Һыйышлыҡ
Һыйышлыҡ — күп мәғәнәле һүҙ.
- Һыйышлыҡ (урыҫса — ёмкость) — төрлө дәүмәлле һауыттың, әйберҙең максималь һыйҙырыш[1] күләме.
Электротехника, радиотехника, электроника, физика
үҙгәртергә- Электр һыйышлығы — үткәргестең электр заряды туплау һәләтен күрһәтеүсе баһалама.
- Һыйышлыҡ — шулай уҡ камил йәки һыйҙырышлы элемент конденсатор — электр сылбырының электр ҡыры энергияһын туплау үҙенсәлегенә камил эйә һаналған элементы. Һыйышлыҡ — һыйҙырышлыҡ элементының берҙән-бер параметры һәм конденсаторҙың төп параметры.
Аккумуляторҙар
үҙгәртергә- Һыйышлыҡ (зарядтыҡы) — заряд биргән ваҡытта аккумуляторға ебәрелгән электр күләме.
- Һыйышлыҡ (номиналь) — яңы аккумулятор тулыһынса зарядланған килеш нормаль шарттарҙа файҙаланғанда рөхсәт ителгән иң бәләкәй көсөргәнешкә төшкәнсе биргән энергия күләме (заряд).
- Һыйышлыҡ (энергетик) — тулыһынса зарядланған аккумулятор рөхсәт ителгән иң бәләкәй көсөргәнешкә төшкәнсе биргән энергия күләме.
Математикала
үҙгәртергәМатематикала һыйышлыҡ тип үлсәм менән оҡшаш баһаламалар һанала. Мәҫәлән:
- Гармониялы һыйышлыҡ — билдәле бер формалағы әйберҙең электр зарядын тота алыу һәләтен үлсәй торған күплек баһаламаһы.
- Минковский һыйышлығы — ирекле үлсәүле күплектәрҙең периметрын дөйөмләштереү.
Компьютер техникаһы
үҙгәртергә- Һыйышлыҡ (информатика) — компьютер, шулай уҡ уның ҡушымтаһында, тыштан мәғлүмәт туплағыстар хәтерендә максималь күләмдә һаҡларға мөмкин булған мәғлүмәт.
Оҡшаш исемле мәҡәләләр. Әгәр Һеҙ бында Википедияның башҡа бер мәҡәләһенән килһәгеҙ, зинһар мәҡәләгә кире ҡайтығыҙ һәм һылтанманы мәҡәләгә дөрөҫ күсерлек итеп төҙәтегеҙ. |
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 620, 621-се биттәр