Һуҙынҡыларҙың дөрөҫ әйтелеше

Башҡорт телендә бөтә хәрефтәр ҙә яҙылғанса ғына уҡылмай. Уларҙы дөрөҫ уҡыу, әйтеү ҡағиҙәләре бар.

1. «И» хәрефе үҙләштерелгән һүҙҙәр аҙағында -ей, -ый тип уҡыла:

  • Яҙыла -> уҡыла
  • Вәли -> Үәлей
  • Нәби -> Нәвей
  • Фәхри -> Фәхрей
  • Нури -> Нурый
  • Миңнури -> Миңнурый

2. Ҡайһы бер сифаттарҙың һәм яҙыусыларҙың фамилиялары аҙағында и үҙгәртелмәй уҡыла: -ҡәтғи, милли, сәйәси, әҙәби, ижади, фәнни, даими, Р. Ниғмәти, Ғ. Әмири, хосуси, ижтимағи, синфи, хәрби, фәлсәфәүи.

3. Һуҙынҡы өнгә бөткән һүҙҙең аҙағынан һуҙынҡы менән башланған һүҙ килһә һәм ул бер тында әйтелһә, ғәҙәттә, алдағы һүҙҙең аҙаҡҡы һуҙынҡыһы төшөп ҡала:

  • яҙыла -> уҡыла
  • килә алмай -> килалмай
  • бара алмай -> баралмай
  • туры ат -> турат
  • ҡара алтын -> ҡаралтын
  • иртә үк -> иртүк
  • һоро айыу -> һорайыу
  • алдымы әллә -> алдымәллә
  • Усманова М. Ғ., Абдуллина Ф. Ф. Башҡорт теле. Өфө, 2000. — ISBN 5-295-02619-1
  • Толомбаев Х. А., Солтанбаева Х. В. Әсә теле. 6-сы класс өсөн дәреслек. Өфө, 2008. — ISBN 978-5-295-04288-1
  •  Псәнчин В. Ш., Псәнчин Ю. В. Әсә теле. 10—11 кластар өсөн дәреслек. Өфө, 2009. — ISBN 5-295-02834-8