Үҫеш облигацияһы
Үҫеш облигацияһы (ингл. Development Impact Bonds йәки DIB) — үҫештәге илдәрҙә әһәмиәтле проекттарҙы финанслауға тәғәйенләнгән социаль облигациялар төрө. Үҫеш облигацияһы бер-береһе менән үҫеш маҡсаты тураһында килешеүгә килгән шәхси инвесторҙар, донорҙар йәки хөкүмәттәр, хәйриә ойошмалары йәки социаль предприятиелар һәм провайдер араһында контракт булып тора. Инвесторҙар һыналған үҫеш маҡсаттарына бәйлелектә финанс килеме килтерә торған программаларҙы алға әйҙәй. Үҫеш облигациялары һуңғы һөҙөмтәгә бәйле, шулай уҡ коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға һәм социаль эшҡыуарҙарға алынған аҡсаны ирекле тотонорға мөмкинлек бирә.
Тәүге социаль облигациялар Social Finance UK тарафынан 2010 йылда сығарыла һәм Рокфеллер фонды тарафынан хуплана (улар рецидивтарҙы кәметеүгә һәм Питерборо төрмәһе тотҡондарын реабилитациялауҙа ярҙам күрһәтеүгә тәғәйенләнә)[1]. 2014 йылда Educate Girls тигән һинд белем биреү ойошмаһы халыҡ-ара консорциум составында (UBS Optimus Foundation һәм Children’s Investment Fund Foundation) үҙ программаларын финанслау өсөн донъяла беренсе булып үҫеш облигацияларын сығара, ул инвесторҙарҙан 238 мең доллар ала[2][3][4][5].
Үҫеш облигациялары хәйриә иғәнәләренең һәм социаль инвестицияларҙың тәьҫирлелеген үлсәү, шулай уҡ «инвестицияларҙың ҡайтарылыуын» билдәләү өсөн индерелә. Швейцария UBS'-ы облигацияларҙы ирекмәндәр хеҙмәтенә түләү һәм социаль инвесторҙарҙы дәртләндереү өсөн финанс инструменты сифатында әүҙем ҡуллана. Инвесторҙар тышҡы финанслауҙы тәьмин итә һәм, алдан килешелгән һөҙөмтәләргә өлгәшелһә, һалынған аҡсаны ҡайтарып ала. Инвесторҙарҙың финанс килеме туранан-тура социаль проекттың уңышына бәйләнгән. Бойондороҡһоҙ баһалаусы һөҙөмтәләрҙе тикшерә, уңышты һәм түләүҙәрҙе билдәләй[4].
Educate Girls менән финанс схемаһында UBS Optimus Foundation социаль инвестор сифатында сығыш яһаны, ә Children’s Investment Fund Foundation гарант булды, ул һалынған инвестицияларҙы Educate Girls’тың эш һөҙөмтәһенә бәйле түләйәсәк. Үҫеш облигациялары моделе социаль һөҙөмтәлелекте тәьмин итергә теләгән инвесторҙар өсөн финанс йәһәтенән ылыҡтырғыс инструмент булып тора. Инвесторҙарға социаль инвестицияларҙың уңышҡа өлгәшкәс ҡайтарыласағын иҫбатлап, облигациялар активтарҙың яңы ҡатламын барлыҡҡа килтерә, инвесторҙар венчур капиталын социаль проекттарҙа ҡуллана һәм инвестицияларының кире ҡайтарылыуын күрә[4][6].
2014 йылда GRM Futures Group үҫеш облигацияларын үҫеүсе илдәрҙә файҙаланыуҙы киңәйтеү буйынса конференция үткәрә[7]. Center for Global Development эш төркөмө төҙөй һәм үҫеш облигацияларын ҡулланыу буйынса публикациялар сығара башлай[8].
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Will social impact bonds solve society's most intractable problems? (билдәһеҙ). The Guardian. Дата обращения: 18 май 2015.
- ↑ Boys persuade girls back to school in Indian education campaign (билдәһеҙ). Thomson Reuters. Дата обращения: 13 май 2015. 2015 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ DIB: New financial instrument helping NGO Educate Girls fund social work in Rajasthan (билдәһеҙ). The Economic Times. Дата обращения: 13 май 2015.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Innovations in philanthropy: Development Impact Bonds (билдәһеҙ). The Economist. Дата обращения: 13 май 2015. 2015 йылдың 18 май көнөндә архивланған. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «autogenerated1» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән Өҙөмтә хатаһы:<ref>
тег дөрөҫ түгел: «autogenerated1» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән - ↑ First Development Impact Bond Is Launched (билдәһеҙ). The Center for Global Development. Дата обращения: 18 май 2015.
- ↑ Investing in Social Outcomes: Development Impact Bonds (билдәһеҙ). Social Finance. Дата обращения: 18 май 2015. 2015 йылдың 24 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Development Impact Bonds (билдәһеҙ). GRM International. Дата обращения: 18 май 2015. 2015 йылдың 22 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Development Impact Bond Working Group (билдәһеҙ). The Center for Global Development. Дата обращения: 18 май 2015.