«Һабан» — журналы 1925 йылдың ноябренән Өфөлә сыға башлай. Башта РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты һәм Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитеты органы булһа, 1927 йылдан Башҡортостан ер эштәре халыҡ комиссарлығы, Ауыл хужалығы банкы һәм кооператив советы органы булып сығыуын дауам итә.

«Һабан»

Ауыл хужалығы, иген культураһы, сәсеү эштәренә, агротехникаға бәйле мәсьәләләр үҙәктә тора. 1929 йылдан «Трактор» журналы исеме менән сыға.