Үрге Ҡаҙмаш ауыл Советы (Ҡариҙел районы)

Үрге Ҡаҙмаш ауыл Советы — Ҡариҙел районы составындағы 1998 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек. Кирҙә ауыл Советы  менән берләштерелгән.  ОКАТО коды (бөтөрөлгән)— 80 234 820 9[1].

Үрге Ҡаҙмаш ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡариҙел районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1998

Ауыл Советы составы үҙгәртергә

Ауыл советы составы: Александровка ауылы— административ үҙәк,  Тат-Коҙаш, Ҡайынсыҡ ауылдары.  1986 йылда тиклем ауыл составына  Николаевка ауылы ингән (Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1986 йылдың 12 декабрендәге 6-2/396  һанлы «Иҫәп мәғлүмәттәренән ҡайһы бер тораҡ пункттарҙы алып ташлау тураһында» указы[2])

Тарихы үҙгәртергә

Үрге Ҡаҙмаш ауылы буйынса аталған. 

Башҡортостан Республикаһының 1998 йылдың  29 майындағы «Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районындағы Үрге Ҡаҙмаш ауыл Советын бөтөрөү тураһындағы» Законы хәбәр итә[3][4] :

Статья 1. Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районының Үрге Ҡаҙмаш ауыл Советын бөтөрөргә. 


Статья 2. Үрге Ҡаҙмаш ауыл Советының биләмәһен Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы Кирҙә ауыл Советы составына тапшырырға. 


Иҫкәрмәләр үҙгәртергә