Ҡыҙ сатыр бәшмәге

Ҡыҙ сатыр бәшмәге
Ҡыҙ сатыр бәшмәге
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Бәшмәктәр
Бүлексә: Базидиомицеттар
Класс: Agaricomycetes
Тәртип: Агариков һымаҡтар
Ғаилә: Шампиньондар
Ырыу: Аҡ шампиньон
Төр: Ҡыҙ сатыр бәшмәге
Латинса исеме
Leucoagaricus nympharum (Kalchbr.) Bon, 1977
Синонимы:
  • Agaricus nympharum Kalchbr. 1873 basionym
  • Agaricus rhacodes var. puellaris Fr., 1863
  • Lepiota nympharum (Kalchbr.) Kalchbr., 1878
  • Lepiota densesquamosa Velen., 1920
  • Leucocoprinus puellaris (Fr.) Locq., 1945
  • Macrolepiota puellaris (Fr.) Mos., 1967
  • Macrolepiota nympharum (Kalchbr.) Wasser, 1985

Ҡыҙ сатыр бәшмәге (лат. Macrolepiota puellaris) — базидиомицеттар класының агарик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәшмәк.

Таралышы

үҙгәртергә

Европала һәм Алыҫ Көнсығышта таралған. Башҡортостан Республикаһы Белорет районының ылыҫлы һәм ылыҫлы-киң япраҡлы урмандарында августан алып сентябргә тиклем осрай. Аҙ билдәле, ашарға яраҡлы бәшмәк, аҙыҡ итеп сей көйө ҡулланыла. Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ҡыҫҡаса һүрәтләмә

үҙгәртергә

Эшләпәһенең диам. 4—7 см (ҡайһы берҙә 12‑гә тиклем), сатыр формаһында, сүсле, аҡ төҫтә (өлгөргән бәшмәктеке үҙәгендә һарғылт‑көрән), эре ысҡынмалы өсмөйөш һорғолт тәңкәләр м‑н. Пластинкалары ирекле, аҡһыл төҫтә. Һабы 7—16 см оҙонлоҡта, аҫҡы өлөшөндә ҡалынлығы 1,2—2,2, өҫкөһөндә — 0,6—1,0 см, аҡ төҫтәге ҡуласа менән. Итсәһе (бер аҙ торма еҫе сығып тора) һәм спора онтағы аҡ. Сапротрофтар.

Ҡыҙ сатыр бәшмәге // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы
төрҙөң статусы күрһәтелмәгән
ИПЭЭ РАН сайтында эҙләргә