Ҡыҙыл донъя (гәзит)
«Яңы көс», «Ҡыҙыл донъя» — ижтимағи-сәйәси гәзит. Волга аръяғы хәрби округының сәйәси идаралығы һәм РКП(б)-ның Һамар губерна комитеты эргәһендәге татар-башҡорт бюроһы органы. Һамар ҡалаһында аҙнаһына 2 тапҡыр иҫке төрки телендә сыға. 1918 йылдың октябренән алып «Яңы көс», 1920 йылдың июль-декабрендә «Ҡыҙыл донъя» исеме менән нәшер ителә. Гәзит битендә төбәктең һәм Көнсығыш халыҡтарының сәйәси, социаль-иҡтисади мәсьәләләре яҡтыртыла.
«Ҡыҙыл донъя» | |
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Энциклопедия Башкортостана (рус.)