Ҡырғыҙ Республикаһы министрҙар кабинеты

Ҡырғыҙ Республикаһы министрҙар кабинеты (элек Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте; ҡырғ. Кыргыз Республикасынын Министрлер Кабинети) — Ҡырғыҙ Республикаһының башҡарма власть органы. Уның менән Дәүләт Президенты етәкселек итә.

Ҡырғыҙ Республикаһы министрҙар кабинеты
ҡырғ. Кыргыз Республикасынын Министрлер Кабинети
Ҡырғыҙстан Республикаһы Министрҙар кабинеты эмблемаһы
Ҡырғыҙстан Республикаһының министрҙар кабинеты бинаһы
Дөйөм мәғлүмәт
Ил Ҡырғыҙстан Ҡырғыҙстан
Нигеҙләнгән 1991
Ҡырғыҙ Республикаһы хөкүмәте
Штаб-квартира улица Абдумомунова, дом 207, Бишкек, Киргизская Республика, 720003
Ҡырғыҙстан президенты Жапаров Садыр Нургожоевич
Ҡырғыҙстан Республикаһы министрҙар кабинеты рәйесе Жапаров Акылбек Усунбекович
Сайт
http://www.gov.kg

Ил Конституцияһына ярашлы, башҡарма власть эшмәкәрлеген координациялау хоҡуғы дәүләт башлығы компетенцияһында. Шуға күрә Министрҙар кабинеты рәйесе бер үк ваҡытта Президент Хакимиәте етәксеһе лә булып тора.

Ҡырғыҙ Республикаһы министрҙар кабинеты составы үҙгәртергә

Министрҙар Кабинетының структураһы һәм составы президент тарафынан билдәләнә.

Ҡырғыҙ Республикаһы министрҙар кабинеты рәйес, рәйес урынбаҫарҙары, министрҙар һәм дәүләт комитеттары рәйестәренән тора.

Ҡырғыҙ Республикаһы министрҙар кабинеты рәйесен Ҡырғыҙ Республикаһының президенты тәғәйенләй.

Министрҙар кабинеты рәйесе, уның урынбаҫарҙары һәм министрҙар кабинеты ағзаларын президент Жогорку Кенеш (Юғары Совет) ризалығы менән тәғәйенләй.

Министрҙар кабинеты рәйесе Конституцияға, конституцион законға һәм Президент указдарына ярашлы министрҙар кабинеты эшмәкәрлеген ойоштора.

Министрҙар Кабинеты рәйесе Министрҙар Кабинаһы эшмәкәрлеге өсөн президент алдында яуаплы.

Президент үҙ инициативаһы буйынса ғәмәлдәге составты йәки министрҙар кабинеты ағзаһын отставкаға ебәрергә хоҡуҡлы.

Министрҙар кабинеты ағзалары отставка тураһында ғариза бирергә хоҡуҡлы. Отставканы президент ҡабул итә йәки кире ҡаға.

Министрҙар кабинеты рәйесенең отставкаға китеүе бөтә министрҙар кабинетының отставкаға китеүен күҙ уңында тотмай.

Министрҙар Кабинентының ғәмәлдәге составы министрҙар кабинетының яңы составы тәғәйенләнгәнгә тиклем үҙ бурыстарын үтәүен дауам итә.

Һайланған президент вазифаһына инһә, министрҙар кабинетының бөтә составы вәкәләттәрен һала.

Ҡырғыҙ Республикаһы министрҙар кабинеты ағзалары[1] үҙгәртергә

Вазифа Портреты Фамилия һәм исеме Партия Вазифаға инеү датаһы
Министрҙар кабинеты рәйесе   Жапаров Аҡылбек партияла тормай 13 октябрь 2021 йыл
Рәйес урынбаҫарҙары
Министрҙар кабинеты рәйесе 1-се урынбаҫары   Кожошев Арзыбек партияла тормай 13 октябрь 2021 йыл
рәйес урынбаҫары   Байсалов Эҙил партияла тормай 13 октябрь 2021 йыл
рәйес урынбаҫары   Аалиев Азиз партияла тормай 13 октябрь 2021 йыл
 

Рәйес урынбаҫары — Милли именлек буйынса дәүләт комитеты рәйесе

  Ташиев Камчыбек партияла тормай 5 май 2021 йыл
Министрҙар
 

Сит ил эштәре, тышҡы сауҙа һәм инвестициялар министры
Кулубаев Жээнбек партияла тормай 22 апрель 2022 йыл
 

Юстиция министры

  Баетов Аяз партияла тормай 13 октябь 2021 йыл
 

Оборона министры
  Бекболотов Баҡтыбәк партияла тормай 6 сентябрь 2021 йыл
Финанстар министры   Баҡытаев Алмаз партияла тормай 13 октябрь 2021 йыл
Иҡтисад һәм сауҙа министры   Амангельдиев Данияр партияла тормай 13 октябрь 2021 йыл
 

Эске эштәр министры

  Ниязбәков Улан партияла тормай 14 октябрь 2020 йыл
Хеҙмәт, социаль тәьминәт һәм миграция министры   Баҙарбаев Ҡудайберген партияла тормай 13 октябрь 2021 йыл
Мәғариф һәм фән министры   Көпәшев

Болотбәк

партияла тормай 5 май 2021 йыл
Һаулыҡ һаҡлау министры   Бейшеналиев

Алымҡадир

партияла тормай 5 май 2021 йыл
Транспорт һәм элемтә министры   Осоев Эркинбек партияла тормай 10 август 2021 йыл
Энергетика министры   Бикмырҙаев

Дуҫҡол

партияла тормай 8 июнь 2021 йыл
 

Ауыл хужалығы министры
  Йәнебәков Асҡар партияла тормай 3 февраль 2021 йыл
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министры   Ажикеев Бообек партияла тормай 14 октябрь 2020 йыл
Мәҙәниәт, мәғлүмәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте министры   Жаманҡолов Азамат партияла тормай 13 октябрь 2021 йыл
Тәбиғәт ресурстары, экология һәм техник күҙәтеү министры   Торғонбаев Мелис партияла тормай 15 март 2023 йыл

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Члены кабинета министров. Кабинет министров Киргизской Республики. Дата обращения: 13 октябрь 2021. Архивировано 18 октябрь 2021 года. Министерства и ведомства на сайте Правительства Киргизской Республики

Һылтанмалар үҙгәртергә