Һамар дәүләт мәҙәниәт институты
Һамар дәүләт мәҙәниәт институты (СГИК) — Рәсәй Федерацияһы Һамар ҡалаһындағы юғары уҡыу йорто.
Һамар дәүләт мәҙәниәт институты | |
Нигеҙләү датаһы | 1971 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Һамар |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы[2] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Һамар, Рәсәй |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Рәсми сайт | samgik.ru |
Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты объект № 6300000275 (БД Викигида) |
Тарихы
үҙгәртергә1971 йылда Куйбышев дәүләт мәҙәниәт институты булараҡ ойошторола, 1991 йылдан алып — Һамар дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт институты. 1996 йылда Һамар дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһы институты итеп үҙгәртелә һәм ошо статуста 2014 йылға тиклем эшләй. .
Эшмәкәрлеген белем биреү лицензияһына ярашлы алып бара, юғары профессиональ белем биреү буйынса аттестация һәм аккредитация үткән. Хәҙерге ваҡытта академия составына 5 институт инә, шул иҫәптән — 4 институтта һәм 31 кафедра, шул иҫәптән 25 кафедрала сығарылыш яһала.
Волга буйы төбәгендә институт эре белем биреү-ғилми үҙәк, ижади лаборатория, концертлыҡ учреждение булып тора. Институт менән күп кенә алдынғы Рәсәй һәм сит ил ғилми һәм ижади ойошмалар һәм уҡыу йорттары хеҙмәттәшлек итә.
Юғары уҡыу йорто асылғандан алып институт менән В. О. Морозов (1971—1975), И. М. Кузьмин (1975—1993) етәкселек итәләр. Институт Куйбышев өлкә коммунистар партияһының элекке бинаһында урынлашҡан. 1993—2009 йылдарҙа академия ректоры булып педагогия фәндәре докторы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Халыҡ-ара информатизация академияһының мөхбир ағзаһы, Почет Билдәһе ордены кавалеры М. Г. Влхрышева эшләй. 2009 йылдан алып Һамар мәҙәниәт институты ректоры — Куруленко Эллеонора Александровна.
2010 йылдың көҙөнән академия эргәһендә «Консерватория» музыкаль- филармоник үҙәк эшләй башлай.
Структураһы
үҙгәртергә— Музыкаль-башҡарыу факультеты (консерваторияһы)
— Театр факультеты
— Культурология, социаль-мәҙәни һәм информацион технологиялар факультеты
— Хәҙерге сәнғәт һәм нәфис коммуникациялар факультеты
— Өҫтәмә белем биреү факультеты
2020 йылдың октябрендә Һамар мәҙәниәт институтында джаз кафедраһын асыу тураһында һүҙ ҡуҙғатылды. 60 йыл элек мәҙәниәт институты джаз хәрәкәтен ойоштороуҙа ҡатнаша, уның командаһы Куйбышевтағы беренсе джаз фестиваленең ойоштороу комитеты ағзаһы була. Ваҡытлыса ректор вазифаһы башҡарыусы Ольга Наумова телмәренән:
«Беҙҙең өсөн джаз кафедраһын асыу — ул Һамар мәҙәниәт институтында ябай ғына структураны үҙгәртеү түгел. Ысынында һүҙ кафедраны тергеҙеү тураһында бара, һәм, иң мөһиме, уҡыу йортонда профессиональ музыканттарҙы әҙерләү өсөн һәр яғынан килгән майҙан булдырыу тураһында. Аҙаҡҡы йылдарҙа ошо музыкаль йүнәлештең үҫеше күҙәтелә. Потенциалдың барлығы һәр кемгә асыҡ күренеп тора, мәҫәлән, киләсәктә Игорь Бутман беҙҙе вузда джаз кафедраһын етәкләй алыр ине».
[3].
Билдәле уҡытыусылар
үҙгәртергә— Фефилов Николай Владимирович
— Хабаров Александр Михайлович
— Свитова Татьяна Викторовна
— Загадкин Сергей Николаевич
— Семенов Виталий Тимофеевич
— Назаров Павел Анатольевич
— Дарвина Ольга Геннадьевна
— Дятлов Дмитрий Алексеевич
— Батишева Валентина Николаевна
Билдәле тамамлаусылар
үҙгәртергә- Гольдин Игорь Маркович[4] — шағир һәм бард, актер, режиссер.
- Жуков Сергей Евгеньевич[5] — Рәсәй йырсыһы, бизнесмен һәм музыкант. «Руки вверх!» Рәсәй поп-группаһы солисты.
- Курочкин Виктор Алексеевич[6] — СССР һәм Рәсәй театр режиссеры; Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2002).
- Лейбград Сергей Моисеевич[7] — урыҫ шағиры, культуроло, публицист, теле — һәм радио, литературтрегеры.
- Пронин Юрий Владиславович[8] — СССР һәм Рәсәй театр һәм кино актеры һәм режиссеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы.
- Свентицкий Николай Николаевич[9] — грузин театр һәм йәмәғәт эшмәкәре, А. С. Грибоедов исемендәге Тбилиси дәүләт урыҫ драма театры директоры, «Урыҫ клубы» халыҡ-ара мәҙәни-ағартыу союзы директоры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
- ↑ В Самарском государственном институте культуры будет основана кафедра джаза 2020 йыл 25 октябрь архивланған.
- ↑ правды», Комсомольская правда | Сайт «Комсомольской. Игорь Гольдин: Жизнь, что роздана друзьям, причисляется к бессмертью (рус.), KP.RU - сайт «Комсомольской правды» (1 март 2008). 28 ғинуар 2018 тикшерелгән.
- ↑ Все песни Сергей Жуков. Бесплатно слушать радио онлайн — MOSKVA.FM . Дата обращения: 28 ғинуар 2018. 2018 йыл 29 ғинуар архивланған.
- ↑ Курочкин Виктор Алексеевич . Дата обращения: 28 ғинуар 2018.
- ↑ Сергей Лейбград | Новая карта русской литературы . Дата обращения: 28 ғинуар 2018.
- ↑ Юрий Пронин . Дата обращения: 28 ғинуар 2018. 2018 йыл 29 ғинуар архивланған.
- ↑ Свентицкий Николай Николаевич — КСОРСГ . Дата обращения: 28 ғинуар 2018.