Ҡыҫыҡ (һырт)
Ҡыҫыҡ — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт.
Ҡыҫыҡ | |
---|---|
Характеристики | |
Оҙонлоғо | 6 км |
Киңлеге | 6 км |
Бейек нөктәләре | |
Иң бейек түбәһе | Яҙлау тауы |
Абсолют бейеклеге | 470 м |
Урынлашыуы | |
54°16′35″ с. ш. 56°56′33″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Тау системаһы | Урал тауҙары |
Белорет районы буйлап Ҡоро Бермеш йылғаһы тамағынан Ҡыҫыҡтамаҡ йылғаһы (Инйәр йылғаһы ҡушылдыҡтары) тамағы киңлегенә тиклем Инйәр йылғаһының һул яры буйлап меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 6 км, киңлеге 2 км. Абсолют бейеклеге 470 м (Яҙлау тауы).
Рельефы тигеҙ, 3 түбәһе айырылып тора. Көнсығыш битләүҙәре Инйәр йылғаһына ҡарай текә төшә, көнбайыш битләүҙәре һөҙәк. Көньяҡ өлөшөндә ҡоро уйһыулыҡтар бар. Минйәр свитаһы доломиттарынан тора. Ҡыҫыҡ һыртында Ҡояҙ йылғаһы (Инйәр йылғаһы ҡушылдығы) башлана.
Ландшафы аҡһыл һоро тау‑урман тупрағындағы һәм көрәнһыу тупраҡтағы киң япраҡлы‑ҡара ылыҫлы урмандарҙан тора.