Үҙгәреүсәнлек
Үҙгәреүсәнлек— организмдарҙың яңы билдәләр ҡабул итеү кеүек дөйөм үҙсәнлеге, бер төр эсендәге заттар араһындағы айырмалыҡтар.
Үҙгәреүсәнлек
үҙгәртергәОрганизмдарҙың бөтә билдәләре лә: тышҡы һәм эске төҙөлөш үҙенсәлектәре лә, физиологияһы ла, үҙ-үҙен тотоуы ла үҙгәреүсән. Хайуандарҙың бер парының яңы быуынында йәки бер емеш орлоҡтарынан үҫеп сыҡҡан үҫемлектәр араһында бөтөнләй бер төрлө заттарҙы осратыу мөмкин түгел. Бер тоҡом һарыҡ көтөүендә һәр хайуан ниндәй ҙә булһа беленер-беленмәҫ үҙенсәлектәре менән (кәүҙә ҙурлығы, аяҡтарының оҙонлоғо, башы, төҫө, йөнөнөң оҙонлоғо һәм ҡуйылығы, тауышы һәм ҡылыҡтары) айырылып тора. Алтын ҡамсы (золотая розга) үләненең (ҡатмарлы сәскәлеләр семьяһы) сәскәлегендәге ситке тел япраҡлы сәскәләре һаны 5-тән алып 8-гә тиклем була ала. Аҡ умырзаяның (ветрениңа дубравная) (лютик сәскәлеләр семьяһы) таж япраҡтары һаны — 6, ә ҡайһы берҙә 7 һәм 8 булыуы мөмкин. Бер төр йәки сорт үҫемлектәре бер-береһенән сәскә атыу, орлоҡтары өлгөрөү ваҡыты, ҡоролоҡҡа ҡаршы һәләтлеге һәм башҡа билдәләре менән айырыла. Заттарҙың үҙгәреүсәнлеге арҡаһында популяция бер төрлө булмай.
Дарвин үҙгәреүсәнлектең ике формаһын айыра: нәҫелдән килмәгән һәм нәҫелдән килгән үҙгәреүсәнлек.Үҙгәреүсәнлек һәм нәҫелдәнлек тере организмдарҙың ҡапма-ҡаршы, әммә айырылғыһыҙ бер үҙсәнлеге улып тора. Үҙгәреүсәнлек һәм нәҫелдәнлек — генетика, фәненең өйрәнеү предметы булып тора[1]
Классификацияһы
үҙгәртергәҮҙгәреүсәнлектең бер нисә тибы бар:
- Нәҫелдән килгән үҙгәреүсәнлек (генотипик) һәм нәҫелдән килмәгән үҙгәреүсәнлек (фенотипик, паратипик).
- Шәхси (айырым заттар араһында айырма) һәм төркөмлө (мәҫәлән, бер төр эсендәге популяциялар араһында айырма) үҙгәреүсәнлек.
- Сифати һәм һанлата.
- Йүнәлешле һәм йүнәлешһеҙ.
Шулай уҡ
үҙгәртергә- '''Нәҫелсәнлек'''[2], '''нәҫелселек'''[3]; '''нәҫелдәнлек'''[4] — организмдарҙың үҙҙәренә хас билдәләрен, тереклек үҙсәнлектәрен быуындан быуынға тапшыра алыу һәләтлеге. Ошо һәләтлелектәре арҡаһында нәҫелгә хас булған үҙенсәлектәрен һаҡлап киләләр.
- Модификациялы үҙгәреүсәнлек
- Нәҫелдән килгән үҙгәреүсәнлек
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Инге-Вечтомов С.Г. Генетика с основами селекции: учебник для студентов высших учебных заведений / С. Г. Инге-Вечтомов. — СПб.: Изд-во Н-Л, 2010. — С. 17-18. — 720 с. — ISBN 978-5-94869-105-3.
- ↑ Е. А. Веселов. Дарвинизм нигеҙҙәре. Урта мәктәптең IX класы өсөн дәреслек. Башҡортостан китап издательствоһы. — Өфө. 1959 й. Икенсе баҫмаһынан тәржемә.
- ↑ Русско-башкирский словарь по ботанике (С. И. Янтурин, Г. А. Хисамов, 1981)
- ↑ Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов (М. Т. Азнабаев, 2007)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Тиходеев О. Н. Кризис традиционных представлений об изменчивости: на пути к новой парадигме // Экологическая генетика. — 2012. — Т. 10. — № 4. — С. 56-65. Архивировано из первоисточника 29 апрель 2014.
- Тиходеев О. Н. Классификация изменчивости по факторам, определяющим фенотип: традиционные взгляды и их современная ревизия // Экологическая генетика. — 2013. — Т. 11. — № 3. — С. 56-65. Архивировано из первоисточника 29 апрель 2014.