Һүҙҙәрҙең баш хәрефтән яҙылыуы

Һүҙҙәрһең баш хәрефтән яҙылыуы.

1. Һөйләм башындағы һүҙҙәр.

2. Яңғыҙлыҡ исемдәр һәм ҡушаматтар: Өфө, Урал, Рәшит Ниғмәти, Әсхәл Әхмәт-Хужа, Аҡъял батыр; Юпитер, Галак-тика; Аҡтырнаҡ, Ҡарағолаҡ һ. б.

Иҫкәрмә: Ҡояш, ер, ай һүҙҙәре күк есеме булараҡ атап әйтелгәндә ҙур хәреф менән, башҡа ваҡытта бәләкәй хә-реф менән яҙыла: Ерҙең барлыҡҡа килеүе, Ҡояштағы тап-тар, ләкин ҡояш сыҡты, ер йәшәрҙе.

3. Төрлө ойошма һәм предприятиеларҙың бер нисә һүҙҙән торған атамаһындағы тәүге һүҙ: Тарих, тел һәм әҙәбиәт инсти-туты, Башҡорт дәүләт академия драма театры, Башҡорт дәүләт медицина университеты һ.б. Иҫкәрмә: Бер нисә һүҙҙән яһалған иң юғары дәүләт органдарының, иң мөһим халыҡ-ара ойошмаларҙың, шулай уҡ ил-дәүләттәрҙең ҡатмарлы атамаһындағы һәр атама һүҙ ҙур хәреф менән башлап яҙыла: Башҡортостан Респуб-ликаһы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы һ. б.

4. Илдәге юғары вазифа атамалары һәм хөрмәт исемдәре:Дәүләт Думаһы, Башҡортостан Республикаһы Президенты, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры, Советтар Союзы Геройы һ. б. 5. Илдәге байрам, таныҡлы дата һәм мөһим ваҡиғаларҙы белдергән атамаларҙың тәүге һүҙе: Белем көнө, Апрель кон-ференцияһы, Яңы йыл байрамы һ. б.

Дата менән аталған байрам исемендәге һан цифр менән бирелһә – ай исеме, һүҙ менән бирелһә – икеһе лә ҙур хәреф менән яҙыла: 8 Март байрамы – Һигеҙенсе Март байрамы.

6. Бер нисә һүҙҙең хәрефенән ҡыҫҡартып яһалған атамалар: РФ, БР, БМО, БДПУ һ. б.