«Һинд тол ҡатыны» (ингл. Indian Widow) — инглиз художнигы Джозеф Райт картинаһы. Картина 1793 йыл аҙағында йәки 1794 йыл башында яҙылып бөткән һәм Райт шәхси күргәҙмәһендә 1985 йылда күрһәтелгән. Хәҙер картина Дерби музейы һәм сәнғәт галереяһына ҡуйылған[1]. Художник үҙе «Һинд тол ҡатыны» тигән ҡыҫҡа исем ҡулланһа ла, картинаның тулы исеме — «Үлгән юлбашсының ҡоралын һаҡлаусы һинд тол ҡатыны» (ингл. The Widow of an Indian Chief Watching the Arms of Her Deceased Husband).

Джозеф Райт
Һинд тол ҡатыны, 1783 йәки 1784
Indian Widow
Киндер, Майлы буяу. 101,6×127 см
Дерби музейы һәм сәнгәт галереяһы, Бөйөк Британия

Никольсон раҫлауынса, картиналағы ҡатындың рәсеменә бер аҙ матурланған, ҡалған детальдәр (тире, ҡаурый, бысаҡ) дөрөҫ һүрәтләнгән[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Indian Widow 2011 йыл 5 март архивланған., Derby City Council, accessed March 2011
  2. Benedict Nicolson.Joseph Wright of Derby: painter of lighthttp://books.google.co. Ms09AAAAIAAJ. 1968. с.148