулыһынса йәки өлөшләтә боҙолоуы. Һыныу йәрәхәтләнеү һөҙөмтәһендә, шулай уҡ һөйәк туҡымаһының ныҡлыҡ характеристикаларында үҙгәрештәр менән оҙатылып килгән төрлө ауырыуҙар арҡаһында барлыҡҡа килеүе ихтимал.

Һөйәк һыныуы
Тышҡы ҡиәфәте һәм тейешле һыныуҙың рентген һүрәте
Тышҡы ҡиәфәте һәм тейешле һыныуҙың рентген һүрәте
МКБ-10

T14.214.2

МКБ-9

829829

DiseasesDB

4939

MeSH

D050723

 Һөйәк һыныуы Викимилектә

Һынған саҡта хәлдең ауырлығы йәрәхәтләнгән һөйәктәрҙең ҙурлығына һәм уларҙың һанына бәйле. Эре көпшәле һөйәктәрҙең күп мәртәбәле һыныуы ҡан юғалтыуға һәм травматик шокҡа килтерә. Шулай уҡ бындай йәрәхәттәрҙән һуң сирлеләр оҙаҡ аяҡҡа баҫалар, һауығыу өсөн бер нисә ай ваҡыт талап ителеүе мөмкин[1].

Проблеманың әһәмиәте

үҙгәртергә

Һөйәк һыныуы — тере тәбиғәттә яраланыуҙың ярайһы уҡ киң таралған төрө.

Кешенең һөйәк һыныуы башҡа умыртҡалыларҙа быға оҡшаш һыныуҙарҙан бер нимәһе менән дә айырылмай. Артабан кеше организмы миҫалында һыныуҙар ҡарала, әммә һөлдә үҙенсәлектәренә төҙәтмәләр менән килтерелгән бөтә методикалар һәм билдәләр бөтә умыртҡалыларға ла ҡағыла.

Һөйәк һыныуҙарын дауалау проблемаһы һәр ваҡыт айырым шәхес өсөн дә, йәмғиәт өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә. Ерҙәге бөтә цивилизацияларҙа ла «быуын ултыртыусы» һөнәренең аналогы — кешеләрҙең һәм хайуандарҙың һынған аяҡ-ҡулдарын тергеҙеү менән профессиональ рәүештә шөғөлләнгән кешеләр бар. Мәҫәлән, һөйәк һыныуҙары булған 36 неандерталец һөлдәһен анализлағанда күрһәтелгән дауалауҙың 11-нең һөҙөмтәһе генә ҡәнәғәтләнерлек түгел тип табылған. Ошондай үҫеш кимәлендә үк һөйәк һынғанда медицина ярҙамының һөҙөмтәлелеге 70 проценттан артыҡ була, тимәк тәүтормош кешеләре һөйәк һыныу тураһында белгән һәм уны дауалай белгән.[L 1]

Хәҙерге хирургия һөйәктең ҡатмарлы, ҡағылған, күп ярсыҡлы һынуы һәм башҡа бик күп төрлө йәрәхәтләнеүе осрағында һөйәктәрҙең анатомик структураһын тергеҙергә мөмкинлек бирһә лә[L 2], һөйәк һыныуҙы дауалауҙың төп принциптары антиклыҡ дәүеренән үҙгәрмәй килә.[L 3][2]

Классификацияһы

үҙгәртергә

Һыныу төрҙәре бер нисә критерий буйынса кластарға бүленә, был берҙәм сәбәптәр булмауы һәм һыныуҙарҙың урынлашыуы менән бәйле.

Хәҙерге классификацияларҙа түбәндәге билдәләргә ҡарап һөйәк һыныуы төрҙәргә айырыла:

Барлыҡҡа килеү сәбәптәре буйынса
  • Йәрәхәттән булған — тышҡы йоғонто һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгәндәр.
  • Патологик — һөйәктең ниндәйҙер патологик процесс (мәҫәлән, туберкулёз, шеш йәки башҡалар) арҡаһында минималь тышҡы тәьҫир һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.
Зарарланыу ауырлығы буйынса
  • Тулы
  • Күсешһеҙ (мәҫәлән, һөйәк ярыһы аҫтында).
  • Һөйәк ярсығы күсеүе менән [3].
  • Тулы булмаған — ярыҡтар һәм сатнауҙар.
Һыныуҙың йүнәлеше һәм формаһы буйынса
  • Арҡыры — һыныу һыҙығы шартлы рәүештә көпшәле һөйәк күсәренә перпендикуляр.
  • Буйға һуҙылған — һыныу һыҙығы шартлы рәүештә көпшәле һөйәк күсәренә параллель килә.
  • Ҡыя — һыныу һыҙығы ҡыҫынҡы мөйөш аҫтында көпшәле һөйәк күсәренә табан үтә.
  • Бормалы — һөйәк ярсыҡтарының әйләнеше үтә, һөйәк ярсыҡтары нормаль хәленә ҡарата «боролғандар».
  • Ярсыҡлы — дөйөм һыныу һыҙығы юҡ, һөйәк зарарланыу урынында айырым ярсыҡтарға сәрпәкләнгән.
  • Ҡатылған — һөйәк ярсыҡтары көпшәле һөйәктең күсәре буйлап проксималь күсәләр йәки кимек һөйәктең төп яҫылығынан ситтә урынлашҡандар.
  • Компрессион — Һөйәк ярсыҡтары ваҡ, аныҡ, берҙәм һыныу һыҙығы юҡ.
Тире ҡатламы бөтөнлөгө буйынса
  • Ябыҡ — һыныу урынына үтеп ингән туҡымаларҙың йәрәхәтләнеүе менән оҙатылмай һәм тышҡы мөхит менән бәйләнеш юҡ. Айырым бер — терәк-хәрәкәт аппаратының бер сегменты һынған осраҡ. Күмәк — әгәр һыныу терәк-хәрәкәт аппаратының бер сегмент йәки төрлө сегменттары сиктәрендә булһа.
  • Асыҡ — йомшаҡ туҡымалар яраланған һәм тышҡы мөхит менән бәйләнгән һөйәк һыныуҙары. Берләшкән — әгәр һыныу эске ағзалар, баш һөйәге йәрәхәттәре менән бергә булһа. Ҡатнаш — әгәр зарарланыу бер йәки төрлө анатомия өлкәләрендә булһа.
Һыныуҙың урынлашыуы буйынса

Көпшәле һөйәк сиктәрендә айыралар:

  • диафиз
  • эпифиз
  • метафиз
Ҡатмарлылығы буйынса
  • Ҡатмарлы осраҡтар:
  • травматик шок
  • эске ағзаларҙың зарарланыуы
  • ҡан китеү
  • майлы эмболия
  • яралы инфекция, остеомиелит, сепсис.
  • Ҡатмарлашмаған

Шулай уҡ киң таралған һыныу төрҙәренең, тәүге тапҡыр уларҙы һүрәтләгән авторҙың исеме менән аталған дөйөм ҡабул ителгән атамалар бар. Мәҫәлән, беләк һөйәгенең дисталь осоноң һыныуы Коллес һыныуы тип атала.[4][5] Шулай уҡ, аяҡ-ҡул йәрәхәттәренең ярайһы уҡ билдәле төрҙәренә терһәк һөйәгенең өҫкө өлөшө һынғанда һәм беләк һөйәгенең башы сыҡҡанда барлыҡҡа килгән Монтедж һыныуы инә.

Эпифизеолиздар — балалар һәм үҫмерҙәр йәшендә һыныуҙар һөйәкләнеү тамамланмаған үҫеү (эпифизар) һыҙығының, йәғни кимерсәк туҡыманың зарарланыуы. Оло йәштәгеләрҙең һөйәге травматик йөк күпкә әҙерәк булғанда ла һынырға мөмкин, ә һауығыу ваҡыты байтаҡҡа арта. Был һөйәктең минераль һәм органик компоненттары нисбәтенең үҙгәреүенә бәйле.

Этиологияһы

үҙгәртергә

Һөйәк һыныуы уларҙың ныҡлыҡ сигенән артыҡ йөкләмә һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Һәр һөйәк өсөн, төрлө күсәрҙәр буйынса, сик йөкләмә дәүмәле айырыла. Һәр конкрет осраҡта һыныу төрө һалынған көс векторының йүнәлешенә бәйле. Мәҫәлән, әгәр көпшәле һөйәккә һуғыу перпендикуляр тура килһә, арҡыры һыныу барлыҡҡа килә.[6]

Һөйәк һыныуының төрҙәр нисбәте ваҡыт үтеү менән үҙгәргән, мәҫәлән, автомобиль транспортын күпләп индергәнгә тиклем сираҡтың бамперлы һыныуы һәм муйын умыртҡаларының һыныуы һирәк осраһа, хәҙер улар автомобиль йәрәхәттәре ваҡытында барлыҡҡа килгән һыныуҙарҙың ярайһы уҡ процентын тәшкил итә.[7][8]

Техника үҫешеү менән кешелек идара итә алған кинетик энергия ла үҫә. Заманса техник ҡоролмаларҙың ҡеүәте кеше һөлдәһенең ныҡлығынан күпкә артып китә. Хәҙер йөҙ йыл элек кенә уникаль йәки бөтөнләй мөмкин булмаған энергияның кешегә йоғонтоһо ғәҙәти күренешкә әйләнде. Ошоноң менән бәйле, техник үҫеш кимәленең артыуына ҡарап, травматология һәм ортопедия алдына яңы, ҡатмарлыраҡ бурыстар ҡуйыла.[9][2]

Һыныуҙарҙың типик урындары бар. Ғәҙәттә, улар һөйәктең ныҡлығы түбән булған, йә ул иң ҙур көсөргәнеш төшкән урынға тура килә.

Киң таралған һыныуҙарға түбәндәгеләр керә:

  • Типик урында беләк һөйәгенең һыныуы.
  • Ҡулбаш һөйәгенең хирургик муйынтығының һыныуы
  • Сираҡтың ярсыҡлы һыныуы — күбеһенсә автоюл йәрәхәттәрендә барлыҡҡа килә.
  • Медиаль һәм латераль бәкәлдәрҙең һыныуы
  • Бот һөйәге муйынтығының һыныуы. Дауалауы ауыр, киң таралған һыныу, бигерәк тә оло йәштәгеләрҙә.
  • Баш һөйәге һыныуҙары.

Был урындарҙан тыш, башҡа бик күп һыныуҙар булыуы ихтимал. Ысынында иһә, һәр һөйәктең һәр урыны ла һына ала.[L 4]

Диагностика

үҙгәртергә

Шартлы һәм абсолют һыныу билдәләре бар. Шартлы билдәләр ориентир ғына булып торалар һәм тик был типтағы йәрәхәтте шик аҫтына ҡуйырға мөмкинлек бирә. Абсолют билдәләр һыныу фактын раҫлай һәм уны клиник билдәләре менән оҡшаш башҡаларҙан айырырға мөмкинлек бирә.

Йәрәхәт урынында

үҙгәртергә

«Һыныу» диагнозын ҡуйырға билдәле бер критерийҙарҙың булыуы мөмкинлек бирә. Һыныу диагнозы клиник яҡтан ҡуйыла һәм рентгенологик яҡтан ғына раҫлана.

Һыныуҙың шартлы билдәләре

үҙгәртергә
  • Ауыртыу — һыныу урынында аксиаль йөктө имитациялағанда көсәйә. Мәҫәлән, сираҡ һынғанда табанға һуҡҡылағанда ауыртыу ҡапыл көсәйә.
  • Шеш — ғәҙәттә, зарарланыу өлкәһендә шунда уҡ барлыҡҡа килмәй. Сағыштырмаса аҙ диагностик мәғлүмәт бирә.
  • Гематома — һынған урынға ҡан һауыуы. Һулҡылдап торған гематома әүҙем ҡан китеүе тураһында хәбәр итә.
  • Имгәнгән аяҡ-ҡулдың функцияһы боҙолоуы — тәндең зарарланған өлөшөндә көсөргәнеш яһап булмауы һәм хәрәкәттең сикләнеүе .

Һыныуҙың абсолют билдәләре

үҙгәртергә
  • Аяҡ-ҡулдарҙың ғәҙәти булмаған торошо (деформацияһы).
  • Патологик хәрәкәтсәнлек—аяҡ-ҡулдарҙың быуын булмаған урыны хәрәкәтсән булып китеүе .
  • Крепитация — һөйәк һынған урынды баҫып ҡарағанда "шығырлау" һымаҡ тауыш тойолоу.
  • Һөйәк ярсыҡтары

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. В. Г. Климовицкий, В. Ю. Худобин, В. Н. Пастернак, Ю. В. Прудников. Принципы стабильно-функционального внеочагового остеосинтеза при переломах длинных костей конечностей (недоступная ссылка — история). Научно-практическая конференция с международным участием. Донецкий НИИ травматологии и ортопедии (11 апрель 2003). Дата обращения: 5 ноябрь 2008. Архивировано 26 ғинуар 2012 года. 2011 йыл 27 октябрь архивланған.
  2. 2,0 2,1 История травматологии. Травматология и ортопедия. Белорусский государственный медицинский университет. Дата обращения: 30 ноябрь 2008. Архивировано из оригинала 16 ғинуар 2002 года. 2002 йыл 16 ғинуар архивланған.
  3. Костные отломки — осколки кости, возникшие в результате травматического воздействия.
  4. Рентгенодиагностика переломов скелета. Сайт НМУ. — (конспект, на русском). Дата обращения: 30 ноябрь 2008. Архивировано 26 ғинуар 2012 года. 2009 йыл 5 февраль архивланған.
  5. Хирургия в вопросах и ответах. Учебная литература для студентов медицинских вузов. Дата обращения: 7 ноябрь 2008. Архивировано 9 октябрь 2011 года. 2011 йыл 9 октябрь архивланған.
  6. Лекция 10. Механизмы возникновения повреждений костей при действии тупых предметов. Повреждения костей черепа. 1. Механизмы возникновения повреждений костей. Лекции 6 курс. Судебная медицина. Медкурс.ру. Дата обращения: 8 ноябрь 2008. Архивировано 26 ғинуар 2012 года.
  7. Распространённость травматизма по результатам работы травматологического пункта Левобережного района г. Воронежа. Конференции для молодых учёных. Общество молодых учёных ВГМА им. Н. Н. Бурденко. Дата обращения: 30 ноябрь 2008. Архивировано из оригинала 7 май 2013 года. 2013 йыл 7 май архивланған.
  8. Виды травматизма и организация травматологической помощи. Медицинская интернет-библиотека. Дата обращения: 30 ноябрь 2008. Архивировано 14 февраль 2009 года. 2009 йыл 14 февраль архивланған.
  9. Травматология и ортопедия. Энциклопедия здоровье. Curemed.ru. Дата обращения: 30 ноябрь 2008. Архивировано из оригинала 10 май 2013 года. 2013 йыл 10 май архивланған.
  • Поляков В. А. Избранные лекции по травматологии. — М.: Медицина, 1980. — 272 с. — ISBN УДК 617—001(081).
  • Петров С. В. Общая хирургия: Учебник для вузов. — 2-е изд. — 2004. — 768 с. — ISBN 5-318-00564-0.
  • проф. В.М. Шаповалов, проф. А.И. Грицанов, доц. А.Н. Ерохов. Травматология и ортопедия / Под ред. проф. В.М. Шаповалова, проф. А.И. Грицанова, доц. А.Н. Ерохова.. — 2-е изд. — СПб.: ООО "Издательство Фоллиант", 2004. — 544 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. Петров С. В. Указ. соч. — С. 398.
  2. Петров С. В. Указ. соч. — С. 400, 437—441.
  3. Петров С. В. Указ. соч. — С. 398—399.
  4. Петров С. В. Указ. соч. — С. 392—398.