Һарыҡты кем ашаған?
Һарыҡты кем ашаған? — Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафури мәҫәле
Һарыҡты кем ашаған? | |
Атамаһы | Һарыҡты кем ашаған? |
---|---|
Жанр | мэсэл |
Автор | Ғафуров Ғәбделмәжит Нурғәни улы |
Нәшер ителеү ваҡыты | 1913 |
Мәжит Ғафури мәҫәлдәре
үҙгәртергәМәжит Ғафури XX быуат башы мәҫәлдәрендә, мәғрифәтселек идеяларына ярашлы, рухи торғонлоҡҡа, әхлаҡһыҙлыҡҡа — аң-белемде, иҫкелеккә — яңылыҡты, яҡшылыҡҡа — яуызлыҡты, наҙанлыҡҡа һәм тупаҫлыҡҡа — ғилемлелекте ҡаршы ҡуйыу поэтик антитеза алымы аша бик уңышлы сағылдырыла. Ғилемлелек ҡояш образы аша символик кәүҙәләнеш таба.
Телсе ғалим Салауат Ғәлин Мәжит Ғафуриҙың мәҫәлдәренә юғары баһа бирҙе:
Мирсәлих Биксурин, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Сафуан Яҡшығолов кеүек әҙиптәрҙең бармаҡ менән генә һанарлыҡ мәҫәлдәрен иҫкә алмағанда, башҡорт әҙәбиәте тарихында Мәжит Ғафуриға тиклем мәҫәл традициялары булманы тиерлек. Шуға ла беҙ тағы Мәжит Ғафуриҙы был жанрға нигеҙ һалыусы, тип иҫәпләй алабыҙ. Дөрөҫ, шағирҙың мәҫәл мираҫы ҙур түгел, уның утыҙлап мәҫәле бар. Әммә хикмәт әҫәрҙең күплеге менән генә билдәләнмәй. Был осраҡта мәҫәл жанрының шағир ижадында ғына түгел, ә тотош әҙәбиәт тарихында әлегәсә күрелмәгән художестволы-эстетик күренеш булыуы мөһим |
.
Шағир беренселәрҙән булып мәҫәл жанрын Рәсәй империяһының һәм башҡа илдәрҙең колониаль сәйәсәтен фашлауға йүнәлтә. Шулай уҡ социаль иҙеүҙе, ғәҙелһеҙлекте фашлай, залимдар һәм мазлумдар, йәғни көслөләр һәм көсһөҙҙәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәре проблемаһын күтәреп сыға.
1913 йылда донъя күргән «Һарыҡты кем ашаған?» «Үгеҙ менән Бүре» мәҫәлдәрендә башҡорт йәмғиәтендәге социаль тигеҙһеҙлек ҡырҡыу сағылыш таба, сәйәси төҫ ала[1].
«Һарыҡты кем ашаған?» мәҫәле
үҙгәртергә«Һарыҡты кем ашаған?» мәҫәле залимдар һәм мазлумдар донъяһын сағылдырыусы Бүре, Төлкө, Ҡуян кеүек иң сағыу аллегорик образдарҙың хәрәкәтенә нигеҙләнә[2][3].
«Һарыҡты кем ашаған?»
Бер аусының бер һарығы ҡырҙа ҡалған, |
Мәҫәлдең төп фекере, тел үҙенсәлектәре
үҙгәртергәМәжит Ғафури «Һарыҡты кем ашаған?» мәҫәлендә көслөләрҙең көсһөҙҙәр өҫтөнән хакимлығын фаш итеп, ғәҙеллек һәм тигеҙлек идеяларын яҡлап сыға. Уның мәҫәлдәрендә дөйөм кешелек етешһеҙлектәрен генә фашлау түгел, социаль мотивтар ҙа урын ала[6].
«Һарыҡты кем ашаған?» мәҫәлен сәхнәләштереү
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Т. Ф. Сафетдинова. Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә Мәжит Ғафуриҙың «Һарыҡты кем ашаған?» мәҫәлен өйрәнеү. −136-140 бб. — Уфа: Самрау, 2020 ISBN 978-5-6044375-6-8
- «Һарыҡты кем ашаған?» мәҫәле буйынса презентация
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. I том, 496 б. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1978
- Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 2-се том / Ғ. Хөсәйенов, Р. Байымов, Р. Бикбаев, Ә. Мирзаһитов, С. Сафуанов, З. Ураҡсин, Р. Шәкүр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. 420—421 б. ISBN 5-295-00595-X (2-се том)
- История башкирской литературы. Т. 2: Литература советского периода (1917—1955 гг.) — Уфа: Китап, 2014. — 680 с. ISBN 978-5-295-06062-5 (т. 2)
- Мажит Гафури — первый народный поэт Башкортостана. Деятельность музеев в увековечивании имен знаменитых личностей (к 70-летию со дня открытия Мемориального дома-музея Мажита Гафури в Уфе): Материалы Всероссийской научно-практической конференции (с международным участием, г. Уфа, 21-22 марта 2018). ‒ Уфа: Самрау-Медиа, 2018. ‒ 248 с. ISBN 978-5-9500198-8-3 Г. Х. Абдрафиҡова, М. ҒАФУРИҘЫҢ БАЛАЛАР ӘҘӘБИӘТЕНӘ ИНДЕРГӘН ӨЛӨШӨ, 7-10 бб.
- Роль творчества Мажита Гафури в развитии литературы и культуры народов России (к 140-летию содня рождения первого народного поэта Башкортостана Мажита Гафури): Материалы Всероссийской научно-практической конференции (г. Уфа, 2020 г.) Г. Х. Сәмерханова. М. Ғафури әҫәрҙәренең идея-тематик йөкмәткеһе, 128—130 с. — Уфа: Самрау, 2020 ISBN 978-5-6044375-6-8
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Роль творчества Мажита Гафури в развитии литературы и культуры народов России (к 140-летию содня рождения первого народного поэта Башкортостана Мажита Гафури): Материалы Всероссийской научно-практической конференции (г. Уфа, 2020 г.) Г. Х. Сәмерханова. М. Ғафури әҫәрҙәренең идея-тематик йөкмәткеһе, 128—130 с. — Уфа: Самрау, 2020 ISBN 978-5-6044375-6-8
- ↑ «Һарыҡты кем ашаған?» мәҫәле буйынса ҡурсаҡ театры сығышы
- ↑ «Һарыҡты кем ашаған?» мәҫәле буйынса презентация
- ↑ Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. I том, 496 б. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1978
- ↑ «Һарыҡты кем ашаған?» мәҫәле буйынса презентация
- ↑ Роль творчества Мажита Гафури в развитии литературы и культуры народов России (к 140-летию содня рождения первого народного поэта Башкортостана Мажита Гафури): Материалы Всероссийской научно-практической конференции (г. Уфа, 2020 г.) Г. Х. Сәмерханова. М. Ғафури әҫәрҙәренең идея-тематик йөкмәткеһе, 128—130 с. — Уфа: Самрау, 2020 ISBN 978-5-6044375-6-8