Үбеү (хикәйә)
«Үбеү» — Антон Павлович Чеховтың хикәйәһе. 1887 йылда яҙыла, 1887 йылдың 15 декабрендә сыҡҡан «Яңы ваҡыт» гәзитенең 4238-се һанында Ан. Чехов. ҡултамғаһы менән баҫыла.
Үбеү | |
Жанр | |
---|---|
Автор | |
Төп нөхсә теле |
урыҫ телендә |
Ижат ителгән ваҡыты |
1887 |
Тәүге тапғып нәшер ителгән |
1887 |
Баҫмалары
үҙгәртергәА. П. Чеховтың «Үбеү» хикәйәһе 1887 йылдың 15 декабрендә «Яңы ваҡыт» гәзитенең 4238-се һанында Ан. Чехов ҡултамғаһы менән тәүләп баҫыла. 1888 йылда хикәйә А. Ф. Маркс нәшер иткән «Хикәйәләр» йыйынтығына индерелә.
И. Л. Леонтьевтың хәбәр итеүенсә, Чехов хикәйәне Петербургта яҙған. Яҙыусы 1887 йылдың декабрендә «Мәскәү» ҡунаҡханаһында туҡтаған. Леонтьев, элекке артиллерист булғанлыҡтан, Чехов унан, хикәйәлә берәр төрлө хата юҡмы икәнен тикшереүен һораған. Леонтьев: «Мин хәрби мөхиттең тынын һәм ҡоролошон тасуирлауҙың дөрөҫлөгөнә, яҙыусының ғәжәйеп һиҙгерлегенә таң ҡалдым. Был әҫәрҙе артиллерияла кәм тигәндә бер нисә йыл хеҙмәт иткән бынамын тигән шәп хәрби түгел, ә университет эскәмйәһенән яңы ғына сыҡҡан йәш студент яҙған тип уйларлыҡ та түгел! Бәйләнсек күҙлектән ҡарағанда, бәлки, тап бригаданың хәрәкәт итеүен тасуирлауҙағы „күп һүҙлелек“ — ике тәүлектә тиерлек яҙылған хикәйәләге берҙән-бер етешһеҙлекте табырға мөмкин…» тип хәтерләгән.
Яҙыусының ағаһы М. П. Чехов билдәләүенсә, был хикәйәлә яҙыусы 1884 йылда үҙенең Воскресенскиҙа йәшәгәндәге тормош тәьҫораттарын сағылдырған. Тап шул ваҡытта ҡалала Б. И. Маевский командалыҡ иткән батарея торған.
Чехов үҙе тере саҡта хикәйәләре венгр, немец, серб-хорват, чех һәм словак телдәренә тәржемә ителгән.
Сюжеты
үҙгәртергәЯҙғы кистәрҙең береһендә лагерға китеп барған резерв артиллерия бригадаһы батареялары Местечки ауылында ҡунарға туҡтай. Урындағы алпауыт генерал-лейтенант фон Раббек офицерҙарҙы үҙенә сәйгә саҡыра.
Офицерҙар алдағы маневрҙарҙа икенсе алпауыттың, графтың, үҙенә саҡырғанын хәтерләй. Улар, таңға саҡлы күңел асҡанлыҡтан, төн буйы серем дә итмәй. Әммә офицерҙар фон Раббекка бара.
Йорто алдында офицерҙарҙы алпауыт фон Раббек үҙе ҡаршы ала, уға алтмыш йәш самаһы бар. Алдараҡ уға балалары менән һеңлеһе, туғандары һәм күршеләре ҡунаҡ килгәнлектән, йортта бер буш бүлмә лә ҡалмай. Ҙур ашханала офицерҙар сәй эсергә ултыра. Штабс-капитан Рябович өҫтәл артында үҙен уңайһыҙ тоя. Сәй эскәндән һуң офицерҙар залға сыға. Бейеүҙәр башлана.
Рябович бейеүҙә ҡатнашмаған офицерҙар менән бильярд уйнарға китә. Күңеленә толҡа тапмағас, унда ла оҙаҡ тормай. Кире әйләнеп килгәндә ул бер кескәй мажараға юлыға. Йорт бүлмәләрендә аҙашып йөрөй торғас, ул ҡап-ҡараңғы бер бүлмәгә барып сыға. Көтмәгәндә аяҡ тауыштары ишетелә, ҡатын-ҡыҙ килеп инә лә: «Күрер көнөм бар икән!» — тип, офицерҙы үбә. Артабан ул һикереп тайпыла һәм сығып китә. Был ваҡиға офицерҙы бик тулҡынландыра. Ул был ҡатындың кем булғанын аңламай ҙа ҡала.
Киске аштан һуң ҡунаҡтар ҡайтып китә. Чехов был төбәктең тәбиғәтен, йылғаһын, баҡсаһын тасуирлай. Рябович башынан үткән был ҡыҙыҡ хәлде оҙаҡ ҡына хәтерләп йөрөй. Бригада бариндың өйө янынан ҡуҙғала. Һуңғараҡ Рябович хеҙмәттәштәренә үҙе юлыҡҡан хәл тураһында һөйләй һәм «икенсе кеше, тип уйлап, осраҡлы рәүештә генә үҙен үпкән ҡыҙҙы бер ваҡытта ла күрмәм инде, тип уйлай.
Тәнҡит
үҙгәртергә«Үбеү» хикәйәһе тураһында Чехов замандаштарының фекере төрлө була.
Яҙыусы А. Н. Плещеевҡа хикәйә оҡшай. 1887 й. 22 декабрендә ул былай: «Болярин Алексей һеҙгә сәләм әйтә, Һеҙҙең „Үбеү“ҙе ярата…» тип яҙа. Леонтьев Чеховтың һуңғараҡ «Эс бошорғос тарих» һәм «Өйәнәк» һымаҡ «уйлап сығарылған һәм ҡоро» әҫәрҙәргә күсеүен өнәп етмәгән.
Тәнҡитсе Г. А. Русанов «Үбеү» хикәйәһен «урыҫ әҙәбиәтенең йәүһәре» тип атай. К. Арсеньев «Үбеү» хикәйәһен Чеховтың иң яҡшы хикәйәләренең береһе тип һанай[1], К. Говоров «Үбеү»ҙе «көләмәс» хикәйәгә ҡарата. «…Әгәр ҙә был тәүге ниәт беллетрист-психолог тарафынан ҡулланылған булһа — унан бер нимә сығыр ҙа ине. Әммә, белеүебеҙсә, Чеховтың бөтөнләй психолог түгел». Тәнҡитсе Чеховҡа «көләмәстең үҙен тапшырырға, һәм дөйөм һүҙ аша — Рябовичтың күҙгә күренмәгән һылыуҡайҙың үбеүенән алған тәьҫораттарын биреү менән сикләнергә» тәҡдим итә[2].
В. Альбов «Үбеү» «тормош мәғәнәһеҙлеге тураһында алдан төҙөлгән тема буйынса юрамал уйлап сығарылған һымаҡ» тип яҙа[3]. «Хыял бушлығын һәм көсһөҙлөгөн һүрәтләй, тормоштоң япмаһын аса, һәм шуның менән бергә был яланғасланған, хыялға урын ҡалмаған тормоштоң „ни ғәләмәт күңелһеҙ, төҫһөҙ һәм ярлы“ икәнен аңлай».
Экранлаштырыу
үҙгәртергә1983 йылда «Үбеү» хикәйәһе мотивтары буйынса А. Довженко исемендәге киностудия шул уҡ атама менән нәфис телефильм төшөрә. Режиссёры: Роман Балаян.
Литература
үҙгәртергә- Чехов А. П. Поцелуй// Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
- Dictionnaire Tchekhov, page 26, Françoise Darnal-Lesné, Édition L’Harmattan, 2010, ISBN 978 2 296 11343 5.
- Premières nouvelles — Avant la noce, traduit par Madeleine Durand avec la collaboration d’E. Lotar, Vladimir Pozner et André Radiguet, éditions 10/18, Domaine étranger dirigé par Jean-Claude Zylberstein, 2004, ISBN 2-264-03973-6.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ «Вестник Европы», 1888, № 7, стр. 261
- ↑ «День», 1889, № 485, 13 октября
- ↑ «Мир божий», 1903, № 1, стр. 88