Ҡышҡы татлы хыялдар (балет)

Ҡышҡы татлы хыялдар  — бер шаршаулы балет. Хореография балетмейстеры Кеннет Макмилландың Петр Ильич Чайковскийҙың фортепиано әҫәрҙәре буйынса ҡуйған балеты. Балет 1991 йылда барлыҡҡа килә, 1991 йылдың 7 февралендә Лондондың Ковент -Гарден Король театры сәхнәһендә ҡуйыла. Урыҫ халыҡ йырҙары Томас Хартман аранжировкаһында ансамблдең гитарасылары тарафынан башҡарыла, костюмдарҙы Питер Фармер эшләгән, Король операһы оркестры дирижер Дэвид Гарфорт етәкселегендә уйнай[1]. Балеттың Рәсәйҙәге премьераһы Пермдә 2014 йылда үтә.

Ҡышҡы татлы хыялдар
ингл. Winter Dreams
Нигеҙләү датаһы 1991
Нигеҙендә эшләнгән Три сестры[d]
Композитор Чайковский Пётр Ильич
Хореограф Кеннет Макмиллан[d]
Беренсе тапҡыр башҡарыла 7 февраль 1991
Сәнғәт әҫәренең бүлектәре һаны 1 Акт


Кеннет Макмилланадың «Ҡышҡы татлы хыялдар» балеты Антон Павлович Чеховтың дүрт иң яҡшы пьесаларының береһе булып торған «Три сестры» (1900) пьесаһы мотивтары буйынса эшләнгән[2]. Пьеса тәүге тапҡыр 1901 йылда Мәскәү нәфис театры (МХАТ-та) ҡуйыла һәм ХХ быуат сигендәге провинциаль ҡала атмосфераһында йәшәүсе өс апалы-һеңлеләрҙең ҡатмарлы мөнәсәбәттәре тураһында бәйән итә. Автор уларҙың провинция ҡалаһынан үҙҙәренең «ҡышҡы татлы хыялы» булған Мәскәүгә ҡайтыуы, ундағы тормоштоң был провинция ҡалаһындағы тормоштан ҡыҙыҡлыраҡ һәм тулы ҡанлыраҡ буласаҡ тип хыялланғанын һүрәтләй[3].

Балеттағы хәлдәр уларҙың был пьесала яҙылған барлыҡ тормош ваҡиғаларын да һүрәтләмәй. Балетты сәхнәгә ҡуйыусы, Король балетының әҙәби етәксеһе Макмиллан, үҙенең эше тураһында былай тип яҙа: «балеттағы персонаждар пьесалағы геройҙарҙың исемен йөрөтһә лә, пьесалағы һәр бер хәрәкәтте яҙыу минең маҡсатым булып торманы. Хореография персонаждарҙың эске тормоштарын һыҙатландыра, шуға күрә мин Чехов шедеврында яҙылған тормоштоң атмосфераһын ғына күрһәтергә тырыштым »[4].

Кеннет МакМилландың «Ҡышҡы татлы хыялдар» балеты — хореограф ҡуйған иң һуңғы эштәренең береһе. Чехов пьесаһындағы ваҡиғалар бер нисә йылды үҙ эсенә алһа, балетта — бары тик бер кис кенә күрһәтелә. Кеннет Макмиллан Чехов пьесаһын балеттағы бер шаршау кимәленә тиклем тығыҙлатҡан.

Сценарий

үҙгәртергә

Ольга, Маша һәм Ирина исемле өс апалы-һеңле һәм уларҙың ҡустыһы Андрей ҙур булмаған губерна ҡалаһында йәшәй. Уларҙың өлкән апалары Ольга ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһында уҡыта, ләкин был эш бөтөнләй уның күңеленә ятмай. Бер нисә йыл элек уларҙың атаһы, генерал, ҡыҙҙарын Мәскәүҙән был ҡалаға күсереп алып килә һәм бында вафат була. Аталары үлгәс, Прозоров ғаиләһендәгеләр өсөн мәшәҡәтһеҙ, ҡайғыһыҙ тормош тамамлана.

Машаны уҡытыусы Кулыгинға кейәүгә бирәләр, тик уның ғаилә тормошо бәхетһеҙ. Кесе һеңлеләре Ирина үҙенә тиң һәм яратырлыҡ булған кешене тапмай. Бер саҡ Прозоровтарҙа үткәрелгән тыуған көнгә подполковник Вершинин килә. Уның менән Маша араһында мөхәббәт уты тоҡана. Уларҙың йәшерен мөхәббәте башланып китә. Тиҙ арала Вершининдың полкын Польшаға ебәрәләр. Полк ҡаланы ташлап китә, полк менән бергә Вершинин да китә, ул Маша менән бик ныҡ ауыр хушлаша. Машаның ире бер ни ҙә һиҙмәгән кеше булып ҡылына.

Ирина, тормошҡа романтик ҡарашлы ҡыҙ, ҡала идаралығында эшләй. Ольга һеңлеһенә отставкалағы офицерға, Тузенбахҡа, кейәүгә сығырға һәм уның менән бергәләп ҡаланан күсеп китергә кәңәш бирә. Ирина, Тузенбахты яратмаһа ла, уның тәҡдимен ҡабул итә. Штабс-капитан Солёный Иринаға ғашиҡ булыуы тураһында әйтә, ләкин Ирина риза булмай, шунлыҡтан штабс-капитан Соленый Тузенбахты дуэлгә саҡыра. Дуэлдә барон Тузенбах атып үлтерелә.

Ҡыҙҙарҙың ҡустыһы Андрей провинциаль бай ҡыҙға, Наташаға, өйләнә[5].

Ролдәрҙе башҡарыусылар

үҙгәртергә
  • Дарси Басселл — Маша Кулыгина, уртансы ҡыҙ
  • Никола Трахан (Nicola Tranah) — Ольга Прозорова, өлкән ҡыҙҙары
  • Вивиана Дюранте (Viviana Durante) — Ирина Прозорова, кесе ҡыҙ
  • Гари Авис (Gary Avis) — Андрей Прозоров, уларҙың ҡустыһы
  • Генезия Розато (Genesia Rosato) — Наташа Прозорова, Андрейҙың ҡатыны
  • Энтони Дауэлл (Anthony Dowell) — Кулыгин Фёдор Ильич, гимназия уҡытыусыһы, Машаның ире
  • Ирек Мухамедов — подполковник Вершинин, Машаның һөйәркәһе
  • Стивен Уикс (Stephen Wicks) — барон Тузенбах, Иринаның кейәү егете
  • Адам Купер (Adam Cooper) — штабс-капитан Солёный, барондың көндәше
  • Герд Ларсен (Gerd Larsen) — Анфиса, бала ҡараусы, 80 йәштәге әбей
  • Таллис Джеки (Jacqui Tallis) — хеҙмәтсе ҡатын
  • Люк Хейден (Luke Haydon), Филипп Мосли (Philip Mosley), Дэвид Пикеринг (David Pickering), Алистер Марриотт (Alistair Marriott) — һалдаттар

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Staff writer, Winter Dreams , Productions, Royal Opera House, website, http://roh.org.uk/productions/winter-dreams(недоступная ссылка). Retrieved 15 February 2016.
  2. Anton Pavlovich Chekov, Chekov: The Four Major Plays , in new translations by Curt Columbus (Chicago: Ivan R, Dee, 2005).
  3. Michael Pennington, Anton Chekov’s Three Sisters: A Study-Guide (London: Nick Hern, 2007).
  4. Kenneth MacMillan, program note for Winter Dreams , Royal Ballet, Royal Opera House, London, February 1991.
  5. Anton Pavlovich Chekov, Three Sisters; A Drama in Four Acts (London: Methuen, 1983).

Һылтанмалар

үҙгәртергә