Үрге Әй
Үрге Әй — Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе Һатҡы районы ауылы. Әйле ауыл биләмәһе составына инә.
Үрге Әй | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Айлинское сельское поселение[d][1] |
Халыҡ һаны |
175 кеше (2002)[2], 156 кеше (2010)[3] |
Почта индексы | 456925 |
Урындағы телефон коды | 35161 |
Топонимикаһы
үҙгәртергәСиләбе өлкәһе топонимист-ғалимы Шувалов фекеренсә:
|
Ауылдың атамаһы ла шул Әй йылғаһы исеменән алынған.
Тарихы
үҙгәртергәҮрге Әй ауылына 1913 йылда Вятка губернаһы күскенселәре нигеҙ һала. Халҡы ауыл хужалығы, һунарсылыҡ, балыҡ тотоу менән шөғөлләнгән. Коллективлаштырыу йылдарында Ленин исемендәге колхоз ойошторола. Хужалыҡта 500 баш эре мал, 60 ат, умарталар була. Сәсеү майҙаны 1200 га ерҙе биләй, уңыш гектарынан 20—25 центнер тәшкил итә. 1957 йылда колхоз «Әйле» йәшелсә-һөтсөлөк совхозының 2-се бүлексәһенә инә. Үрге Әй ауылында малсылыҡ биналары, ағас бысыу цехы төҙөлә, һыу үткәргес һалына, үҙәк урамға асфальт түшәлә. 1992 йылда совхоз ӘЯАО тип үҙгәртелә, 1997 йылда — «Әйле» ЯАО ( 2002 йылда уның базаһында «Магнезит» ярҙамсы хужалығы ойошторола)[5]
Географияһы
үҙгәртергәҮрге Әй ауылды райондың төньяҡ өлөшөндә, Әй йылғаһының яры буйында (ауылдың исеме лә шунан) урынлашҡан. Рельефы — яҫы таулыҡ (Өфө яйлаһының көньяҡ-көнсығыш өлөшө), иң яҡын бейеклек — 290 м. Ландшафты — тау урмандары зонаһы, ауылдан төньяҡ- көнбайышҡа табан Мәсәғүт урман-дала утрауы урынлашҡан[5].
Ауылдың тирә-яғында тәбиғәт ҡомартҡыһы — Әүеркәй Соҡоро мәмерйәһе бар.
Үрге Әй ауылын күрше тораҡ пункттар менән грунт юлдары бәйләй. Район Үҙәге Һатҡыға тиклем 40 км, ауыл биләмәһе үҙәгенә тиклем (Әй ауылы) — 5 км.
Халҡы
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе | |
---|---|
2002[6] | 2010[7] |
175 | ↘156 |
Халҡы 175 кеше. (1995 йылда — 284).
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны 2010 йылда ауылда 156 кеше тәшкил иткән (82 ир-ат һәм 74 ҡатын-ҡыҙ).
Урам селтәрҙәре
үҙгәртергәАуыл урам селтәре 2 урамдан тора[8].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
- ↑ Шувалов Н. И. Айле // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ 5,0 5,1 Верхний Айск
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ Регионы России → Челябинская обл. → Саткинский р-н → Верхний Айск д.