Һуңлаған сәскәләр (повесть)

Һуңлаған сәскәләр — Антон Павлович Чеховтың повесы 1882 йылда яҙыла, тәүге тапҡыр 1882 йылда «Донъя мәғәнәһе» («Мирской толк») йыйынтығының 37 -се һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫыла. Повесть Николай Иванович Коробовҡа, яҙыусының дуҫына, арналған. Повесть буйынса шулай уҡ фильм төшөрөлгән, спектакль ҡуйылған.

Һуңлаған сәскәләр
Жанр

повесть

Автор

Антон Павлович Чехов

Төп нөхсә теле

урыҫ телендә

Ижат ителгән ваҡыты

1882

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1882

А. П. Чеховтың өс бүлектән торған «Һуңлаған сәскәләр» повесы 1882 йылда яҙыла, тәүге тапҡыр 1882 йылда «Донъя мәғәнәһе» («Мирской толк») йыйынтығының 37-се һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫыла[1].

Повесть яҙыусының дуҫы Николай Иванович Коробовҡа арналған. Н. И. Коробов «… Антон менән тиҙ уртаҡ тел тапҡан, һәм ғүмерҙәренең аҙаҡҡы көндәренә саҡлы яҡын дуҫ булып ҡалғандар»[2]. Үҙ повесында А. П. Чехов көнкүреш ығы-зығыһында буталған һәм аяныслы һөҙөмтәләргә килтергән кешенең яҙмыш трагизмы темаһын үҫтерә.

Чехов үҙе тере саҡта «Һуңлаған сәскәләр» повесы серб-хорват теленә тәржемә ителә.[3].

Повестағы ваҡиғалар көҙ көнө кенәз Приклонскийҙың өйөндә бара. Маруся Приклонская, бар мәлдә лә әсәһен хөрмәт итеүсе һәм тыңлаусы, намыҫлы һәм тәрбиәле ҡыҙ, уның атаһы вафат була. Маруся хатта үҙенең бар ваҡытын эскегә, күңел асыуға, йыуаныс алыуға сарыф иткән, мәғәнәһеҙ тормош рәүеше алып барған ағаһы Егорушканы ла ярата. Егорушканың тормошо насар бәйләнештәр менән сырмалған. Княгиня Приклонская улына үҙ тырышлығы менән бына тигән доктор булып киткән үҙҙәренең крепостной крәҫтиәне Топорковты өлгө итеп ҡуя. Әммә Егорҙы был өгөттәр ҡыҙыҡһындырмай тиерлек.

Маруся ағаһының бындай ҡылығын яуапһыҙ мөхәббәт менән аңлатырға тырыша. Ул шул рәүешле күңел һыҙланыуын баҫа, тип уйлай ҡыҙ. Егор ғаиләһен йәлләй, әммә әсәкәйенең һәм һеңлеһенең даими нәсихәттәре уны ҡотороноуға еткерә. Шул саҡта ул яҡындарының үҙ тормошонан юғалыуын ғына теләй. Һушын юғалтҡансы эскән кенәз ғаиләһен ҡәһәрләй, әсәһенең йоҡоһоҙ үткәргән төндәре һәм һеңлеһенең ғазапланыуҙары уны бөтөнләй борсомай.

Балалары сирләгән өсөн Приклонская доктор Топорковҡа ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә мәжбүр була. Маруся, романдарҙа уҡыған иң аҫыл һыҙаттарҙы унда күреп, докторға ғашиҡ була. Ҡыҙ шулай уҡ ағаһында булған етешһеҙлектең доктоҙа булмауын да уның дәрәжәлеге тип иҫәпләй. Топорков Марусяның ҡулын һорай һәм шаҡтай ҙур бирнә талап итә. Был талапты Приклонская мыҫҡыллау кеүек ҡабул итә һәм докторҙың тәҡдимен кире ҡаға. Ләкин Топорков бик көйөнмәй һәм тиҙ арала бай сауҙагәр ҡатынға өйләнә.

Княгиня ғаиләнең бөлөүен алдан һиҙенә һәм тиҙҙән вафат була. Егор тағы ла нығыраҡ түбән тәгәрәй, һөйәркәһе менән осраша һәм Марусяның һуңғы аҡсаларын тартып ала. Күңел ғазаптарынан Маруся аҡрынлап сиргә һабыша. Ул Топорков янына килә һәм уны яратыуын әйтеп бирә. Доктор үҙенең иҫәп буйынса никахлашҡанлығы һәм кеше ҡайғыһында байығып йәшәгәнлеге өсөн бик үкенә. Ул Марусяны Парижда дауаларға алып китә, әммә был ҡыҙҙы үлемдән ҡотҡармай. Ҡыҙ, өс көн дә йәшәмәй, Көньяҡ Францияла вафат була.

Топорков "үҙенең семинарист "идеал"дарын һәм университет хыялдарын иҫенә төшөрә, һәм ҡиммәтле бәрхәт менән көпләнгән кресло һәм диван, тотош келәм йәйелгән иҙән, был бра, был өс йөҙ һумлыҡ сәғәт — уға барыһы ла йырып сыҡҡыһыҙ ҡурҡыныс бысраҡ булып күренә!" Ул тыуған иленә ҡайта һәм элеккесә йәшәүен дауам итә, табип булып эшләй. Егорҙы, йөҙ сырайы менән Марусяны бик ныҡ хәтерләткәнлектән, ул үҙе менән йәшәтә, ләкин тегенеһе тормошон үҙгәртергә уйламай ҙа, докторҙан һаман да аҡса һура.

Хикәйә буйынса фильм һәм спектакль

үҙгәртергә

А. П. Чеховтың «Һуңлаған сәскәләр» повесы мотивтары буйынса шундай исемле «Һуңлаған сәскәләр» фильмы төшөрөлә. Уның режиссёры Абрам Роом. Фильмда Гектор Берлиоздың «Фантастик симфония»һы файҙаланылған.

«Мөнәсәбәтлелек» Мәскәү драма театрында «Һуңлаған сәскәләр» спектакле ҡуйыла. Ю . К. Олеша инсценировкаһы.

  • Чехов А. П. Цветы запоздалые // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Повесть А.
  2. Чехов М. П. Вокруг Чехова. М. Московский рабочий, 1964, стр. 88
  3. Доцкан. «Београдске новине», 1901, № 280, 281

↑ Повесть А. П. Чехова «Цветы запоздалые». Примечания] ↑ Чехов М. П. Вокруг Чехова. М. Московский рабочий, 1964, стр. 88 ↑ Доцкан. «Београдске новине», 1901, № 280, 281 ↑ Спектакль «Цветы запоздалые»

Һылтанмалар

үҙгәртергә