Һынамыштар
Һынамыштар — фольклор жанры, һауа торошо үҙгәреүенә бәйләп оҙаҡ ваҡыт күҙәтеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән юрау, хикмәтле һүҙ[1].
Һынамыштар | |
Барлыҡҡа килгән | башҡорт һәм башҡортса |
---|
Һынамыштар тип тәбиғәт күренештәрен, үҫемлектәрҙең үҙенсәлектәрен, хайуандарҙың, ҡоштарҙың, бөжәктәрҙең холҡон һауа торошо үҙгәреүенә бәйләп оҙаҡ ваҡыт күҙәтеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән юрау, тәрән мәғәнәгә эйә һүҙ.
Һынамыштар яҙылмаған метеорологик белемдәр йыйылмаһы булып хеҙмәт итә. Төҙөлөшө, формаль билдәләре буйына Һынамыштар мәҡәлгә яҡын, әммә унан айырмалы рәүештә ғәмәли мәғәнәгә эйә - телмәрҙе матурлау һәм өгөт-нәсихәт өсөн түгел, ә көндәлек хужалыҡ эшмәкәрлегендә ҡулланыла.
Һауа торошо нисек булырын күрһәткән һынамыштар:
«Эт ергә аунаһа - ямғырға». «Ысыҡ тиҙ кипһә, ямғыр булыр». «Арҡа һыҙлаһа, ямғыр була».
«Болондағы кипкән бесән дымланһа, ямғыр яуасаҡ». «Болот ҡиблаға табан барһа, көн аяҙытыр».
«Болоттар бер урында өйөрөлһә, көн боҙола». «Болот бергә өйөлөп, бик юғары күтәрелһә, йылы ямғыр булыр». «Эт йылы буран күп була».
«Ямғырҙан һуң йәшен ялтыраһа, аяҙ булыр». «Ямғырҙан һуң ҡояш ялтырап ҡыҙарһа, тағы ямғыр көт».
«Ямғырлы ваҡытта көнсығыштан ел сыҡһа, ямғыр оҙаҡҡа барыр». «Ямғырҙы «һиҙеп» йылғалағы һыу кәмей».
«Яңы ай тыуғанда ел булһа, ай бөткәнсе ел булыр». «Аҡҡош иргә килһә, яҙ оҙаҡ торор»
Уңыш йыйыу сифатын күҙаллаған һынамыштар:
«Ағаста бәҫ күп булһа, бал күп була», «Ысыҡлы йыл бал күп булыр». «Эт йылында мал үҫер, барыс йылды бары үҫер».
«Яҙ ерҙән быу күтәрелмәһә, иген насар ҡалҡыр». « Апрель яртыһьнда торна ҡысҡырһа, йыл яҡшы килә».
«Яҙ иртә килһә, ашлыҡ уңыр». «Яҙ көнө йылғала һыу артмаһа, ашлыҡ уңмаҫ». «Иген баш ҡоҫһа, кәкүк һаҡауланыр».
«Яҙ көнө иретмәй, оҙаҡ туңдырып торһа, йәй ҡоро булыр». «Бүҙәнә ҡысҡырһа, бойҙай уңа». «Ҡара ҡарға ояға ултырһа, өс аҙнанан сәсеүгә сыҡ»
«Яҙ күк күкрәүҙән элек йәшен йәшнәһә, аслыҡ булыр». «Яҙ ташҡын шәп булһа, иген уңа»[2].
Һынамыштар күп халыҡтарҙың ауыҙ-тел ижадында урын алған.
«Ҡарға ихатала һыу инһә — бәхетһеҙлеккә» ти урыҫ халҡы.
«Ҡара ҡарғалар тупҡа йыйылып ҡысҡырһа — ямғырға» ти удмурт һынамышы: «Куакаос чош люкаськыса куаргето ке, со куазь зоронлы».
«Ҡояш байышы ҡыҙыл булһа — иртәгәге көндә ел сыға» тип юрай украин халҡы: «Якщо закат червоный, то на наступный день буде витер»[3].
Һынамыш өлгөләре
үҙгәртергәАғас һуң япраҡ ярһа, йыл ауыр килер.
Ай баҫып тыуһа, көн аяҙ була.
Ай башында аяҙ булһа, ай буйы аяҙ була.
Ай кәртәләнһә, айлыҡ аҙығыңды әҙерлә, Көн кәртәләнһә, кәрәгенде әҙерлә.
Ай кәртәләнһә, буран булыр.
Ай ос менән тыуһа, көндәр яуынлы булыр.
Ай салҡан тыуһа, көн һалҡын булыр.
Аҡман-тоҡман алты көн, алгыһы ла ҡаты көн.
Арыш сәскәндә әрем бик әсе булһа, арыш яҡшы булыр.
Апрель артыҡ йылы булһа, май һалҡын, елле-ямғырлы булыр.
Апрель етһә, яҙ етер, иреп ағып ҡар китер.
Апрелдең алтыһында аяҙ булһа, йәй ҡоро килер, Болотло булһа, ашлыҡ уңыр.
Бер ҡырпаҡ менән ҡыш булмаҫ.
Беренсе ғинуарҙа көн йылы булһа, арыш уңыр, Ел булһа, тары уңыр, томан булһа, һоло уңыр.
Беренсе күк күкрәү көндәр йылыта башлауға булыр.
Беренсе күк күкрәү ҡибла яғынан булһа, иген уңыр.
Беренсе мартта ел булһа, йыл алама килер.
Беренсе мартта көн ҡояшлы, елле булһа, Яҙ, йәй яҡшы булыр, иген уңыр.
Беренсе сентябрҙә йылы булһа, бөтөн көҙ йылы булыр, Әгәр шул көндө ел булһа, киләһе йәй ашлыҡ насар булыр.
Боҙ ҡытыршы булын туңһа, иген уңыр[4].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергәБашҡорт халыҡ ижады. 10‑сы т. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр. Өфө, 2006
Башкирское народное творчество. Т.7. Пословицы, поговорки. Приметы. Загадки. Уфа, 1993
Нәҙершина Ф. А. Халыҡ хәтере. Өфө, 2006.