Ҡыҙыл батыр (гәзит)

«Ҡыҙыл батыр» — ижтимағи-сәйәси гәзит. БАССР-ҙың хәрби эштәр буйынса Халыҡ Комиссариатының сәйәси идаралығы органы. 1920 йылдың 1 ноябренән Стәрлетамаҡ ҡалаһында аҙнаһына 1 тапҡыр иҫке башҡорт телендә сыға. Бөтәһе 7 һаны донъя күрә. Гәзиттә хәрби-патриотик темаларға мәҡәләләр баҫыла, Граждандар һуғышының барышы яҡтыртыла. Ябылыу ваҡыты билдәһеҙ. Мөхәррире — Дауыт Юлтый.

«Ҡыҙыл батыр»

Сығанаҡтар үҙгәртергә