Һарай ат аҙбарҙары (Петергоф)
Һарай ат аҙбарҙары (шулай уҡ Готик ат аҙбарҙары, Император ат аҙбарҙары) — Петергофта тарихи биналар комплексы. 1848—1855 йылдарҙа төҙөлә. Федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекттары[1] Авров урамы (2-се йорт), Александрийский шоссе, Лихардовская урамы, Зверинский урамдары менән сикләнгән кварталды биләй
Һарай ат аҙбарҙары | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Петергоф[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d] |
Һарай ат аҙбарҙары (Петергоф) Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәХәҙер комплекс биләгән урында 1723 йылдан уҡ ат аҙбары ихатаһы урынлашҡан булған. 1846 йылда архитектор Н. Л. Бенуа императорҙан яңы Ат ихатаһы төҙөүгә заказ ала. Иҫке ҡоролмаларҙы һүтеү буйынса эштәр (бөтәһе ағастан һәм һуйырташтан 8 бина) 1847 йылда башлана. 1848 йылдан 1855 йылға тиклем яңы ат аҙбарҙары төҙөлә. Ат аҙбарҙарында дөйөм алғанда, 328 ат урынлаша. Комплекс составына манеж, ат ведомствоһы, хеҙмәткәрҙәр өсөн торлаҡ йорттар, тимерлек, ветеринар дауаханаһы, лапаҫ, әүәҫлек, фураж өсөн келәт инә.[2]
Октябрь революцияһынан һуң ат аҙбарҙары комплексы «Петродворец» шифаханаһына бирелә (йоҡо корпустары, ашхана, һыу дауаханаһы, процедуралар кабинеты урынлаштырыла).[2] Шифахананың банкротлығынан һуң ҡулланылмай. Ат-спорт клубын урынлаштырыу планлаштырыла, бының өсөн эске ихаталарын өлөшләтә быяла ҡыйыҡ менән ябыу проектлана[3]
Архитектураһы
үҙгәртергәКомплекс үҙ планында трапеция формаһына эйә. Тыш яҡтан ул урта быуат готик замогына оҡшай. Мөйөштәрендә 9 ҙур манара урынлаша. (өҫкө ҡатта батша конвойы өсөн бүлмәләр урынлашҡан). Комплекстың үҙәк өлөшөндә ҙур манеждың асыҡ ағас асамайҙар системаһы була. Манежда айырым батша ложаһы күҙ уңында тотолған[2]
Бина өсөн кирбес Знаменский кирбес заводында етештерелгән. Стеналар башлыса һыланмаған кирбестәрҙән, кәрниздәр, йөҙлөктәр һәм парапет һыланған. Биналарҙың декорын Т. Дылов, терракот биҙәүестәрҙе скульптор Д. Йенсен эшләгән. Суйын деталдәр Берд заводында ҡойолған[2]
Ҡырым һуғышы арҡаһында финанслау сикләнә, шуға күрә архитекторҙың ҡайһы бер пландары тормошҡа ашмай: йылҡыларҙы һыу индереү өсөн бассейн төҙөлмәй, манеж алдында П. К. Клодттың ат скульптураһы төркөмө, урта башня өсөн тәғәйенләнгән ҡыңғырау менән сәғәт эшләнмәй ҡала[2]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Постановление Правительства РФ от 10.07.2001 № 527 о Перечне объектов исторического и культурного наследия Федерального (Общероссийского) значения, находящихся в г. Санкт-Петербурге.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Дворцовые конюшни. Манеж - Санаторий "Петродворец". Обеденный зал . citywalls.ru. Дата обращения: 28 июнь 2018.
- ↑ Дворцовые конюшни в Петергофе все-таки застроят стеклянными корпусами . Дата обращения: 28 июнь 2018.
Һылтанмалар
үҙгәртергәДворцовые конюшни. Манеж - Санаторий "Петродворец". Обеденный зал (неопр.). citywalls.ru. Дата обращения: 28 июня 2018.