Үтәп Яратҡолов

1773—75 йылдарҙа Крәҫтиәндәр һуғышы ҡатнашыусыһы, Пугачев полковнигы.

Үтәп Яратҡолов (тыуыу һәм вафат булыу датаһы билдәһеҙ) — Емельян Пугачев етәкселегендәге 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, полковник[1].

Үтәп Яратҡолов
Зат ир-ат
Тыуған урыны Арғаяш районы
Яратҡол
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Хәрби звание полковник[d] һәм сотник[d]
Һуғыш/алыш 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы

Биографияһы

үҙгәртергә

Үтәп Яратҡолов хәҙерге Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Яратҡол ауылында йәшәгән. Иҫәт провинцияһының Әйле улусы башҡорттарынан. Шул уҡ улустың сотнигы. 1772 йылда старшина Байғаҙы Ҡоҙамышев командаһында сотник булған.

1773 йылдың көҙөндә Иҫәт провинцияһы тарафынан үҙен батша тип иғлан иткән Пугачёв ғәскәренә ҡаршы башҡорттарҙы мобилизациялағанда Үрге Яйыҡ ҡәлғәһенә саҡырып алына һәм 469 кеше иҫәбендә Троицк батальоны командаһына индерелә (Ҡыҙыл ҡәлғәһе коменданты командир секунд-майор И. Демидов була). Әммә ул башҡа Иҫәт башҡорттары менән берлектә Е. И. Пугачёв яғына күсә. Ошо провинция территорияһында хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы бәрелештә ҡатнаша.

1774 йылдың май-июнь айҙарында Пугачев бойороғо буйынса Хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы ҡаҙаҡтар менән уртаҡ сығыш яһау планын эшләү һәм ҡораллы ярҙам тураһында һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн башҡорттарҙың өс делегацияһы Урта йөҙ хакимы Әбләй-ханға ебәрелә. Икенсе делегацияны Үтәп Яратҡолов, Һөйәрғол Яманаев һәм Сағыр Иләймәнов тәшкил итә. Мөһимлеге һәм компетентлығы өсөн барлыҡ өс дипломатҡа ла Пугачёв полковник чинын бирә[2]. Дипломатик миссияның һөҙөмтәләре билдәһеҙ. С.У. Таймасовтың раҫлауҙары буйынса, 1774 йылдың көҙөнә тиклем Үтәп Яратҡолов Пугачёв ғәскәрендә көрәшеп йөрөүен дауам итә. Һуңғараҡ үҙ ғәйебен танып, подполковник И. Л. Тимашевҡа бирелә. Яратҡол ауылы янында генерал-аншеф П.И. Паниндың поход канцелярияһы документтарында Үтәп Яратҡолов полковник тип билдәләнгән. Үтәп Яратҡоловтың артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә