Һарауыс
Һарауыс — башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме, маңлай биҙәүесе[1]
Һарауыс | |
Барлыҡҡа килгән | башҡорт |
---|
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары бик ҡупшы сигелгән кейем менән айырылып торған. Башҡорт ҡыҙҙарының оҫталығы төрлө биҙәктәр ҡулланыуы менән баһаланған. Сәйлән йәки ваҡ мәрйен, ялтырауыҡтар, ынйы, металл еп менән сигеү үҙенсәлекле сәнғәт камиллығына эйә булған. Ә ҡатын-ҡыҙҙың баш кейеме уның социаль статусы, ғаилә хәле күрһәткесе булған[2][3].
Этимологияһы
үҙгәртергә«Һарауыс» һүҙе башҡорт телендә «һыр»- һырлау, биҙәкләү, буй йә ҡыя һыҙыҡ, бөрмә йәки йыйырсыҡ тигәнде аңлата. «Һырыу, һырыған, һырма» типсеү, күктәү, һырыу тигәнде аңлата. «Һарауыс» башҡорт телендәге «һырлау» — биҙәктәр, бәйләмдәр сығарыу мәғәнәле һүҙҙән килеп сыҡҡандыр. Йәғни «hырыуыс» — нағыш менән биҙәкләнгән туҡыма. Себер татарҙарының да ошондай уҡ «сарауц» тип аталған маңлай биҙәүесе бар. Е. Е. Нечвалода һәм башҡа тикшеренеүселәр Халыҡтарҙың бөйөк күсенеүенә тиклем таралған иран (тажик) «сар» — «баш» тамырлы бер нисә баш кейеме атамаһы менән бәйләй[4].
Тарихы
үҙгәртергәҺарауыс — башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының боронғо сигеү оҫталығы өлгөһө, традицион кейеме, йәш ҡыҙҙарҙың маңлай биҙәүесе. Һарауыс күп тикшеренеүселәрҙең иғтибарын йәлеп иткән. Е. Е. Никанорова XIX быуат аҙағында урыҫ ғалимдары Лоссиевский (1883), Назаров (1890) һәм Юлыев (1892) хеҙмәттәрендә һарауыс тураһында мәғлүмәт бар. Венгр ғалимы Дьюла Месарош (1909) та башҡорт һарауыстары менән ҡыҙыҡһынған.
1912 йылда ғалим С. И. Руденко ҡыпсаҡ-гәрәй башҡорттарынан һарауыстың ҡулланылышын яҙып алған: һарауыс маңлайға төшөп торған мәрйен суҡлы ҡашмау аҫтына биҙәгенең киң яғын өҫкә ҡаратып маңлайға ике яғына беректерелгән ептәре ярҙамында бәйләнгән[5].
Тегелеше
үҙгәртергәҺарауыс — оҙонлоғо 25-40, киңлеге 8-16 см тәшкил иткән киндер туҡыманан тегелгән бәйләмес. Уның өҫкө һәм аҫҡы ситтәре ҡыҙыл, һирәгерәк көрән төҫтәге киндер туҡыма менән көпләнгән. Һарауыстың алғы өлөшөн төҫлө ебәк йәки йөн ептәр менән сигеп биҙәгәндәр. Тәүҙә трапеция формаһында һүрәттең контуры сигелгән, һуңынан фигураның эске өлөшөнә башлыса ҡыя сәнсем йәки иҫәпле шыма сигеү техникаһында геометрик, үҫемлек йәки зооморф йәки ҡош биҙәктәре сигелгән. Һарауысты мәрйен, сәйлән (бисер) менән дә биҙәгәндәр. Һүрәттең сит-ситтәре «сатраш» сигелгән йә башҡа төрлө биҙәлгән.
Киндерҙе, ғәҙәттә, кесерткәндән, һуңыраҡ киндерҙән етештергәндәр. Башҡорттар йөндө һәм сигеү ептәрен үҫемлектәрҙән алынған буяу менән буятҡан. Һуңғараҡ ебәк ептәрҙе һатып алғандар.
Һарауыс өҫтөнән ҡайһы бер ҡатындар таҫтар ураған һәм, бәлки, яулыҡ та ябынған. Беренсенән, сәсе, маңлайы ябыулы булған. Икенсенән, ҡашмау кейгән саҡта ҡатын-ҡыҙҙың башына тәңкәләр һәм мәрйендәрҙең даими рәүештә ҡағылып, маҙаһыҙлап тороуҙан һаҡлаған. Һәм өсөнсөнән, һарауыстың аҡ киндергә сигелгән ҡыҙыл биҙәге ҡурсалаусы хеҙмәтен дә үтәгән һәм матурлыҡ та булдырған, ҡашмауҙар һәм башҡа баш кейемдәре менән ярашҡан.
Ғәҙәттә, туй һәм сабый тыуыу йолаларын үтәгәндә бүләк итеп бирелгән. Башҡортостандың Урал аръяғында, көньяҡ-көнсығыш райондарында таралған.
Тәғәйенләнеше буйынса, һарауыс — «кейәүгә сығыу һәм ир ҡатыны, әсә булып үҫешеүенә бәйле йола әйбере»[6].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Никонорова Е. Е. Орнамент счётной вышивки башкир. Уфа, 2002
- Руденко С. И. Башкиры: историко-этнографические очерки. Уфа, 2006.
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Һарауыс
- ↑ Башкирский женский головной убор — хараус
- ↑ Никонорова Е. Е. Орнамент счётной вышивки башкир. Уфа, 2002
- ↑ Хараус- женская башкирская налобная повязка. Е. Е. Нечвалода. Орнамент счётной вышивки башкир
- ↑ Руденко С. И. Башкиры: историко-этнографические очерки. Уфа, 2006.
- ↑ Хараус- женская башкирская налобная повязка. Е. Е. Нечвалода. Орнамент счётной вышивки башкир