Һарыбейә күле

төбәк әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы, ғилми һәм тәбиғәтте һаҡлау әһәмиәтенә эйә. Волга буйы федераль округы Башҡортостан Республикаһы

Һарыбейә күле (рус. Урочище Попковские озера, Урочище Поповские озера) — Волга буйы федераль округы Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районындағы күл. төбәк әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы, ғилми һәм тәбиғәтте һаҡлау әһәмиәтенә эйә.

Һарыбейә күле
Нигеҙләү датаһы 19 июнь 2003
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Волга буйы федераль округы, Башҡортостан Республикаhы һәм Хәйбулла районы
Майҙан 10 гектар

Һүрәтләмә

үҙгәртергә

Һаҡланған тәбиғәт биләмәһенең ағымдағы статусы: Ғәмәлдәге

Һаҡланған тәбиғәт категорияһы: Тәбиғәт ҡомартҡыһы

Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһенең әһәмиәте: Төбәк

Эш йүнәлеше : Ботаника

Ойоштороу датаһы: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2003 йылдың 19 июнендәге 146-сы ҡарары нигеҙендә

Административ-территориаль бүленеш структураһында махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһенең урынлашыуы: Волга буйы федераль округы Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы

Дөйөм һаҡланған тәбиғәт биләмәләре: 10,0 гектар

Тәбиғәт ҡомартҡыһы ғилми һәм тәбиғәтте һаҡлау әһәмиәткә эйә.

Төп ҡурсау объекттарының исемлеге: Залесский ҡылғаны, сатраш сыбар сәскә, гибрид пион, себер ирисе һәм башҡа һирәк осрай торған һәм юғалып барған үҫемлектәр популяцияһы.

Географик урыны: Воздвиженка ауылынан (боронғо Ҡашҡар ауылы урынынан) 2 саҡрым төньяҡҡа

Сиктәрҙең тасуирламаһы: Степное участка урман хужалығы, 12-се квартал

Был урын ташлы һәм ҡыуаҡлы (селек, май гөлйемеше һәм башҡалар), болондар, далалар, уҫаҡлыҡтар менән уратып алынған ике бейек күлдән тора. Күлдәр яйлап кибә бара.

Бында үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре үҫә: Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына индерелгән Залесский ҡылғаны, сатраш сыбар сәскә, гибрид пион, себер ирисе.

Шулай уҡ һирәк осраған һәм һаҡлауға мохтаж булған башҡа үҫемлек төрҙәре лә күп:   Гмелин татырланы,  Андев ҡәнәфере , кетермәкле меңьяпрак , күп япраҡлы спаржа, Ледебур  быумагөлө, ваҡ сәскәле соссюрея. Ҡөлһыу тал, май розаһы, селек осрай.

Башҡортостан Республикаһында һирәк осрай торған реликт - Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына индерелгән дөр-дөр сәскә ( пион уклоняющийся)үҫә.

Дөр-дөр сәскә (пион Марьин корень) Республикала бик һирәк үҫә. Уның бөтәһе дүрт популяцияһы билдәле. Ғәҙәттә ул урманда, урман-дала зонаһында йәки тайга зонаһында осрай. Әммә Хәйбулла районында Яңы Воздвиженка ( элекке Ҡашҡар ауылы) ауылынан алыҫ түгел, Һарыбейә ( Попковка ) күлдәре төбәгендә далала үҫкән популяцияһы ла бар. Дөр-дөр сәскәләре бында ҡыуаҡтар, уҫаҡлыҡтар араһында үҫә. Йыл һайын сәскә ата һәм орлоҡ бирә.

Тәбиғәт ҡомартҡыһы биләмәһендә ғалимдар пиондың иҫәбен яһалма арттырыу буйынса эштәр алып бара.

Шулай уҡ, бында бурһыҡтар колонияһы бар. Ташлы урындарҙа бесәнсе ҡомаҡ ( пищуха малая) тереклек итә.

Төбәктең тарихы

үҙгәртергә

Һарыбейә күлен урыҫтар Попковские озера («Поповские озера») тип атайҙар. Ул хәҙерге Ново-Воздвиженка-Кашкаровка (боронғо Ҡашҡар ауылы урынынан) ауылы эргәһендә, унан 2 саҡрым алыҫлыҡта ята.

Борон был ерҙәрҙә Ҡашҡар ауылы кешеләре —түңгәүер башҡорттары йәйләгән. XIX быуат аҙаҡтарында-ХХ-се быуат баштарында был ерҙәрҙе бушлай тиерлек тартып алғандар. Ситтән килеүселәр һарыбейә күлен үҙҙәренсә «Поповские озера» атамаһына алыштырғандар.

Һарыбейә күле (Попковские озера) төбәк әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы (2003). Майҙаны 10 гектар.

  • Хайбуллинская энциклопедия гл. ред. Р. X. Ибрагимом Уфа: Х15 Вашк. энцикл., 2015. 648 с.: ил., карты. ISBN 978-5 88185 245 6

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Сводный список особо охраняемых природных территорий Российской Федерации (справочник). Часть II.Потапова НА, Назырова РИ, Забелина НМ, Исаева-Петрова ЛС, Коротков ВН, Очагов ДМ М.: ВНИИприроды (2006) : 364