Һатай (Антакья) Археология музейы

Антакья (Һатай) Археологик музейы (төр. Hatay Arkeoloji Müzesi) — Антакья янындағы археологик табылдыҡтарҙан тора (боронғо Антиохия), донъялағы иң ҙур рим мозаика коллекцияларының береһе. Төркиәлә 2011 йылда асылған Зеугм мозаика музейы коллекцияһы ғына уны уҙған[1].

Һатай Археология музейы
төр. Hatay Arkeoloji Müzesi
Нигеҙләү датаһы 23 июль 1948
Рәсем
Принадлежит к Museum Directorate of Hatay[d]
Дәүләт  Төркиә
Административ-территориаль берәмек Антакья[d]
Рәсми сайт hatayarkeolojimuzesi.gov.tr/…
muze.gov.tr/muze-detay?S…
Карта
 Һатай Викимилектә

Антакьяла һәм тирә-яғында тәүге ҡаҙыныу эштәре 1932 йылдан үткәрелә башлай. Француз археологы Клод Прост тәҡдиме менән музей төҙөү буйынса ҡарар ҡабул ителгән, һәм 1934 йылда архитектор Мишель Экочерд етәкселегендә был эш башлана. 1939 йылда төҙөлөш тамамлана, әммә экспонаттар ҡуйыу, туплау өсөн йәнә тағы туғыҙ йыл кәрәк була. 1948 йылдың 23 июлендә музей асыла. Экспонаттар һаны артыу сәбәпле, 1960-сы йылдарҙа музей майҙанын ҙурайтыу башлана һәм 1973 йылда яңы бина ла асыла, унда күргәҙмә залдары һигеҙгә етә.

2011 йылда ҡала ситендә музей өсөн яңы бина төҙөлә, ул 2014 йылдың 28 декабрендә асыла. Гәзиттәр хәбәр итеүенсә, күсенгән ваҡытта өлөштәр буталыу арҡаһында кәмендә 10 мозаика дөрөҫ тергеҙелмәгән булып сыға[2][3].

Йөкмәткеһе

үҙгәртергә

Һатай Археологик музейында 34 меңдән ашыу артефакт һаҡлана, улар Рим империяһының иң ҙур ҡалаларының береһе Антакьяла ижад ителгән булған.

Ирекле һәм тормошсан манерала башҡарылған мозаикалы эштәр Фетида Орфей, Геракл, Дионис һәм башҡа мифологик персонаждар ғәмәлдәрен һынландыра. Музейҙа палеолит осоро әйберҙәре, тәңкәләр коллекцияһы, хетт скульптуралары һәм Сүриәнең төньяҡ өлөшөндәге башҡа урындарында табылған монаяттар һаҡлана.

Мозаиканың күп өлөшө Антакьяла 1935—1939 йылдар араһында Принстон университеты менән Францияның Милли музейы хеҙмәттәшлек итеп алып барылған ҡаҙыныуҙар һөҙөмтәһендә, Боронғо Антиохияла, Искәндәриәлә (Александрия) һәм Дафна сауҡалығында, Антакьяның заманса ял итеү зоналарында табылған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә