Һаҡһыҙлыҡ (хикәйә)
Һаҡһыҙлыҡ — Антон Павлович Чехов хикәйәһе. 1887 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1887 йылдың 21 февралендә «Осколки» журналының 8-се һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән бағылып сыға.
Һаҡһыҙлыҡ | |
Атамаһы | Неосторожность |
---|---|
Сәнғәт формаһы | хикәйә |
Автор | Чехов Антон Павлович |
Әҫәрҙең теле | урыҫ теле |
Нәшер ителеү ваҡыты | 21 февраль (5 март) 1887 |
Баҫылған | Осколки[d] |
Авторлыҡ хоҡуғы статусы | 🅮[d] һәм 🅮[d] |
Баҫмалар
үҙгәртергәХикәйә 1887 йылда яҙылған. Тәүге тапҡыр 1887 йылдың 21 февралендә «Осколки» журналының 8-cе һанында Антон Чехов ҡултамғаһы менән баҫылып сыға, 1899 йылда «Памяти В. Г. Белинского. Литературный сборник, составленный из трудов русских литераторов» йыйынтығында донъя күрә, артабан А. Ф. Маркс нәшер иткән Чехов әҫәрҙәре йыйылмаһына индерелә. Чехов тере саҡта немец, поляк, серб-хорват, словак һәм чех телдәренә тәржемә ителә.
Тәнҡит
үҙгәртергә1887 йылда нәшерсе Н. А. Лейкин Чеховҡа: «Һеҙҙең «Осколки»ҙағы һуңғы әҫәрегеҙ бик матур әйбер…» -тип яҙа. Тәнҡитсе В. В. Билибинға ла хикәйә оҡшай, ләкин ул авторға күберәк етди әҫәрҙәр яҙырға кәңәш бирә.
Хикәйәгә Л. Н. Толстой һәм А. Басаргин да иғтибар бүлә. Басаргин фекеренсә, «Һаҡһыҙлыҡ» үпкәләтмәҫлек юмор менән һуғарылған[1].
Персонаждар
үҙгәртергә- Петр Петрович Стрижин, полковник ҡатыны Иванованың туғаны.
- Дашенька, уның балдыҙы, ҡарт ҡыҙ.
- Фармацевт.
Сюжет
үҙгәртергәПетр Петрович Стрижин төнгө сәғәт икелә генә бала суҡындырыу байрамынан ҡайтып инә. Любовью Спиридоновнаның балаһы булыу осрағынан ул шатлыҡтан әҙерәк эсеп алған. Өйөндә уның тағын да эскеһе килеп китә, һәм ул шкафтан араҡы алып, бер рюмка һалып эсә. Уның эсеүе була - шунда уҡ күҙҙәрендә ут күренә, тыны ҡурыла башлай, һәм ул һандыҡ өҫтөнә йығылып китә. Кәрәсин еҫен тойоп, ул кәрәсин эстем тип уйлай. Стрижин Дашеньканы саҡырып ала һәм кәрәсин эскәненә зарлана. Даша уны, кәрәсинде лә аҡсаға һатып алырға кәрәк, тип битәрләй башлай. Стрижин уға ҡул һелтәй ҙә докторҙы эҙләргә китә. Докторҙарға шылтыратып уята алмағас, ул дарыуханаға китә. Дарыуханала ул фармацевтан дарыу һорай. Бындай хәл менән осрашмаған фармацевт белешмәләрҙе аҡтара һәм уны төндә борсоғандары өсөн зарлана: «Һәр бер эт менән бесәй йоҡлап ятҡан саҡта ла, һеҙ беҙҙе, фармацевтарҙы, кешегә һанамай, төнгө сәғәт дүрттә уятаһығыҙ, әҙерәк оялыр инегеҙ». Стрижин фармацевтың зарланғанын тыңлай ҙа өйөнә ҡайтып китә. Өйҙә ул, үлеп китһәм-фәлән тип: «Минең үлемемдә бер кем дә ғәйепле түгел» тигән яҙыу яҙа.
Иртәнсәк Стрижин теп-тере уяна. Дашаға ул дөрөҫ тормош көткәнлектән уны бер ниндәй ағыу ҙа алмай тип әйтә. Даша, үҙенә насар, сифатһыҙ кәрәсин биргәндәр тип уйлап, ныҡ көрһөнә.
Экранлаштырыу
үҙгәртергә1998 йылда МХАТ-тың йөҙ йыллығына Антон Павлович Чехов әҫәрҙәре буйынса күп сериялы «Чехов и Ко» нәфис фильмы төшөрөлә. Уның өсөнсө серияһында «Кейәү егет һәм атайым» «Һаҡһыҙлыҡ» һәм «Яҡшы бөтөү» хикәйәләре экранлаштырылған. Режиссерҙары: Зиновий Ройзман, Дмитрий Брусникин, Александр Феклистов. Ролдәрҙә: Владимир Кашпур — Пётр Петрович Стрижин , Наталья Тенякова — Даша, Стрижиндың балдыҙы , Владимир Гуркин — фармацевт .
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Чехов А. П. Неосторожность // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ «Московские ведомости», 1900, № 270, 30 сентября
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Чехов А. П. Неосторожность 2017 йыл 5 май архивланған.. Оригинальный русский текст
- Экранизация чеховских рассказов «Жених и папенька», «Неосторожность», «Хороший конец». МХАТ им. А. П. Чехова.