Һыу һалымы
һыу файҙаланған ойошмалар йә физик шәхестәр тарафынан түләнә торған һалым
Һыу һалымы — һыуҙы махсус һәм (йәки) айырым бер төрлө ҡулланыуҙы башҡарған ойошмалар йә физик шәхестәр тарафынан түләнә торған һалым.
Рәсәйҙә
үҙгәртергәҺыу һалымы Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының 25.2-се бүлегендә (333.8—333.15-се статьялар) билдәләнә, ул 2005 йылдың 1 ғинуарынан уға тиклем ғәмәлдә булған һыу объекттарын файҙаланғанға һалым урынына индерелгән. Һыу һалымы федераль һалым булып тора.
Һалым һалыу объекты
үҙгәртергәҺыу һалымын һалыу объекттары тип һыу объекттарын файҙаланыуҙың түбәндәге төрҙәре таныла:
- һыу объекттарынан һыу алыу;
- һыу объекттары акваторияһын файҙаланыу, һаллап ағас ағыҙыуҙан башҡа;
- һыу объекттарын һыу алмайынса гидроэнергетика маҡсаттарында файҙаланыу;
- һыу объекттарын һаллап ағас ағыҙыу өсөн файҙаланыу.
Түбәндәгеләр һалым һалыу объекты тип танылмай:
- файҙалы ҡаҙылмалары һәм (йәки) шифалы тәбиғи ресурстары булған ер аҫты һыуҙарын, шулай уҡ термаль һыуҙарҙы алыу;
- һыу объекттарынан һыуҙы янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, шулай уҡ тәбиғәт бәлә-ҡазалары һәм авария эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн алыу;
- һыу объекттарынан һыуҙы санитар, экологик һәм суднолар йөрөшө ихтыяжы өсөн ағыҙыу;
- диңгеҙ суднолары, эске һәм ҡатнаш (йылға — диңгеҙ) йөҙөү суднолары тарафынан һыу объекттарынан һыуҙы технологик ҡоролмаларҙың эшен тәьмин итеү өсөн алыу;
- һыу объекттарынан һыу алыуҙы һәм акваторияны балыҡ үрсетеү һәм һыуҙағы биологик ресурстарҙы үрсетеү өсөн тотоноу;
- һыу объекттары акваторияһын судноларҙа, шул иҫәптән бәләкәй йөҙөү сараларында йөҙөү, шулай уҡ һауа судноларының берәмтекле төшөү-күтәрелеүҙәре өсөн файҙаланыу;
- һыу объекттарының акваторияһын һыуҙы һәм һыуҙың биологик ресурстарын һаҡлау, тирә-яҡ мөхитте һыуҙың зарарлы йоғонтоһонан һаҡлау менән бәйле эшмәкәрлекте башҡарыу өсөн ҡулланылған йөҙөү сараларын урынлаштырыу һәм тотоу, коммуникациялар, биналар, ҡоролмалар, ҡорамалдар һәм йыһаздар урынлаштырыу, шулай уҡ һыу объекттарында бындай эшмәкәрлекте алып барыу өсөн файҙаланыу;
- һыу объекттары акваторияһын һыу объекттарына һәм башҡа тәбиғәт ресурстарына дәүләт мониторингын үткәреү, шулай уҡ геодезик, топографик, гидрографик, шулай уҡ эҙләнеү-төшөрөп алыу эштәре өсөн файҙаланыу;
- һыу объекттары акваторияһын гидроэнергетика, мелиорация, һыу хужалығы, һыу транспорты, һыу үткәргес һәм канализация тәғәйенләнешендәге гидротехник ҡоролмалар урынлаштырыу һәм төҙөү өсөн файҙаланыу;
- һыу объекттары акваторияһын бары тик инвалидтарҙы, ветерандарҙы һәм балаларҙы йәшәтеү һәм хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнгән ойошмаларҙың ял ойоштороуы өсөн файҙаланыу;
- һыу объекттарын һыу төбөн тәрәнәйтеү һәм суднолар йөрөй торған һыу юлын һәм гидротехник ҡоролмаларҙы ҡулланыу менән бәйле эштәрҙе үткәреү өсөн файҙаланыу;
- илдең оборонаһы һәм дәүләттең именлеге ихтяждарын тәьмин итеү өсөн һыу объекттарын айырым бер төрлө файҙаланыу;
- ауыл хужалығы ерҙәрен һуғарыу, баҡсасылыҡ, дача ер участкаларын, граждандарҙың шәхси ярҙамсы хужалығы ер участкаларын һуғарыу, ауыл хужалығы ойошмаларының һәм граждандарҙың мал-тыуарын һәм ҡош-ҡортон һуғарыу өсөн һыу объекттарынан һыу алыу;
- ер аҫты һыу объекттарынан шахта-рудник һәм коллектор-дренаж һыуҙарын алыу;
- һыу объекттары акваторияһын балыҡсылыҡ һәм һунарсылыҡ өсөн файҙаланыу.
Һалым базаһы
үҙгәртергәҺыу файҙаланыуҙың һалым һалыу объекты тип ҡаралған һәр төрө өсөн һәр һыу объектына ҡарата һалым базаһы билдәләнә.
- Һыу алыуҙа һалым базаһы һалым осоро эсендә һыу объектынан алынған һыу күләме менән билдәләнә.
- Һыу объекты акваторияһын файҙаланғанда, һал ағыҙыуҙан башҡа осраҡтарҙа, һалым базаһы ҡулланыуға тапшырылған һыу киңлеге майҙаны менән билдәләнә.
- Һыу объектын һыу алмайынса гидроэнергетика маҡсаттарында файҙаланғанда һалым базаһы һалым осоронда етештерелгән электр энергияһы күләме менән билдәләнә.
- Һыу объекттарын ағасты һаллап ағыҙыу маҡсатында файҙаланғанда һалым базаһы һалым осоронда ағыҙылған ағастың мең куб метрҙарҙағы күләме һәм һал ағыҙған юлдың километрҙарҙағы оҙонлоғо ҡабатландығын 100-гә бүлеп билдәләнә.
Һалым ставкалары
үҙгәртергәҺалым ставкалары йылға, күл, диңгеҙ бассейндары һәм иҡтисади райондар буйынса ҡуйыла:
- донъя һыуын алғанда
- акваторияны файҙаланғанда
- һыу объекттарын һыу алмайынса гидроэнергетика маҡсаттарында файҙаланғанда
- һыу объекттарын һаллап ағас ағыҙыу өсөн файҙаланғанда
- һыуҙы һыу файҙаланыу лимитынан артыҡ алғанда был артҡан өлөш өсөн ставка биш тапҡырға арттырыла. Раҫланған квартал лимиттары булмаған сораҡта квартал лимиттары раҫланған йыллыҡ лимиттың дүрттән бер өлөшө күләмендә билдәләнә. Һыу объекттарынан халыҡты һыу менән тәьмин итеү өсөн һыу алғанда һыу һалымы ставкаһы бер мең куб метр һыу күләме өсөн 81 һум кимәлендә билдәләнә.